Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Август 2020, 19:00

Районға - 90. Инәккә газ килеүе хаҡында сәхифә (Аҙағы).

Тәүге адрес буйынса килеп еттем дә юғалып ҡалдым. Ғәйәт ҙур офис. Ҡабул итеү бүлмәһендә секретарҙан башҡа бер кем юҡ. Баш инженер үҙендә булып сыҡты. Мине һорауҙарға күмеп ташланылар: проект бармы, уға ниндәй торбалар һалынған, нисә км төҙөргә кәрәк, ер-һыу ниндәй…

Тәүге адрес буйынса килеп еттем дә юғалып ҡалдым. Ғәйәт ҙур офис. Ҡабул итеү бүлмәһендә секретарҙан башҡа бер кем юҡ. Баш инженер үҙендә булып сыҡты. Мине һорауҙарға күмеп ташланылар: проект бармы, уға ниндәй торбалар һалынған, нисә км төҙөргә кәрәк, ер-һыу ниндәй…Уларҙа ҡеүәтле техника, бынамын тигән бригада булыуын, әммә икенсе йыл инде етди эшһеҙ ултырыуҙарын әйттеләр. Уларҙа торбалар, фитинг, изоматериалдар барлығын, бер йылда яҡынса 30 км юғары баҫымлы газ үткәргес төҙөй алыуҙарын белдерҙеләр. Шунан ул хеҙмәткәрҙе саҡырып алды ла мине производство участкаһына оҙатып ҡуйырға, техниканы күрһәтергә ҡушты. Базаға киткәнгә тиклем мин уға башҡа предприятие менән һөйләшкән булыуыбыҙҙы, әммә бер ниндәй ҙә ҡарарға килмәгәнлегегебеҙҙе әйттем.
База ¤фөнән ситтә урынлашҡайны. Унда тап-таҙа, өр-яңы япон техникаһы тигеҙ саф булып теҙелеп киткән. Импортты тәүгә күреүем, һушым алынды. Нимә генә юҡ: сүмесле һәм роторлы экскаваторҙар, крандар, торба һалғыстар…Төрлө диаметрлы торбалар иһә тулып ята. Иҫ киткес! Экскурсиянан һуң ҡабат офисҡа килдек. Мин килеүгә документтар әҙерләп ҡуйылғайны, имзамды ҡуйып, мисәт баҫтым. Ниһайәт, тәүге аҙым яһалды.
Икенсе аҙым – заявка биреү. Эйе, Владимир Иванович Сулименко әйткән заявка. Унда бөтәһе 50-нән ашыу пункт. Унда нимә генә юҡ: СССР Госпланынан газға лимит алыуҙан башлап Балыҡсылыҡ хужалығы министрлығынан лимит алыуға тиклем – барыһы ла бар. Ҡайтҡас, тура Хәмит Арин улы янына индем. Минең отчетым уны рухландырып ебәрҙе. Подрядсы тураһында шуны әйтте: “Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙе баш тартмаһа, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә – подрядсыны алмаштырмаясаҡбыҙ. Юғиһә, унан һуң беҙ кем булып сығабыҙ?!”
Х. Тажмөхәмәтов бик әҙәпле кеше. ‡лһә, үлер – әммә әйткән һүҙенән ҡайтмаҫ. Вәғәҙә биргән икән – мотлаҡ үтәй. Был уның тормош девизы. Хәйер, беҙгә ҡайҙа ашығырға, газ үткәргес Таҙларға килеп еткәнсе әле. “Башланғыс һалынды. Әйҙә, Сөләймән, ашханаға, самауыр янында сәйләтеп алайыҡ”, – тине Хәмит Арин улы. Беҙ шулай эшләнек тә.
Иртәгәһенә ыҙа сигеп йөрөүҙәр башланды. Күпме ваҡытты алғандыр, белмәйем, шулай ҙа беренсе нәүбәттә кәрәкле документтарҙы тиҙ арала әҙерләп, институтҡа илтеп тапшырҙыҡ. Иртәгеһенә үк аҡса ла күсерелде. Бына шулай, эш “хут”ҡа китте.
Бер мәлде Бурылсаға запчасть артынан барырға тура килде. МТМ-ла Владимир Ивановичты осраттым. Хәл-әхүәл һорашҡас, ул әйтеп ҡуйҙы: “Беләһеңме, Сөләймән Асҡарович, минең һиңә тәҡдимем бар. Ниңә беҙгә газ үткәргесте Таҙларҙан һуҙабыҙ әле, унда бит рельеф ҡатмарлы, тауҙар, етмәһә, бер түгел, ике йылға аша үтергә… Бик ауырға тура киләсәк, күпме ваҡыт әрәм буласаҡ. Тура Бурылсанан, Михайловка аша һуҙығыҙ. Рельеф бынамын тигән, тигеҙ, хет иртәгәнән башлағыҙ. Һарыҡташтан Таҙларға газ килеп еткәнсе, һеҙ тамамлап та ҡуйырһығыҙ”. Баҙап ҡалдым: идея һәйбәт тә ул, тик рөхсәт итерҙәрме?
Шунда уҡ теге 53 пункт һәм заявка иҫкә төштө, шуны уҡ Ырымбур өлкәһе буйынса йыйырға бит. Әммә Владимир Иванович мине тынысландырҙы: “Борсолма, Ырымбур өлкәһен үҙ өҫтөмә алам. Баштан үтте инде”.
Ҡайтҡас, Хәмит Арин улына хәлде һөйләп бирҙем. Уға идея оҡшаны, ҡыҙығып китте. “Районды үҙ өҫтөмә алам, тик “Күмертаугаз” менән ни эшләргә?” – тип һораны. Әлегә сабыр итәйек, йылылыҡ-техник иҫәп-хисап эшләнгәс, күҙ күрер, тинем.
Эш бер минутҡа ла туҡталманы. Көн һайын булмаһа, көн аша тигәндәй ойошмалар буйлап саптым, заявка буйынса мәғлүмәттәр йыйҙым. Тиҙҙән беҙгә йылылыҡ-техник иҫәп-хисабын тапшырҙылар, эш тағы ла артты. Беҙгә ниндәй йыуанлыҡтағы ҡайһы торбаны күпме алырға кәрәклеген әйттеләр. Бар көстө торба һатып алыуға йүнәлттек, мөмкин булған ҡәҙәр һәр кемде йәлеп иттек. Бер мәлде мине Хәмит Арин улы саҡыртып алды ла, Мәскәүгә, СССР нефть һәм газ сәнәғәте министрлығына барып, торба тураһында һөйләшеп ҡайтырға ҡушты. Самолетҡа билет хәстәрләп ҡуйылғайны.
Бына беҙ Мәскәүҙә. Министрлыҡты, кәрәкле кешеләрҙе таптыҡ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беҙгә ярҙам итергә вәғәҙәләнеләр бит әй! Аҙаҡ тағы бер нисә тапҡыр Мәскәүгә осорға тура килде, беҙҙе онотоп ебәрмәһендәр тип, торба ҡасан булырын белешеп торҙоҡ.
Йәнә бер мөһим мәсьәләне хәл итергә кәрәк ине – “Күмертаугаз”дан техник шартты (ТУ-техническое условие) нисек алырға? Сөнки буласаҡ трассаның яҙмышы шуға бәйле. Мин уларға киттем. Предприятие начальнигы кабинетына инер-инмәҫтән, һүҙ башланым. “Беҙ газ үткәреү менән шөғөлләнәбеҙ, ТУ алырға килдем”, – тинем дә фирменный бланкты тотторҙом. Ул, быға иғтибар итмәгәндәй, Хәмит Арин улының һаулығын һорашты. “Газ үткәреп бөткәнсе уның һаулығы бынамын тигән буласаҡ!” – тип яуапланым мин. “Һеҙҙең директор оптимист, 20 йыл алдан һаулығын билдәләп ҡуйған”, – тип йылмайҙы ла имзаһын ҡуйҙы. “Был эш шулай 20 йылға һуҙылырмы икән ни?!” – тип шөбһәләнеп сығып киттем. Сыҡҡас, ҡағыҙҙы ҡараһам, күҙемә ышанмай торҙом, “ПТО начальнигына, хәл итергә”, – тип яҙылғайны унда. “Ярты эш эшләнде, тимәк!” – тип ҡыуандым эстән генә. ПТО начальнигына инеп торманым: артыҡ һорау бирә башлаһа, йә эште боҙоп ҡуйырмын. Ҡайтып, хатҡа буласаҡ трассаның маршрутын яҙып бөтөргә лә иртәгеһенә килеп ТУ алырға. Шулай эшләнем дә. Техник шартты бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ бирҙеләр. Тимәк, газ үткәргескә юл асылды. Мин шундуҡ проект институтына шылтыратып, ТУ әҙер булыуын, ҡурҡмай, проектлауға тотонорға мөмкин булыуын әйттем. Буласаҡ трассаның грунт торошон билдәләү һәм газ үткәргесте проектлау өсөн ике көндән быраулау машинаһы килеп етте.
Хәҙер беҙҙең алда бер генә бурыс: нисек тә булһа торба табыу. Мәскәү ярҙам итәме-юҡмы – өҙөп кенә әйтә алмайбыҙ. Владимир Иванович ике адрес бирҙе: береһе – Ҡаҙағстан, икенсеһе – Ырымбур өлкәһе. Хәмит Арин улы менән Ырымбур өлкәһенә юл тоттоҡ. Ысынлап та, унда торбалар бар, тик ГОСТ буйынса беҙгә тап килмәй.
Заявкалар буйынса Владимир Иванович менән бергәләп эшләйбеҙ, ул – Ырымбур өлкәһендә, мин – Башҡортостанда. Ырымбур өлкәһе буйлап бергәләп тә йөрөп киләбеҙ. Бер нәмәгә иғтибар иттем: күршеләргә ҡарағанда Башҡортостанда бюрократия күберәк.
Бер мәлде бер юлы ике һөйөнөслө хәл булды. Беренсеһе – СССР Госпланы тарафынан раҫланған газ лимитын почта аша ¤фөгә ебәрә алдым, был заявкала төп документтарҙың береһе ине. Икенсеһе – Рәил Сәлих улы шылтыратып, телеграмма килеүен, кисекмәҫтән Мәскәүгә, торбаға наряд алырға барырға кәрәклеген әйтте. Мин барыһын да Хәмит Арин улына хәбәр иттем, ул миңә Мәскәүҙән һуң тура заводҡа (Днепропетровск, Украина) барырға, үҙем менән Низаметдиновты алырға ҡушты. Кәрәкле документтар туплауға ике көн китте. Беҙ торбаларҙы тейәп ебәреү өсөн Төйлөгән һәм Һарыҡташ тимер юл станцияларының реквизиттарын, йәнә Днепропетровскиҙа йәшәгән яҡташыбыҙ Хөббулла ағайҙың (Гизетдин Ғөбәйҙуллиндың абзыйы) алдыҡ та ҡуҙғалдыҡ.
Мәскәүҙә Днепропетровскиҙағы Карл Либкнехт исемендәге заводҡа наряд алдыҡ. Ҡала бик матур, таҙа, кешеләр ҙә һөйкөмлө, итәғәтле, алсаҡ булып сыҡты. Хәтеремдә: беҙгә кәрәк адрес буйынса берәүҙән юл һорағайныҡ, үтеп барған һәр кем туҡтай башланы, кешеләр йыйылып китте, һәр береһе нисек турараҡ барыу мөмкинлеген аңлатырға тотондо.
Хөббулла ағай беҙҙе әйҙүкләп ҡаршы алды, оҙон юлдан һуң асыҡҡанһығыҙҙыр, тип ҡыҫтап-ҡыҫтап ашарға ултыртты. Табындан һуң тыуған яҡтар, яҡташтар, ауыл тураһында яйлап һорашты. Башҡорт һәм татар радио станциялары ҡайһы тулҡындарҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһынды, туған телен бик һағыныуын белдерҙе.
Иртәгәһенә иртә менән заводҡа киттек. Тәьминәт бүлегендә документтарҙы һәм тимер юл станцияларының реквизиттарын ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ.
Проектлау тулы ҡеүәткә барҙы. Беҙ Ишемғол һәм Яңы Себенле ауылдарында урам селтәрҙәрен проектлау буйынса йәнә бер төркөм булдырҙыҡ. Һүҙ фәҡәт газ тирәләй барҙы. Көндәрҙең береһендә беҙгә йәнә уңыш йылмайҙы. Шулай, бер мәлде ағайым Татарстандан килгән ҡунаҡ Хәсән Йосопов хөрмәтенә табын йыйҙы. Легендар “Родина” колхозы рәйесе Рәфҡәт Әхмәт улы Фәйзуллин да саҡырылғайны. Һүҙ йәнә газ тирәһендә ҡуйыра башланы. Мне һорауҙарға күмеп ташланылар: эштэәр нисек тора, газ ҡасан була, газ үткәреү ҡайҙан башлана, торба таптығыҙмы әле… Мин хәл-торошто ентекле һөйләп бирҙем, эштең изоляция материалына килеп терәлеүен, заводта сират ҙур булыуын, бик әҙ генә биреүҙәрен, ә беҙгә тиҫтәләгән тонна кәрәклеген әйттем. Шул саҡ Рәфҡәт Әхмәт улы:
– Мин һеҙгә ярҙам итәм. Заводтың генераль директоры – минең дуҫым, мин уға шылтыратып әйтермен, – тип әйтеп һалды. Ә Татарстандан килгән ҡунаҡ – Хәсән ағай:
– Нишләп торбаны әллә ҡайҙан ситтән эҙләйһегеҙ? Уны бит беҙҙҙең Әлмәттә етештерәләр. Беҙҙекеләр шунан ала, – тип адрес тотторҙо. Шул көндө үк был хаҡта Хәмит Арин улына еткерҙем.
Иртәгәһенә Мин Әлмәт тарафтарына юл тота инем инде. Ысынлап та, завод беҙгә кәрәкле үлсәмдә изоляцияланған спираль-шовлы газ торбалары етештерә икән. Тик беҙҙең проектта – башҡа ГОСТ торбалары. Проектлау институтына шылтыратып, бындай торбалар яраймы икәнен белештем. Ыңғай яуап ишеттем. Заводтың баш инженерына хат менән инеп, торба алыуға документҡа ҡул ҡуйҙырҙым. Аҡса мин ҡайтҡандың иртәгәһенә үк күсерелде. Ышаныс ҡағыҙы һәм станцияның реквизиттары бар ине инде.
Торбалар артынан Риф Әминев ебәрелде, сөнки тап шул көндө Хәмит Арин улына Рәфҡәт Әхмәт улы шылтыратты – кисекмәҫтән заводҡа изоляция таҫмаһы алырға барырға кәрәк икән. Мин шунда киттем. Рәфҡәт Әхмәт улы мине көтә ине инде. Ул мине кәрәкле кабинеттар буйлап оҙатып йөрөнө, барыһын да бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ яҙып бирҙеләр.
Ошо уҡ йылдың ҡара көҙөндә Әлмәттән – Төйлөгәнгә, Днепропетровскиҙан Һарыҡташҡа бер үк ваҡытта торбалар килеп етте. Мин хатта юғалып ҡалдым. Аптырап, Хәмит Арин улы янына индем. “Бушҡа аптырама, Сөләймән. Торба беҙҙеке, килгән икән – бер ҡайҙа ла китмәҫ”. Был торбаларҙы ташып алыу газ үткәреү эшендә – миллиондан бер өлөштөр, әммә ауырлығы буйынса төп урындарҙы биләй. Уны ташыуҙа ҡатнашҡан кешеләр нисек ауыр булыуын әле булһа иҫләй.
Ниһайәт, Бурылса – Ишемғол газ үткәргесе тәүге сиратының проекты әҙер булды. Уның буйынса ризалыҡ алыу процесы башланды. Бик шыма ғына барманы. Ҡаршылыҡҡа осраныҡ: Ырымбур ҡалаһының Ростехнадзор инспекторы газ үткәргесебеҙҙең врезка урынын оҡшатманы. “Күмертаугаз” да имза ҡуймай йөрөттө. Ярай әле, тиҙ хәл ителде.
Ишемғол, Яңы Себенле ауылдарының урам селтәрҙәре проекты ла тамамланды. 1992 йылдың декабренә газ үткәргес төҙөүгә тулыһынса әҙер инек. Ауылдарҙа урам селтәрҙәре төҙөү өсөн беҙ өс ойошма – Күмертауҙан “Газсантехмонтаж” (етәксеһе П.Кичигин), Мәләүездән “МП Газ” (А. Дегтярев), Ырымбурҙан “ Спецгазмонтаж” (М. Мостафин, Л. Сенникова) – менән килешеү төҙөнөк. Эште улар бер-береһенә ҡамасауламаҫлыҡ итеп ойошторҙоҡ.
1995 йылдың сентябренә Бурылса – Ишемғол юғары баҫымлы газ үткәргесе, Ишемғол, Яңы Себенле ауылдарының урам селтәрҙәре төҙөлөп бөттө. Ниһайәт, күптән көткән тантаналы мәл етте – факел ҡабынды. Унан һуң ике аҙна буйы 10 кешенең өйөнә газ үткәреп йөрөнөк. Улар йылытыу миҙгеле етеүгә ҡарамаҫтан, беҙгә ышандылар – мейестәрен һүтеп алып, өйҙәрен газ индереүгә әҙерләп ҡуйғайнылар. Аҙаҡ уларҙан кеше өҙөлмәне: күршеләре, туғандары, дуҫтары экскурсияға килә башланы, йәнәһе, бөтәһе лә төҙөк эшләйме, өйҙә йылымы… Аҙаҡ халыҡ беҙгә тамам ышанды, барыһы ла өйҙәренә газ үткәрергә тотондо.
1996 йылда ҡаҙанлыҡтар, йорт-фатирҙар газға тоташтырылды, газ үткәргестең икенсе сираты (Ҡужабаҡ – Яңы Николаевка) төҙөлдө. 1997 йылда тотош районда газ үткәреү барышына етәкселек итеүсе бүлек барлыҡҡа килде. Әллә финансҡа бәйле проблемалар күбәйҙеме, әллә уларға бөтә иғтибар Инәккә генә бүленеп, унда эш үтә йылдам бара кеүек тойолдомо – нимә генә булһа ла ошо йылдан аңлашылмаусанлыҡтар башланды, эш кирегә китте. Подрядчиктарыбыҙ берәмләп китеп бөттө. Артабан совхозға газ үткәреү эше ошо бүлек контроленә күсте, беҙҙең ҡыҫылыш булманы. Шул сәбәпле Ҡужабаҡ, Вәлиша ауылдарына, Яңы Николаевкалағы “утрау”ға газ шаҡтай һуңлабыраҡ килде. Хәҙерге көндә беҙҙең газ үткәргестә Ырымбур өлкәһенең 6 ауылы, Яңы Юл һәм Айыу ауылдары ултыра. “Инәк” совхозына газ үткәреү ҡиссаһы бына шунан ғибәрәт.
Сөләймән Ҡәйүмов.
Читайте нас: