Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Август 2020, 16:00

Һеҙ кем?

"Алма"мы? "Әфлисун"мы?Боронғо эскулаптарҙың тәжрибәһенә таянып, психологтар шундай һығымтаға килгән: баҡтиһәң, кеше менән уның яратҡан емеш-еләге араһында бәйләнеш бар икән.

Боронғо эскулаптарҙың тәжрибәһенә таянып, психологтар шундай һығымтаға килгән: баҡтиһәң, кеше менән уның яратҡан емеш-еләге араһында бәйләнеш бар икән.
Алма. Ҡатын-ҡыҙ – иң яҡшы ҡатын һәм әсә. Ир-ат – бик һаҡ кеше, мөхәббәт эштәрендә артыҡ баҙнатсыл түгел. Эштең уңышлы ахырына ышанғанда ғына һөйөүен әйтеп бирә ала.
Әфлисун. Ҡатын-ҡыҙ – йыуаш һәм һаҡ кеше, тормошҡа бөтөнләй яраҡлаша белмәй. Ир-ат – ышаныслы, ваҡытын өйҙә уҙғарырға яратыусан.
Груша. Ҡатын-ҡыҙ көслө, ышаныслы ир тура­һында хыяллана. Ир-ат аҡыллы, ләкин һоҡланыуын белдерә һалмай.
Банан. Ҡатын-ҡыҙ – үҙен ҡорбан итеүсән. Ир-ат тураһында “тымыҡ һыуға ен оялай” тип әйтергә мөмкин.
Ҡайын еләге. Ҡатын-ҡыҙ ялҡынлы, дәртле, “шағир хыялы”. Ир-ат шаулы, ғауғасы.
Кишер. Ҡатын-ҡыҙ ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙыр. Ир-ат йыуаш, күндәм, бойороҡ бирергә яратҡан ҡатын өсөн ҡулайлы вариант.
Редис. Ҡатын-ҡыҙ уҫал, үткер телле. Ир-ат хайран ҡалырлыҡ.
Һарымһаҡ. Ҡатын-ҡыҙ асыҡ йөҙлө. Ир-ат матур йәшәй белә һәм тормошто бик ярата.
Салат. Ҡатын-ҡыҙ – оптимист, башы һәр ваҡыт яңы идеялар менән тулы. Ир-ат хеҙмәтсән, ҡыҙыҡһыныусан.
Помидор. Ҡатын-ҡыҙ – типик йән көйөгө. Ир-ат киң күңелле һәм күндәм, шуға күрә йыш ҡына бер сәбәпһеҙ ғәйепле була.
Читайте нас: