31 августа Рәсәйҙә малдарҙың һәм хайуандарҙың именлеге һағында тороусы табиптар һөнәри байрамдарын билдәләй. Һүҙем Ейәнсура районы ветеринар станцияһында эшләп йөрөүсе Миңнур Вәлиева хаҡында булыр. Сирғол ауылында тыуып-үҫкән. 1980 йылда мәктәпте тамамлағас, ике йыл һауынсы булып эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Ағайҙары был өлкәлә белем алыуҙы тәҡдим иткәс, Миңнур Фәттәх ҡыҙы күп уйлап тормай, уларҙың эҙҙәренән уҡырға юл тота. Диплом алып ҡайтҡас, Иҫәнғол ветеринар станцияһына эшкә инә һәм бына инде 33 йыл һөнәренә тоғро ҡала.
Башта ветеринар-терапевт Миңнур Фәттәх ҡыҙының төп эше консультациялар биреп, хайуандарға прививкалар эшләүгә ҡайтып ҡала. Район буйлап командировкаларға ла йыш йөрөргә тура килә. Ә һуңғы йылдарҙа ул әйҙәүсе ветеринар табип вазифаһын үтәй. Шуға ла күберәк компьютер артында эшләй, отчеттар алып, отчеттар ебәреү менән мәшғүл. Күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеүе уның фиҙакәр хеҙмәтенә баһа. Шулар араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме һәм Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығынан бирелгән Рәхмәт хаты Миңнур Фәттәх ҡыҙына айырыуса ҡәҙерле.
Эшендә өлгөлө белгес кенә түгел, өйөндә хәстәрлекле әсә лә ул. Үҙенә терәк булған Айрат исемле улы менән матур итеп донъя көтәләр. Яратҡан эшең, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡындарың, хөрмәт иткән коллегаларың булыу – үҙе бер бәхет түгелме ни?!
Күңелеңә ятҡан һөнәр табып, теләк менән эшкә барыу – кеше өсөн иң мөһиме. Миңнур Фәттәх ҡыҙы үҙ булмышын тапҡан, тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ. Киләсәктә лә эшегеҙгә ҡарата һөйөү, эшләргә дәртегеҙ һүнмәһен, тибеҙ уға.