Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 00:00

Ысын кеше (хикәйә)

– Йәнғәле! – Айнур, үҙенең бала сағындағы ҡушаматын ишетеүенә ышанмай, туҡ­тап ҡалды.– Йәнғәле! Айнур!Егет артына боролдо ла, үҙ күҙенә үҙе ышанмай, ҡатып ҡалды. Ҡаршыһында Вадим тора ине.

– Йәнғәле! – Айнур, үҙенең бала сағындағы ҡушаматын ишетеүенә ышанмай, туҡ­тап ҡалды.
– Йәнғәле! Айнур!
Егет артына боролдо ла, үҙ күҙенә үҙе ышанмай, ҡатып ҡалды. Ҡаршыһында Вадим тора ине.
– Танымайһыңмы?
– Нисек танымаҫҡа?! Оноторлоҡмо ни? – тип Ай­нур уҡтай атылып бала саҡ дуҫын ҡосаҡлап алды. Арҡаларын ҡағышып оҙаҡ тора алманылар, тағы бе­рәүҙе танып ҡалды.
– Йәмил! Йәмил бит был, түбән ос Йәмил!
Ситтән ҡарағанда бы­лар йә ағалы-ҡустылылар, йә әрменән ҡайтҡан бе­рәүҙе осратҡандар тиергә булыр ине.
– Хәлдәр нисек? Һөйлә­геҙ, һөйлә! – Айнурҙың тауышы ҡалтырап ук китте.
– Беҙ ни яйлап, – тип һүҙгә оҫта Вадим эләктерә һалып та алды. – Эшләп йөрөйбөҙ. Ауылда эш юҡ бит, ҡалала ҡара эш булһа ла, аҡсаһы бар.
– Эй, беҙгә ни, өйрә­нелгән. Бәләкәйҙән эшләп үҫкән кешеләрбеҙ, – Йәмил дә һүҙгә ҡушылды.
– Бына һин шәп кейен­гәнһең... Күн салбар, аҡ күлдәк, ялтырап торған туф­лиҙарыңа ҡарағанда элекке Айнур тип әйтерлек тә түгел, – тигән Вадим әллә үҙҙәренең саңға батҡан өҫ-башынан уңайһыҙланды, әллә көнләшеп үк ҡуйҙы.
– Сепрәк нимә ул! Дуҫ­лыҡ менән һаулыҡ булһын, – тип ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә Йәнғәлин үҙе үк аптырап китте. – Күптән бындай һүҙҙәр һөйләгәнем юҡ ине. Әйҙәгеҙ, булмаһа, һыйлайым үҙегеҙҙе, осра­шыу хөрмәтенә.
– О, ризабыҙ, әлбиттә, – кеше һығырға әҙер торған Вадим тиҙ үк ризалашты.
– Ә, эш? Бөтөрөргә кәрәк бит, – тип Йәмил ҡаршы килде.
– Бүре түгел, ҡасмаҫ. – Вадим, үҙе әйтмешләй, «халяваны» ҡулдан ысҡынды­рырға теләмәне.
Эргәләге кафеға инеп барғанда егеттәрҙе әзмәүерҙәй ир ҡыуып етте. Айнур туҡтап ҡалды.
Батя, это мои друзья, – тине ул олпатырағына. Те­генең күҙе дүрт булды. Егеттәргә мыҫҡыллы ҡараш ташланы ла:
– Все друзья, когда день­ги есть! – тине.
Вадим менән Йәмил ни­мәлер аңлап өлгөргәнсе, Айнурҙы сит ил машинаһы­на ултыртып, алып та кит­теләр. Ҡолаҡтарында «дру­зья», «батя» тигән һүҙҙәр генә яңғырап ҡалды.
Машина ҡала ситендәге ике ҡатлы йорт эргәһенә килеп туҡтаны.
– Минең һине күргем килмәй! – тип егет ишеген шап итеп ябып, төшөп кит­те. Эргәләге йылға буйына, ҡайындар араһына инеп юғалды. Ошо йәшенә етеп илап ултырырмын тип, күҙ алдына ла килтермәй ине. Айнур йәштәренә ирек бирҙе.
Һуңғы тапҡыр шу­лай илауы иҫенә төшөп ҡалтырап китте...
– Уян, уян, тием! Тор! – тип елтерәтеүҙәренә уянып китте малай. – Тиҙерәк! Уян! Кейен!
Йоҡо аралаш Йәмилдең атаһын саҡ таныны ул.
