Әсәлек капиталын аҡсаға әйләндереү, ҙур процент менән бурысҡа биреү, аҡсаны һаҡлауға һалыу - ошондай финанс ярҙамдары күрһәтеү маҡсатында Дыуан районы кешеһе Айҙар Ғиматов "Әй" ҡулланыусылар кооперативы ойоштора һәм биш йыл дауамында кешеләрҙән аҡса йыя.
Йәмғеһе 37 миллион һум туплана. Ә берҙән-бер көн иҫәптә булған бөтә аҡсаны алып, кооператив етәксеһе юҡҡа сыға. Дөрөҫөрәге, һыуға батыуына ышандырырға теләй - яр буйында кейемдәре генә табыла.
Әммә уның батыуына аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар ҙа, хоҡуҡ һаҡсылары ла ышанмай. Федераль эҙләүгә биргәндән һуң ике йыл үткәс, енәйәтсенең эҙенә төшәләр һәм ҡулға алалар.
Ҡомһоҙлоғо сәбәпле Айҙар Ғиматовҡа алты йыл дөйөм режимлы төрмәлә ултырырға тура киләсәк.