Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле.
-Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һб. тиегеҙ.
Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һб, тигеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.
Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һб.
Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ, ҡарғыш - насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.
Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай.
Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.
Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.
Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.
Һүҙҙәрҙең көсө —атомға тиң.
Әсәй - атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.
Был донъяла берәү ҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәр ҙә әйткән һүҙе өсөн ғәфү үтенмәһә.
-Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.
-Насар өйҙә, аслы -туҡлы йәшәгәндәрҙең бәхетлеләре бар, сөнки Аллаһы Тәғәләм уларҙың йөрәктәрен аса.
-Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.
Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.
????-Мин !- тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ.