Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 20:00

Башҡортостандың Арбитраж суды Генпрокуратура талабы буйынса БСК акцияларын тартып алды

Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының беренсе урынбаҫарының сит законһыҙ милектән «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларын дәүләт файҙаһына һоратып алыу хаҡында Генераль прокурорҙың дәғүәһе буйынса тәьмин итеү сараларын ҡабул итеү тураһында ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде...

Башҡортостандың Арбитраж суды Генпрокуратура талабы буйынса БСК акцияларын тартып алды, тиелә судтың рәсми белдереүендә.
«Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының беренсе урынбаҫарының сит законһыҙ милектән «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларын дәүләт файҙаһына һоратып алыу хаҡында Генераль прокурорҙың дәғүәһе буйынса тәьмин итеү сараларын ҡабул итеү тураһында ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде. «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең «Региональный фонд» акционерҙар йәмғиәте, «Башкирская химия» акционерҙар йәмғиәте, «Башкирская химия» сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте милкендә булған исемле акцияларына арест һалынды. «Реестр» акционерҙар йәмғиәтенә «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акционерҙары реестрына үҙгәрештәр индереү тыйылды», — тиелә судтың белдереүендә.
Ҡарар шунда уҡ үтәлергә тейеш.
Читайте нас в