– Әсәйең ҡайҙа? Һыу баҫа, кейен, – тип кейемдә­рен тотторҙо. Бер ни аңла­маған Айнур буйһондо. Тиҙ-тиҙ кейенде лә Факил ағайҙың артынан эйәрҙе. Тышта «Беларусь» арбаһы­на тейәлгән кешеләр, бала­лар илауы, шау-шыу, тубыҡ­тан һыу көтә ине. Тау би­тендә төшөрөп ҡалдырҙы­лар. Кемдәрҙер ут яғып шуның тирәләй ултырған, кемдәрҙер алдан әҙерләп ҡуйылған будка тирәһендә урала. Малай ситтәрәк тор­ған яңғыҙ ҡайын төбөнә ба­рып ултырҙы. Таң беленеп килгәндә уянып китте лә, хайран ҡалды.
Үрҙә өйҙәрҙең ҡыйығы ғына күренә, түбәндә ҡай­һылары бөтөнләй юҡ һымаҡ ине. Ауылдың урта­һынан ҙур-ҙур боҙҙар аға. Малай ҡото осоп улай бар­ҙы, былай барҙы. Ҡапыл кемдер яурынынан тотоп алғайны, тертләп ситкә һикерҙе. Факил ағай икән. Таныш кешене күргәс, Ай­нур үкһеп илап ебәрҙе.
– Әсәй, әсәйем юҡ. Ҡайҙа икән. Ағып киткән­дер инде, батҡандыр инде...
– Йә, илама һин, егеттәр иламай. Хәҙер шулай итәбеҙ, мин был яҡты ҡарайым, ә һин теге яҡты. Ана, юл си­тендәге будкала осрашабыҙ. Иптәшкә Йәмилде ал.
«Эх, Йәмилдең атаһы ке­үек атайым булһын да, әсәйемде ҡотҡарһын ине», тип уйланы малай халыҡ баҙарҙағы кеүек мыжғып торған тау битенән әсәһен эҙләгәндә. Тапманылар... Әллә ысынлап батҡан, әллә утрау кеүек бүленеп ҡалған өйҙәрҙең береһендә ине ул.
Боҙҙар... Бер туҡтамай аҡҡан бейек-бейек боҙҙар. Шуларға ҡарап Айнур уйға батҡан. «Йәмил океанда ла шундай боҙҙар ағып йөрөй, ти. Караптарға төкөп, юҡ, киреһенсә, улар боҙҙарға төкөп, һыу төбөнә китә, ти».
– Йәмил, әллә ошо боҙ­ҙар океандан килде микән?
– Дәрестә нимә тың­лайһың? – тип көлә теге. – Шишмәләр йылғаға, йылға­лар диңгеҙгә ҡоя.
Дәрес ҡайғыһымы инде. Мәктәпкә тамаҡ ялғарға, йылынырға ғына бара ул. Әсәһе айныҡ булғанда ғына әҙерәк китап тотоштора. Бына кисә лә, баш төҙәтергә тип сығып киткәйне, ҡайт­маны, унан һыу баҫты.
– Әйҙә, әсәйем сәй эсергә саҡыра, – тип Йәмил еңенән тартты.
Ҙур биҙрә менән сәй ҡайната Гөлниса апай. Алдан уҡ әҙерләп ҡуйғайны аҙыҡты. Иҙел буйы халҡы шул инде, яҙ булһа, ул-был нәмәһен өҫкә күтәреп, документ-фәләнен әҙер ҡуйып, ҡапыл тотоп сығырлыҡ әйберҙәрен бер ергәрәк һалып ҡуя.
– Икмәкте телемләп кенә бирәм инде, донъя хәлен белеп булмай, ҡасан һыу ҡайтыр...
– Миңә лә сәй яһа әле, – тип Факил ағай килеп ултырҙы. – Әсәйең табылды, малай. Мөнирә әбейҙәрҙә, ти. Мансур ағай килеп кит­кәйне, шулай, ти. Унда урын юҡ икән, так что, беҙҙең менән тор инде.
Икенсе көндө һыу кәмей башланы. Ҡайҙалыр түбәндә тығылған боҙҙо шартлатҡандар, тигән хәбәр таралды. Өйҙәр күренә башланы. Тик йон­соған халыҡтың хәлен хөртәйтеп, тағы ямғыр быҫ­ҡаҡланы.
– Самолет, вертолет! – тип малайҙар ҡысҡырыш­ҡан тауыш ишетелде.
Ысынлап та, күп тә үтмәй, тау артынан верто­лет килеп сыҡты ла, асығы­раҡ ергә килеп тә төштө. Ҙур тоҡ һымаҡ нәмә һелтә­неләр. Ап-аҡ икмәктәр ергә һибелде...
– Иҙел башында быуа йырылған икән, ҡайһы бер ауылдарҙа хатта өйҙәр ағып киткән. Ярай, беҙ түбәндәрәк йәшәйбеҙ, – тип ишеткәндәрен һөйләне кемдер.
Бындай ылауҙар ул йәйҙә килеп кенә торҙо, йә кейем-һалым, йә аяҡ кейе­ме, консервалар. Айнурҙың өҫтө бөтәйеп, тамағы ту­йып ҡалды. Күршеһе Ва­дим менән дуҫлашып ал­ғайны, үҙен тамам бәхетле тоя башланы. Юҡ-юҡта уларға инеп тамаҡ ялғай. Әсәһе генә һаман шешәне яҡын күрҙе. Аҙаҡ СССР бөткәс, эш хаҡы түләнмәй башлағас, хәлдәре тағы ла мөшкөлләнде.
Бына Айнур кәрт уйнарға өйрәнеп алды. Оҫтарҙы... Еңеүсегә тип ауыл малай­ҙары өйҙәренән икмәк, ҡыяр сәлдерә башланы. Ай­нур шулай, уйында еңеп, та­мағын туйҙырҙы. Бер көндө малайҙарҙың башын ата- сәләре ялтыратып, таҡы­райтып ебәрҙе, бөтәһе шу­лай йөрөй, көлөр өсөн сәбәп булды. Бер Айнур ғына етек сәсле ҡалды. Вадим:
– Айнур, ни өсөн сәсем­де алдырғанымды беләһең­ме? – тип һорағайны бер ос­рашҡанда, Айнур:
– Мин башыңа сиртһен өсөн, – тип тегегә сиртте лә ебәрҙе.
– Бетләгән өсөн! Һинән бет йоҡторғанмын, моға­йын, кәрт һуҡҡанда. Баш­тарҙы терәшеп түңәрәктә ултырабыҙ бит.
– Нимә? Нимә тиһең? – Айнур йоҙроғон төйөп ма­лайға ташланмаҡсы булғай­ны, кемдер елкәһенән эләк­тереп алды. Вадимдың атаһы икән.
– Мунса инмәгәс, бетләй инде. Һабындың нимә икә-нен дә белмәйҙер әле, – тип әллә йәлләнеләр, әллә көйҙөләр күршеләре, сәсен алдырып, мунса төшөрөп сығарҙылар.
Илде Рәсәй тип үҙгәртеүҙәренә ике йыл тигәндә, тағы һыу күтәрелде. Ҡаза ул тиклем ныҡ булмаһа ла, ха­лыҡ ярҙам көттө. Ләкин был юлы иҫкә алыусы ла юҡ ине.
Бер нисә йылдан һуң Айнурҙы атаһы ки­леп алды. Ул ва­ҡытта Айнур-Йәнғәле туғы- ҙынсыны бөткәйне. Айрат Сәфәрғәлиевич тип әйтеүҙә­рен ярата ул, улын артабан уҡытып торманы, алыпһатарлык серҙәренә төшөндөрҙө.
Ошо көнгәсә такса, биз­нес тип кенә йәшәп ятыу­ҙары.
... «Мин һине кеше ит­тем, миңә ҡаршылашырға хаҡың юҡ!» – тип ҡасан, ҡайҙан килеп торған атаһы. Айнур тертләп ҡуйҙы.
– Кеше? Кеше тиһеңме? Һин минән аҡса йыйыусы машина эшләнең. Кеше ниндәй була, беләһеңме? Мин ас-яланғас булғанда һин ҡайҙа булдың? Бер ва­ҡыт әсәйем әлеге лә баяғы байрам иткән сағында мин бурлыҡҡа төштөм. Көндөҙ Йәмилдең ҡуҙғалаҡ ашап йөрөгәнен күргәйнем. Йоҡларға ятҡас, үҙемдең шул тиклем ас икәнемде аңланым. Киттем түбәнгә. Баҡсаға төштөм, күлдәгем­де сисеп, шунда ҡуҙғалаҡ тултыра башланым. Йөрәгем тибешен бөтә донъя ишетә төҫлө. Үҙем ҡалтырайым, үҙем услап үлән йолҡам. Килеп ингән еремдән сыға алманым, хәлем етмәгәндер инде. Баҡсаның ишеген асҡай­ным ғына, берәү белә­гемдән тотоп алды. Ҡурҡы­шымданмы, әллә аслыҡ­танмы быуындарым йом­шарып, ҡолап киттем.
– Асыҡтыңмы? – ти ирҙәр тауышы, Факил ағай бит, тип уйлайым.
– Эйе.
Мине соланға индерҙе лә, өйҙөң ишеген асып:
– Гөлниса, сәй ҡуй, ҡунаҡ бар, – тине. Өйҙә ут тоҡандырҙылар.
– Ут бар, көҙ көнө счет­чикты емереп алғандарын­да аҙна буйы утһыҙ ултыр­ғайныҡ. Ут булһа рәхәт, сәй ҙә тиҙ ҡайнай, хәҙер инәң плитәлә аш йылытыр.
Мин ер тишегенә инер­ҙәй булдым. «Малайҙар ме­нән мин ҡутарғайным бит. Белмәйҙер мин булыуымды», – тип уйлап өлгөрҙөм.
«Һин малай, башҡа ток менән шаярма, йәме. Үлтер­гәнсе һуғып ҡуйыр», – тине.
Һин булһаң, үҙең үлте­рер инең, «батя». Кеше, ысын кеше Факил ағай һымаҡ була ул, минеңсә.

Д. ҠУНАФИНА. Юнай ауылы.

Читайте нас в