Бөтә булмышын биләп алған ҡыуаныс тулҡынында сайҡалды бөгөн Таһир. Хатта етәкселәренең ризаһыҙлыҡ белдереп тауыш күтәреүе лә уның һөйөнөсөн һүндерә алманы. Ир башҡа ваҡыттағыса һүҙләшеүҙән тыйылды, хужаның дәлилдәре менән килешеп, йыш ҡына баш ҡаҡты. Көн дә йөрөп өйрәнгән өс саҡрымдай ерҙе ниндәйҙер дәрт, еңеллек менән атланы, ә ҡолағында һаман Ләйлә ҡыҙының кистән шылтыратҡан тауышы яңғыраны. «Атай, кейәүеңде ҡырға эшкә ебәрәләр, мин балалар менән берәр аҙнаға килеп китермен тием, иртәнән һуңға көтөгөҙ».
Ләйләнең ғаиләһе менән килеүе Таһир өсөн һәр ваҡыт байрамға әйләнә. Ейәндәре, алты йәшлек Ләйсәндең бөткөһөҙ һорауҙары ла, дүрт йәшлек Дамирҙың апаһына эйәреп бер туҡтауһыҙ бытылдауы ла өйҙө йәнләндерә, уға элекке, балалар үҫкәндәгесә йәм өҫтәй ине. Һүҙгә һаран кейәүенең тотанаҡлы, сабыр йылмайып, ашыҡмай ғына һөйләгән хәбәренән дә тыныслыҡ таба ине Таһир. Был юлы кейәүенең булмауы йәл.
Ике малайы күптән ҡырға сығып китеп, береһе Сахалинда, икенсеһе Себер яғында үҙаллы тормош ҡороп, ике-өс йылға бер генә ҡайтып киткәнгәме, ейәндәре менән аралашыу бәхете булып Ләйләнең ғаиләһе ҡалды. Улар ҙа донъя мәшәҡәтенән арынып, ҡаланан ауылға йыш килә алмайҙар.
Өйгә яҡынлашыу менән ҡыуанысы һүрелде Таһирҙың. Мөрйәнән төтөн күренмәүе, тәҙрәләрҙең ҡорғандары ҡоролоп, ҡараңғылыҡҡа сумған өй, бары бер генә нәмәне - ҡатыны Гөлкәйҙең иҫерек булыуын аңлата ине. Шулай ҙа һуңғы минутына тиклем ул һиҙемләүенең яңылыш булыуына ышанғыһы килде. Ләкин өмөтө аҡланманы. Креслола йоҡлап ултырған ҡатын, иренең ут ҡабыҙыуына уянып, кирелде. Фанта һауытынан ғолтлатып һыу һемерҙе. Таһир өндәшмәй генә сисенде, газға сәйнүк ултыртып, сәй ҡайнатырға булды. Иҫерек ҡараш менән быны күҙәтеп ултырған Гөлкәй мыҫҡыллы йылмайҙы.
Бахыр!.. Эштән ҡайтыуыңа тәрбиәләп ҡаршы алыусы ла юҡмы?
Был нисәмә йылдарға һуҙылған күренеш иренең, бәлки, сәменә лә теймәҫ ине, әгәр ҙә ейәндәре менән килә торған Ләйлә булмаһа. Ни тиһәң дә, балалары алдында нәфсеһен тыя ине әле ул.
– Түҙеп торорға булмаймы, иртәгә балалар ҡайта?
– Һе, балалар! Ул бит һинең ҡыҙың, һинең яратҡан ҡыҙың. Беләм инде, беләм. Һүҙ менән әйтмәһә лә, йөрәк түрендә үпкә һаҡлай ул миңә.
Таһир көрһөндө. «Хәҙер, илаулап, яҙмышына рәнйей башлаясаҡ, ғәйеплеләрҙе эҙләйәсәк. Кем дә булһа ошо торошона ғәйепле булырға тейеш тә баһа! Яуап булмаһа, тауыш күтәрәсәк, бәйһеҙ ҡылыҡтары менән маҙаға тейәсәк».
Аң-зиһене урынына ҡайтып, араҡы ҡолонан азат мәлдәрендә ир уны оялтырға тырышып:
– Үҙеңдән бөтәһен биҙҙереп, ниңә шул тиклем әшәке ҡыланаһың? Эскәнһең икән, ят та йоҡла, – тип битәрләүенә Гөлкәй әсе йылмайып:
– Бәлки, үҙеңде ғәйепле тоймаҫ өсөндөр, ә бәлки, шайтан ҡоторталыр, – тип яуапланы.
Ысынлап та, ул ҡайһы саҡта алмашынған төҫлө, нимә эшләгәнен белмәй, йә хәбәренең рәте юҡ, йә торошоноң, хатта ҡайһылыр мәлдә холоҡ-фиғеленең Гөлкәйҙеке булыуы шик уята ине. Ҡайтҡан арала уны малайҙары дауаханаға һалырға, йәки кодировкаға алып барырға тип, һөйләшеп тә ҡаранылар, ҡатыны ипкә килмәне.
– Оятығыҙ булмаһа, әсәйегеҙҙе бәйләп алып барығыҙ, былай ризалығым юҡ, – тип өҙә һуҡты. Ир ҡорона ингән улдары аптырашып аталарына ҡаранылар ҙа, ҡулдарын йәйҙеләр. «Үҙ теләге булмағас, нишләтәйек...» Ваҡыт үтә торҙо, ә Гөлкәйҙең айыҡ көндәре һаман бик һирәк ине. Таһир кеше менән бөтөнләй тиерлек аралашмай башланы. Эскесе ҡатынының иләмһеҙ ҡылыҡтары хаҡында һүҙ таралыуынан да ҡурҡты. Ләйләләрҙең килеүе тормошоноң берҙән-бер ҡыуанысына әйләнде уның. Сығып китеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ҡыҙы ҡырҡа ҡаршы төштө.
Атай, һиңә еңел түгел икәнен аңлайым, тик шулай ҙа, зинһар, әсәйемде ташлама, ул һинән ҡалһа эшлектән сыға бит, – тине.
...Томаланған күҙҙәр. Ғәмһеҙ ҡараш.
– Нимә, ҡулыңдан килһә, быуып үлтерер инеңме? Ә-ә-ә, ҡулыңдан килмәй шул.
Үсәп әйткән һүҙҙәр Таһирҙың намыҫына тейеп, ғәрләндерҙе. Үҙенә яҡынлашҡан Гөлкәйҙе ир әйләнеп тә ҡарамай, бар көсөнә йыға һуҡты. Үҙ ғүмерендә тәүге тапкыр... «Ыһ!» Ҙур асылған күҙҙәрҙә аптырау, айныу менән бер рәттән, сикһеҙ һыҙланыу ҙа сағылды. Гөлкәй ғырылдап, ыңғырашты ла, комод мөйөшөнән ҡамырға әйләнеп иҙәнгә шыуып төштө. Ир төҙәтеп булмаҫлык хата эшләүен аңлап, ҡатынына ташланды.
Ҡатын нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыбырҙатты, тик һүҙ урынына ауыҙы ситенән ҡуйы ҡара ҡан ғына аҡты. Таһир, ҡалтыраныуын еңергә теләп, Гөлкәйҙе урындыҡҡа күтәреп һалды, ишек бауындағы таҫтамалды һелкетә тартып алып ҡатындың эйәк аҫтына тыҡты.
– Хәҙер яҫтыҡ алып киләм, һин башыңды артҡа саңҡайтма, ҡан тамағыңда китмәһен, – тип һөйләнде.
Гөлкәй уны йәлләгәндәй итеп ҡараны, һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡаҡты, «Үкенмә...» – тип шыбырҙаны.
Ҡабаланып төпкө бүлмәнән яҫтыҡ алып сығып килеүсе Таһирҙың йөрәге йыш-йыш тибеүҙән сикәһенә ҡан бәрҙе. Ул урындыҡҡа бер генә күҙ һалды ла, ишек янағына һөйәлеп ҡатып калды. Гөлкәйҙең күҙҙәрендә йәшәү нуры һүнгәйне инде. Урындыҡ ситенән һалынып төшкән ҡулы ла, күкрәктәренең тын алышын белдермәүе лә, муйынына ҡатып ҡалған ҡаны ла уның яҡты донъя менән бәхилләшеүен аңлата ине. «Нисек? Һанаулы минуттар эсендә... Ғүмеремдә беренсе мәртәбә ҡул күтәреүем үлемесле булыр тип кем уйлаған? Йә, Хоҙайым, мине ошоғаса белеп тыйғанһың икән!...»
Tаһир ышанырғамы-юҡмы тип, шаңғып, иҫен йыя алмай иҙәнгә сүгәләне. Күпме ултырғандыр ул шулай – билгеһеҙ. Ваҡыт берәмеге уның өсөн туҡталды. Мейеһенең ҡайһылыр бер күҙәнәге һулҡылдауҙан башының артҡы өлөшө сатнап һыҙланы. Күҙ алдында ваҡ себендәр бейеште. Таһир, ниһайәт, тороп тәмәке ҡабыҙҙы. Ишекте асыҡ ҡалдырып тышҡа сыҡты. Бөтөрөлөп, ҡойон булып өйөрөлгән ҡар бөртөктәре уның яртылаш ағарған сәсенә, ҡалын ҡаштарына, күлдәк иҙеүе ысҡындырылған яланғас тәненә һибелде. Был уны айнытыуға килтерҙе, сәселеп таралған уйҙарын йыйырға ярҙам итте. Йөҙөндә һүрәтләнгән кисереш Таһирҙың ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарға килеүен аңлата ине. «Ҡыштың аҙаҡҡы буранылыр инде был, аҙаҡҡы шашыныуылыр, – тип әсенеп уйланды ир. – Яҙҙы күрергә яҙмаған икән. Ҡайҙан беләһең, ғүмер юлы шулай хурлыҡлы тамамланыр тип? Малайҙар бик бөтөрөнмәҫ, ә бына Ләйлә ҡыҙым йәл».
Ике малай уртаһында Ләйлә уртансы бала ине. Таһир уны үҙенә хас булмаған наҙ менән яратты. Малайҙарға рөхсәт итмәгән шуҡлыҡтар Ләйләгә кисерелде, ир-атҡа тейеш тип иҫәпләнгән ҡаты тәрбиә уға ҡағылмай, ситләп үтте. Ағаһы менән ҡустыһының ҡурсалауын, ата-әсәһенең иркә ҡарашын тойоп үҫкән ҡыҙ, күптәр юрағанса, бәғерһеҙгә әйләнмәне, киреһенсә, йомшаҡ күңелле, аҡыллы, туған йәнле булып ҡалды.
«Яҙыу-фәлән ҡалдырырға кәрәк булыр. Гөлкәйгә таҙа кейем кейҙереү мотлаҡтыр. Эх, шулай ҙа сығып китергә кәрәк булған миңә, сығып китергә... Хәйер, хәҙер нимәгә был турала уйларға... Һуң инде, һуң...» Таһир балаларынан ҡалған бер дәфтәр битен йыртып алды. «Нисек яҙырға? Нимә тип кенә яҙһа ла ул балалары, туғандары, ауылдаштары алдында үҙен аҡлай алмай бит. Барыһы ла ғәйеп ташлаясаҡ. Аламамы, яҡшымы, бер кемдең дә кеше ғүмерен ҡыйырға хаҡы юҡ. Эһе-һе-һей... Гөлкәй, үҙең дә матур йәшәй алманың, мине лә енәйәткә этәрҙең...» Ир ҡалтыранған ҡулдары менән дәфтәр битенең уртаһына ике генә һүҙ яҙҙы: «Рәнйемәгеҙ... Теләмәгәйнем...» Шунан соланда эленеп торған кер бауын ҡырҡып алып инде. Түшәмдәге сәңгелдәк өсөн ҡағылған ырғаҡ аша үткәрҙе. Эйе, байтаҡ йылдар элек бында сәңгелдәк эленеп тора ине. Таһир балаларының ни өсөндөр сәңгелдәктәге саҡтарын түгел, ә урындыҡта, өсәүләп бер юрған аҫтында йоҡлауҙарын күҙ алдына килтерҙе. Гөлкәй төндә нисәмә мәртәбә тороп яба ине икән өҫтәренә? Таһир эйелеп ҡатынының ҡулдарын күтәрҙе лә, кәүҙәһе буйлатып һалды. Таҫтамал менән муйынын, ауыҙ тирәләрен һөрттө. Күҙҙәренән һаран ғына күҙ йәштәре һығылып сығып, Гөлкәйҙең ағарған йөҙөнә тәгәрләне. Ҡасандыр шашып һөйгән, йәнен ярып бирергә әҙер торған Гөлкәйе ята уның алдында. Ышанырлыҡ та түгел, шундай тыныс, ипле ята. Таһирҙың йәш саҡта бер-тереһенә биргән вәғәҙәләре иҫенә төштө. «Беҙ оҙаҡ һәм бәхетле йәшәрбеҙ, икебеҙ ҙә бер көндә үлербеҙ». Алдағыны уйламайса вәғәҙә лә бирергә ярамай икән.
Таһир моңһоу ҡарашын тәҙрәгә төбәне. «Ә буран һаман ҡотора... Бындай буранда Ләйлә, бәлки, юлға ла сыҡмаҫ...» – тигән өмөт уянды унда. Их, кисәге көндө кире ҡайтарып булһа икән?!
... Таң әтәстәре, гүйә, Таһирҙың ғүмер юлына нөктә ҡуйҙы. Ул ауыр һулап ҡуҙғалды, һуңғы мәртәбә әрнеп ҡатынына караны. Ултырғысты тибеп осорор алдынан бер нисә секунд эсендә мейеһен һуңғы уй телеп үтте, «Аяҡты урындыҡ ситенә ҡуйып өлгөрөргә мөмкин. Тик ни өсөн? Ҡалған ғүмерҙе төрмәлә уҙғарыу өсөнмө? Юҡ, юҡ...» ...Яңылышты.