Ейәнсура Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Иғтибар – балалар!” операцияһы башланыуы хаҡында хәбәр итә. 17 августан 11 сентябргә тиклем дауам итәсәк махсус сара балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, бәлиғ булмағандар тарафынан Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был осорҙа шулай уҡ балаларҙы транспортта йөрөтөүгә лә ҙур иғтибар биреләсәк.
Әле йәйге каникул дауам итә, урамда балалалар күп йөрөй. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың именлеге һеҙҙең яуаплылыҡта икәнен онотмаһағыҙ ине. Урамға уйнарға сығарған саҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртеү – бәлә-ҡазанан аралар.
Хөрмәтле водителдәр! Юлда “зебра”ға яҡынлашҡанда, йә йорт-ихаталар араһында йөрөгәндә тиҙлегегеҙҙе кәметегеҙ. Уйынға әүрәп йөрөгән бала машина яҡынлашыуын ишетмәҫкә-күрмәҫкә мөмкин. Шулай уҡ мәктәптәр, балалар баҡсалары янынан үткәндә лә иғтибарлы булығыҙ: юлда – балалар!
В. Дүшәнбаев, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса инспектор, полицияның өлкән лейтенанты.