Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Август 2020, 17:00

Бәхет – һин үҙеңде аңлаһаң һәм үҙ тәҡдиреңә ярашлы йәшәһәң

Бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, Байыш ауылының бишенсе профессоры Айрат Әхмәт (Әхмәҙулла) улы Назаров ябай ғаиләлә тыуып үҫә. Ғәҙәти класта уҡып, ауыл мәктәбен тамамлауына ҡарамаҫтан, 39 йәшендә генә физика һәм математика фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға өлгәшә, Рәсәй академияһының донъяға билдәле фәнни-тикшеренеү институтының директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Ҡиблалар буталғанда ла, үҙе булып ҡалған, заман һулышын яҡшы тойоп, уның менән бер ҡатарҙан атлаған юғары зауыҡлы ауылдашыма шундай бейеклектәргә үрләргә, нимә, кемдәр булышлыҡ итте икән – әңгәмә ошо хаҡта.

Бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, Байыш ауылының бишенсе профессоры Айрат Әхмәт (Әхмәҙулла) улы Назаров ябай ғаиләлә тыуып үҫә. Ғәҙәти класта уҡып, ауыл мәктәбен тамамлауына ҡарамаҫтан, 39 йәшендә генә физика һәм математика фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға өлгәшә, Рәсәй академияһының донъяға билдәле фәнни-тикшеренеү институтының директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Ҡиблалар буталғанда ла, үҙе булып ҡалған, заман һулышын яҡшы тойоп, уның менән бер ҡатарҙан атлаған юғары зауыҡлы ауылдашыма шундай бейеклектәргә үрләргә, нимә, кемдәр булышлыҡ итте икән – әңгәмә ошо хаҡта.
- Хәйерле көн! Алты тиҫтәне ваҡлап бөткән ил ағаһы йәшендә үҙегеҙҙе нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?
- Һөҙөмтәһе нисек икәнен ғаиләм һәм коллегаларым, эргә-тирәләге кешеләр баһалар, ләкин ғүмерем буйына биш төп сифатты үҫтерергә тырыштым. Улар – тырышлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ һәм ғаилә һөйөүсәнлек.
- Ни өсөн нәҡ фән өлкәһен һайланығыҙ?
- Алтынсы-етенсе кластарҙа уҡығанда уҡ, техника, физика һәм математика менән ҡыҙыҡһына башланым. Тәүҙә самолеттар, бүтән техника тураһында уҡырға яраттым, бер аҙ авиамоделирование менән шөғөлләнеп алдым. һуңыраҡ мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны фундаменталь фән – физика һәм математика өлкәһендә икәнен аңланым. Уҡыу йылы барышында ғына ла түгел, каникул ваҡыттарында ла ултырып, ҡатмарлы мәсьәләлар сисергә яраттым. Күренекле ғалимдар тураһында китаптар, физиканан популяр китаптар уҡыным, «Юный техник» журналын алдырҙым. Һуңыраҡ «Квант» минең өсөн иң ҡыҙыҡлы журналға әүерелде. Шуға күрә, мәктәпте тамамлауға минең өсөн «ҡайҙа барырға» тигән һорау торманы.
- Нимә сәбәпсе, этәргес булды?
- Төп этәргес, хәҙер аңлауымса, миңә тәбиғәт һалған донъя нисек ҡоролған икәнен аңларға тигән эске ынтылыш булды. Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау өсөн ошо эске ынтылышты ваҡытында аңлау мөһим. Мәҫәлән, йыр-бейеү, һүҙгә оҫта кеше быны тиҙ аңлай, бала саҡтан сәнғәт юлын һайлай. Көслө, етеҙ, һығылмалы кеше спорт юлын һайлауы мөмкин. Ләкин күпселек осраҡта төпкә һалып ҡуйылған һәләтте аңлауы ҡыйын, һәм ҡайһы бер балалар, модаға эйәреп, ата- әсәләрен, таныштарын тыңлап, үҙҙәренә хас булмаған һөнәрҙе һайлай. Минең атай-әсәйем миңә бер нисек тә ҡәтғи кәңәш бирмәне, ни бары башланғыстарыма ҡаршы төшмәне, ҡарар итеүҙе минең үҙ иркемә ҡуйҙылар. Шулай ҙа дөрөҫ ҡарар итеү өсөн бер бик көслө тышҡы этәргес булды. Мин етенсе класта уҡығанда, минән ун йәшкә өлкәнерәк, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыған Марат абзыйым (йәне йәннәттә булһын) бер каникулға ҡайтҡанында: «Мин Айратты МФТИ-ға (Мәскәү физика-техника институтына) уҡырға инергә әҙерләйем», – тине. Ләкин институтты бөткәс, тәүге йылдары уға үҙебеҙҙең ауылда түгел, ситтә эшләргә тура килде, һәм был ниәтен тормошҡа ашырырға мәмкинлеге булманы. Шулай булһа ла, миңә уның әйткән ошо һүҙҙәре етте. Мин шул көндән башлап МФТИ-ның физиканан һәм математиканан инеү экзамендары менән ҡыҙыҡһына башланым, уларҙың ҡатмарлы мәсьәләләрен систем. Минең, ауыл малайының, Мәскәү тиклем Мәскәүгә барып институтҡа инергә ҡыйыулығым етмәне, шуға үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт университетына юлландым. Хәҙер самалауымса, был дөрөҫ тә булған, сөнки МФТИ-ла уҡыу минең характерыма тап килмәҫ ине – унда аңы, психикаһы күпкә һығылмалыраҡ кеше генә уңышлы уҡый ала.
- Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары.
- Ыңғай яҡтары күберәк, уларҙың иң мөһимдәре ошо тип уйлайым:
*үҙеңә һалынған потенциалды тулыһынса эшкә ашырыу мөмкинлеге;
*ижади эш, яңы белем табыу мөмкинлеге;
*Рәсәй һәм халыҡ-ара конференцияларға йөрөп, билдәле кешеләр менән аралашыу, донъя күреү мөмкинлектәре.
Әңгәмәне тулы килеш гәзитебеҙҙең 61-се һанында (31.7.20) уҡығыҙ.
Читайте нас: