Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Август 2020, 14:00

Районға - 90 йыл ИНӘККӘ ГАЗ КИЛЕҮЕ ХАҠЫНДА СӘХИФӘ

Инәктәр ике тиҫтә йылдан күберәк тәбиғи газ яға. Үҙемдең иҫтәлектәремде тәҡдим итеп, “Инәк” совхозы халҡы һәм шәхсән үҙемдең исемдән инәктәргә газ үткәреүҙә эскерһеҙ ярҙам иткән һәр кемгә, яҡташтарыбыҙға, ул саҡтағы район етәкселегенә, подрядсы ойошмаларға – Өфө ҡалаһының «Востокнефтепроводстрой» (В.Бобрик), «Газсантехмонтаж» (Күмертау, П. Кичигин) һ.б., шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең «Заветы Ильича» колхозы рәйесе В. Сипеменкоға рәхмәтемде еткергем килә. ”Комплекс” проект ойошмаһы етәкселәре Н. Максимовҡа, З. Маклинаға айырым рәхмәт – улар төҙөлөш барышында хужалыҡҡа газ үткәреү буйынса штаб ролен үтәнеләр, ойоштороусы булдылар, беҙгә уларҙың ҡарарҙарын ваҡытында тормошҡа ашырырға ғына ҡалды. Шул арҡала беҙ объекттарҙы 90-сы йылдар уртаһына тапшыра алдыҡ, ә Яңы Юл һәм Айыу ауылдарындағы кеүек 2000 йылда түгел.

Инәккә газ килеүе хаҡында сәхифә
Инәктәр ике тиҫтә йылдан күберәк тәбиғи газ яға. Үҙемдең иҫтәлектәремде тәҡдим итеп, “Инәк” совхозы халҡы һәм шәхсән үҙемдең исемдән инәктәргә газ үткәреүҙә эскерһеҙ ярҙам иткән һәр кемгә, яҡташтарыбыҙға, ул саҡтағы район етәкселегенә, подрядсы ойошмаларға – Өфө ҡалаһының «Востокнефтепроводстрой» (В.Бобрик), «Газсантехмонтаж» (Күмертау, П. Кичигин) һ.б., шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең «Заветы Ильича» колхозы рәйесе В. Сипеменкоға рәхмәтемде еткергем килә. ”Комплекс” проект ойошмаһы етәкселәре Н. Максимовҡа, З. Маклинаға айырым рәхмәт – улар төҙөлөш барышында хужалыҡҡа газ үткәреү буйынса штаб ролен үтәнеләр, ойоштороусы булдылар, беҙгә уларҙың ҡарарҙарын ваҡытында тормошҡа ашырырға ғына ҡалды. Шул арҡала беҙ объекттарҙы 90-сы йылдар уртаһына тапшыра алдыҡ, ә Яңы Юл һәм Айыу ауылдарындағы кеүек 2000 йылда түгел.
Дәүләт кимәлендә ауылдарға газ үткәреү программаһы ҡабул ителгәс, был ҡарар беҙҙең совхозға ла килеп етте. Нәҡ ҡайһы көндә икәнен онотҡанмын, хәтирәләремде дөйөмләштереберәк яҙам.
Шулай, төштән һуң ул саҡтағы совхоз директоры Хәмит Арин улы Тажмөхәмәтов ашығыс рәүештә идара ағзаларын, хужалыҡ активын үҙенә йыйып алды. Унда совхозға газ үткәреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Хәмит Арин улы Башҡортостанда газ үткәреү барышы, юғары баҫымлы Һарыҡташ – Таҙлар газ үткәргесен төҙөү торошо менән таныштырғас, сығышының аҙағында: “Беҙҙең өсөн бөтөнләй ят булған был мөһим эште кемгә тапшырырға? Бик оҙаҡ уйландым мин һәм баш энергетик Ҡәйүмовҡа йөкмәтергә булдым”, – тине. Мин, әлбиттә, ҡаршы төштөм, мин төҙөүсе түгел, тинем. “Һүҙ ҡуйыртырға әле ваҡыт юҡ, кәңәшмәнән һуң һөйләшербеҙ”, – тип ул минең ауыҙымды япты. Беҙ шулай иттек тә. Кабинетҡа ингәс, мине ҡаршыһына ултыртып ҡуйҙы ла һүҙ башланы:
– Һин мине күптән беләһең, ныҡлап уйламайынса бер ҡасан да ҡарар ҡабул итмәйем. Был осраҡта – бигерәк тә. Мин һинең ҡулыңдан килеренә ышанам. Бергәләп эшләрбеҙ, проблема килеп тыуһа, көн-төн тип тормай, теләгән ваҡытта шылтырат. Эш өсөн һиңә хеҙмәти машина бирәм…
Үҙенең дәлилдәре менән миңә ҡаршылашырлыҡ урын ҡалдырманы. Ризалаштым.
Ул төндө күҙгә йоҡо инмәне. Ни эшләргә? Эште ҡайҙан башларға? Беләм, Домбаровка-Һарыҡташ-Таҙлар юғары баҫымлы газ үткәргесе һалына, Васильевкаға еткәндәр. Бурылса ауылы халҡы геү килеп өйҙәренә газ үткәреп ята. Районға яҡташыбыҙ – Инәк кешеһе Марат Түләбаев етәкселек итә, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ әле, тип өмөтләнәм. Ни булһа ла булыр, тәүҙә Иҫәнғолға барып, районға газ үткәреү өсөн яуаплы белгестәр менән танышып ҡайтам да иртәгеһенә – күрше Бурылсаға! Шулай хәл иттем.
Планеркала пландарым тураһында Хәмит Арин улына һөйләнем дә райүҙәккә юл тоттом. КПСС райкомы бинаһына индем, ҡаршыма 1-се секретарь Марат Сәйфулла улы үҙе тап булды. Ғәҙәттәгесә йылмайып күреште лә ниндәй йомош менән йөрөүемде белеште.
– Кисә мине совхозға газ үткәреү буйынса белгес итеп тәғәйенләнеләр. Бына, ошо өлкәләге белгестәр менән осрашып, кәңәшләшергә килдем әле.
– Инженер-газовиктарҙан уңманыҡ инде. Берәүҙе алғайныҡ, бер ай ҙа эшләмәне, һыпыртты, уның урынына килгәне икенсе көн инде эштә юҡ. Әлегә газ үткәреү эштәренә минең төҙөлөш буйынса урынбаҫарым Рәил Сарбаев кураторлыҡ итә. Ул автогараж тирәһендә булырға тейеш. Сөләймән Асҡарович, әгәр совхозға газ үткәреү менән етди шөғөлләнһәң, белеп ҡуй: финанслау йәһәтенән ҡытыршылыҡтар булмаясаҡ, – тине Беренсе.
Был һүҙҙәрҙең асылын 90-сы йылдар аҙағында төшөндөм һәм аҙаҡ гел хәтерҙә тоттом. Ниндәй алтын һүҙҙәр булған икән! Сөнки “Инәк” совхозында “аҡса юҡ” тигән төшөнсә бөтөнләй булманы. Токарь Борис әйтмешләй, 13 механиктың һәр береһенең кеҫәһендә запас частар алыу өсөн бер нисә миллион һумлыҡ лимитһыҙ чек кенәгәһе ятыр ине. Һуңғы 5 йылда фәҡәт совхоз аҡсаһына “Уралзолото” ойошмаһы ярҙамы менән Ишемғол–Михайловка-Ҡужабаҡ автоюлы төҙөлдө. Ишемғолда балалар баҡсаһы, Новониколаевкала урта мәктәп, Ҡужабаҡта башланғыс мәктәп төҙөүгә тос өлөш индерелде, ә производство объекттары хаҡында әйтеп тә тормайым.
Марат Сәйфулла улы һаубуллашып китеп барҙы, ә мин Р.Сарбаевты эҙләп таптым. Таныштыҡ. Ул хәл-торошто ентекләп һөйләне, пландар, маҡсаттар менән таныштырҙы. Башлыса ул Һарыҡташ–Таҙлар газ үткәргесе тураһында һөйләне, районға газ фәҡәт Таҙлар АГРС-ынан тараласағын, был хаҡта “Күмертаугаз” начальнигы В. Приказчиков бер нисә тапҡыр иҫкәртеүен әйтте. Алға китеп әйтәйем, аҙаҡ беҙ Рәил Сәлих улы менән коллегалар булып киттек, район хакимиәте башлығы булып киткәс, ул районға газ үткәреү бүлеге менән бәхәстәрҙә беҙҙе яҡлашты, газ үткәреү эшен тамамларға мөмкинлек бирҙе.
…Иртәгәһенә, алдан ниәтләгәнсә, таң менән Бурылсаға юл тоттом, ниәтем – колхоз рәйесе В.И. Сулименконы күреү ине. Мин барғанда, идарала наряд бөтмәгән, шау-гөр килеп ниҙер тикшерәләр. Көтөп торҙом да индем. Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белә инек, сөнки запчасть эҙләп көн һайын тигәндәй уларҙа була торғайным. Ул заманда запчасть йәһәтенән Ырымбур өлкәһендә хәлдәр яҡшыраҡ ине. Мин килеүемдең маҡсатын аңлаттым. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Тәфсирләп аңлатты. Иң элек газ объекттарын проектлауға лицензияһы булған проект ойошмаһы табырға кәрәклеген әйтте.
– Хәҙер ундай ойошманы табыуы бик ҡыйын, проект ойошмалары ундай күләмле эшкә әҙер түгелдәр. Ырымбурҙа лицензияһы булғандар 5 йылға етерлек заказ алғандар, ваҡытыңды бушҡа уҙғарма, һин Башҡортостандан эҙләп ҡара. Йәнә шул: проект ойошмаһы табыу – бер бәлә булһа, проектҡа заявка әҙерләү – мең бәлә. Унда бөтәһе 53 пункт, һәр пунктты әҙерләү диплом эше яҙыуға бәрәбәр – һәр төрлө һандар, төрлө ойошмаларҙан, предприятиеларҙан, министрлыҡтарҙан белешмәләр, ҡарарҙар йыйырға… Һәр ойошма үҙен әллә кем итеп күрһәткеһе килә, инәлтә. 5-10 минутта әҙерләргә мөмкин булған справканы ла бирмәй, “беҙ һеҙҙең һорауҙы өйрәнербеҙ, яуапты алырға 5,10, хатта 45 көндән килерһегеҙ”, – тип ебәрәләр.
Әйтелгән ваҡытҡа киләһең. Улар, “хәҙер!” тиҙәр ҙә 5 минут эсендә эшләп тә бирәләр. Заявка әҙерләүгә ярты йыл ваҡытыбыҙ китте. Бына шулай хәлдәр, Сөләймән Асҡарович, һиңә үтә лә яуаплы эш йөкмәтелгән. Уңыштар теләйем. Шылтырат, кил – ҡулымдан килгәнсә ярҙам итермен, – тип йылы итеп һаубуллашып ҡалды ул. Ысынлап та, газды бергәләп үткәрҙек.
Ҡайтҡас, тәьҫораттарымды Хәмит Арин улы менән уртаҡлаштым. Ул кисекмәҫтән ¤фөгә барырға ҡушты. Иртәгәһенә үк уның машинаһында ¤фөгә табан елдерә инем инде. Ниәтем – тиҙ арала проект ойошмаһы эҙләп табыу. Барыһы ла Владимир Иванович киҫәткәнсә: берәүҙәре лицензия юҡлыҡҡа һылтана, икенселәре, бына яңы ғына алдыҡ, ти, өсөнсөләре муйындан заказға батыуын белдерә, дүртенселәре бер аҙнанан, бер айҙан килергә ҡуша…Буш йөрөп ҡайттым. Икенсегә Хәмит Арин улы менән икәүләп йөрөп сыҡтыҡ – һөҙөмтә булманы.
Бер аҙҙан тағы ¤фөгә барҙым, һуңғараҡ килерһегеҙ, тигән ойошмалар буйлап йөрөп сыҡтым. Файҙаһыҙ. Шулай ҙа бер ойошмала “Уфагражданпроект” проектлау институты базаһында яңыраҡ ҡына газ объекттарын проектлау буйынса кооператив ойоштороуҙарын, барлыҡ эштәрҙе башҡарыуға лицензия алыуҙарын әйттеләр.
Мин уларҙы бик тиҙ эҙләп таптым. Индем, һаулыҡ һораштым, килеүемдең маҡсатын әйттем. Улар, мине аптыратып, йылмайып ебәрҙеләр, йүгерешә башланылар, саҡ ҡосаҡлап алманылар инде. Ниһайәт, етди эш барлыҡҡа килде, тип хатта сәй ҡуйҙылар. Ентекләп һораштылар. “Начальник әлегә командировкала, бер аҙнанан ҡайта, шунда килерһегеҙ”, – тинеләр. Таныш һүҙҙәрҙе ишеткәс, кикерек төштө. Улар телефон номеры биреп, йылы итеп оҙаттылар.
Ҡайтып, Хәмит Арин улына түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.
– Ниһайәт, өмөт ярсығы пәйҙә булды, – тип ҡыуанды ул.
Аҙна көндәлек мәшәҡәттәр менән “һә” тигәнсе үтеп тә китте. ¤фөгә шылтыратып һөйләштек, начальник ҡайтты, килә алаһығыҙ, договор төҙөү өсөн мисәт алырға онотмағыҙ, тинеләр теге оста. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡулдан трубка төшөп китә яҙҙы. Был беҙҙең өсөн, бәләкәй булһа ла, еңеү ине!
Иртәгәһенә йәнә ¤фөгә елдерҙем. Мине көтәләр ине. Начальник Р. Зорге урамындағы төп корпуста, тинеләр. Танышҡас та эшкә тотондоҡ. Николай Григорьевич шуларҙы әйтте:
– Ауылдарҙы газға тоташтырыу буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителгән икән, ул мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ. Тик ҡасан? Хикмәт ваҡытта. Йылдарҙы әрәмгә ебәрмәҫ өсөн беҙ шулай эшләйбеҙ. Проектлауға заявка алығыҙ ҙа килешеү төҙөгөҙ, килешеүҙә шик тыумаһын өсөн аванс түләүгә счет алығыҙ. Аҡса күскәс тә беҙ проектларға тотонорбоҙ. Йылылыҡ техникаһы өлөшөн башҡарыу өсөн һәр хужалыҡ буйынса мәғлүмәттәр кисекмәҫтән кәрәк булыр. Ҡалған мәғлүмәттәрҙе әҙер булыуына ҡарап бирерһегеҙ. Эште бер юлы алып барырға кәрәк, юғиһә ваҡытты күп юғалтасаҡбыҙ. Йылылыҡ техникаһы өлөшөн йырып сыҡҡас, һеҙгә материал эҙләү, алыу өсөн иркенлек асыласаҡ. Сөнки ҡулда аҡса була тороп та, уларҙы табыуы ҡыйын, өҫтәүенә шундай күп күләмдә. Һеҙгә тиҙ арала подрядсыны билдәләргә кәрәк. Был проектлау барышында ҡайһы бер коэффициенттарҙы үҙ-ара килешеү өсөн мөһим. Аҙаҡ мәшәҡәтләнмәҫ өсөн.
Николай Григорьевичҡа подрядсыбыҙ барлығын, ул В. Бобрик етәкселегендәге “Востокнефтепроводстрой” икәнлеген әйттем. Әммә Николай Григорьевич: “Беренсенән, улар оҙаҡ төҙөй; икенсенән, смета шундуҡ 20% күтәреләсәк”, – тип беҙҙең менән ризалашманы. ¤фөлә уларҙан шаҡтай ҡеүәтлерәк, бер-ике йыл инде етди эшһеҙ ултырған төҙөлөш ойошмалары барлығын әйтте. Мин ни өсөн был ойошманан баш тарта алмауыбыҙҙы, был ойошма етәксеһен Башҡортостан Юғары Советына беҙҙең райондан депутатлыҡҡа кандидат булырға өгөтләүебеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем. Һәм беҙҙең директорҙың уның ышаныслы кешеһе булыуын, беҙҙең райондың уның өсөн нисек тырышыуын, тик ни бары бишме, алтымы тауыш етмәүен өҫтәнем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул беҙгә газ үткәреүҙә подрядсы булырға ныҡлы вәғәҙә биргәнен әйттем. Бына шуға ла беҙ бер нисек тә баш тарта алмайбыҙ. Николай Григорьевич иғтибар менән тыңланы ла: “Мәйлегеҙ”, – тине. Шулай ҙа ул беҙҙе ҡыҙыҡтырҙы һәм беҙ ул әйткән адрестар буйынса йөрөмәй, ул ниндәй подрядсылар икәнен ҡарамай булдыра алманыҡ.
Дауамы бар.
Читайте нас: