Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Кемдәрҙер мәктәп яраҡтарын алдан хәстәрләһә, күпселек мәктәпкә тап ошо осорҙа әҙерләнә. Күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында йыл да үткәрелгән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһы ла август аҙағында әүҙемләшә. Ойоштороусыһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булған был сараға күп ойошма-учреждениелар, изге күңелле кешеләр ҡушыла. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре лә, ситтә ҡалмайбыҙ. Ибрай ауылында йәшәгән, ете бала тәрбиәләгән Гөлнара һәм Сәлих Шәмсетдиновтар ғаиләһеншефлыҡҡа алғаныбыҙғаинде бер нисә йыл. Быйыл да Стәрлетамаҡта уҡып йөрөгән Илшатҡа, Ибрай мәктәбенә 6-сы класҡа барасаҡ Руфинаға һәм “бишенсе”гә барасаҡ Зиннурға тәғәйен кәрәк-яраҡтарҙы алып килдек. Малайҙар өйҙә булмағас, кәрәк-яраҡтар һалынған рюкзактарҙы Руфинаға тапшырҙыҡ.
- Мәктәпте, класташтарымды һағындым, – ти дистанцион уҡыу сәбәпле класташтары, бигерәк тә күрше ауылда йәшәгәндәре менән оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән Руфина. Шуға ла ҡабаттан парта артына ултырыр көндө ашҡынып көтә. – Миңә уҡыу оҡшай! – тип ул беҙгә тырышып уҡырға һүҙ бирҙе.