Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Август 2020, 17:00

Йәшелсәләр менән скумбрия

Балыҡ яратаһығыҙмы? Йәшелсәләрҙең өлгөргән мәлен файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа үҙегеҙ балыҡ консерваһы ябып ҡалырға ашығығыҙ!Был ризыҡты әҙерләүгә 1,5 кг скумбрия балығы, 1 кг помидор, 5-6 кишер, 2-3 һуған кәрәгәсәк.

Был ризыҡты әҙерләүгә 1,5 кг скумбрия балығы, 1 кг помидор, 5-6 кишер, 2-3 һуған, 5 бөртөк хуш еҫле борос, 100 гр шәкәр, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 100 гр үҫемлек майы һәм 75 гр аш һеркәһе кәрәгәсәк.
Балыҡты яҡшылап йыуабыҙ. Банкалар менән ҡапҡастарҙы ла әҙерләйбеҙ.
Кәстрүлдә һыу ҡайнатып, тоҙ һалабыҙ ҙа, балыҡты һалып, 5 кенә минут ҡайнатып алабыҙ.
Һуғанды турап, майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Уға туралған кишерҙе өҫтәп, тағы ҡыҙҙыра бирәбеҙ.
Һуған менән кишер ҡыҙҙырмаһына туралған помидорҙы һалып, ҡапҡасын ябып, 45 минут ҡайнатабыҙ ҙа, тоҙ, борос, шәкәр өҫтәп, йәнә 5 минут ҡайнатабыҙ.
Балыҡтың ҡылсыҡтарын таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ. Унан помидорлы массаға һалып, һүрән утта 5-10 минут бешерәбеҙ.
Аш һеркәһе өҫтәгәс, тағы ла 2 минут бешерәбеҙ.
Алдан әеҙрләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып, ҡаплап, һыуытырға ҡуябыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа балыҡлы-йәшелсәле консерва әҙер! Тәмле булһын!
Автор @khaievagulnaz.
Читайте нас: