Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Сентябрь 2020, 16:00

Күптән көткән көн. Урррра! Абзанда заправка асылды

Шөкөр, райондың көньяғында урынлашҡан ауылдар халыҡтарының да теләге тормошҡа ашты. Абзан ауылындағы заправкалау станцияһы ябылғандан алып, инде нисә йыл был улар яғыулыҡ артынан, кемдәрҙер күрше өлкәләге Һарыҡташҡа, кемдәрҙер Ҡороюлға, йә булмаһа райондың Таҙлар-Иҫәнғол ауылдарына яғыулыҡ артынан йөрөргә мәжбүр булды. Ә бит яҡын ара түгел.Мәғлүмәт өсөнАИ 92 – 41 һумДТ – 41 һум

Шөкөр, райондың көньяғында урынлашҡан ауылдар халыҡтарының да теләге тормошҡа ашты. Абзан ауылындағы заправкалау станцияһы ябылғандан алып, инде нисә йыл был улар яғыулыҡ артынан, кемдәрҙер күрше өлкәләге Һарыҡташҡа, кемдәрҙер Ҡороюлға, йә булмаһа райондың Таҙлар-Иҫәнғол ауылдарына яғыулыҡ артынан йөрөргә мәжбүр булды. Ә бит яҡын ара түгел. Хатта кемдәрҙер яғыулыҡ алып ҡайтып арттырып һатып был юл менән аҡса ла эшләне – үҙенсә бизнес. Кеше кәрәк булғас ала, ҡайҙа барһын. Халыҡ төрлө инстанцияларға хат артынан хат яҙып, юллай торғас (социаль селтәрҙәрҙә лә күп төрлө фекерҙәр ишетергә тура килде), ниһайәт, 2 сентябрҙә, халыҡтың көтөп алған көнө – Абзан ауылы янында урынлашҡан станцияны асыу тантанаһы уҙҙы. Әйткәндәй, быға тиклем Иҙелбәк ауылындағы заправкалау станцияһы үҙ эшен башлағайны. АЗС-тың асылыуы район башлығы Дәмин Юлановтың инициативаһы һәм ныҡышмаллығына бәйле, ул яғыулыҡ заправкалау станцияһы кәрәклеге тураһында мәсьәләне күп тапҡырҙар күтәреп сыҡты.
Район хакимиәте вәкиле, район Советы секретары Марат Мөхәмәтов Дәмин Марат улының сәләмен тапшырып, нисәлер йыл заправкалау станцияһыҙ йонсоған халыҡтың шатлығын уртаҡлашыуын белдерҙе. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар ойошмаһының генераль директоры Рөстәм Аблаевтың килә алмаһа ла бүләк – мохтаж өс балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары һалынған портфелдәр ебәреүен әйтеп үтте.
Әлеге төҙөлөштөң инвесторы, Ырымбур өлкәһе егете Никита Мананников заправканы асыу тантанаһына йыйылғандарҙы тәбрикләне, булышлыҡ иткәндәре өсөн – район хакимиәтенә, ышаныс белдергәндәре өсөн Абзан ауыл халҡына ҙур рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ һатып алыусылар өсөн ташламалы карталар булдырыласағы тураһында әйтеп ҡыуандырҙы.
Рөстәм Борһанетдин улының урынбаҫары Илфат Байғужин, район хакимиәтенә, заправка хужаһы, Абзанда яғыулыҡ станцияһын асырға йөрьәт иткән Никита Алексеевичҡа рәхмәтен белдереп, һәр клиенттың техникаһына тик сифатлы яғыулыҡ ҡойолоуын теләне.
Абзан ауылы халҡы исеменән урындағы ветерандар советы рәйесе Хәбир Иҙрисов сығыш яһаны:
  • Бик көтөп алған заправка, оҙаҡ көттөк. Ҡайҙа ғына яҙманыҡ. Яғыулыҡ артынан алыҫҡа йөрөүе бигерәк ҡыйын бит кешеләргә. Күп нәмә хәҙер техника менән әҙерләнә: бесәне лә, утыны ла һ.б. Был урында эш башланып, мискә килтереп ултыртҡас, инде ҡыуандыҡ. Тимәк, бензин буласаҡ тигән өмөт уянды. Оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ Ырымбур өлкәһе халҡына, беҙҙе яғыулыҡлы иткәндәренә. Тағы ла ҡыуанысыбыҙ, беҙҙең элекке заправкала эшләгән егеттәребеҙ эшле булдылар. Әлбиттә, эшләнәсәк эштәр күп әле бында, хужа йәш – эшләр.
  • Ысынлап та, алдан булған заправка операторҙарының өсәүе:
    Камил Ишмөхәмәтов (өлкән оператор), Фәйзи Уйылданов һәм Миңнебай Хәлилов эш урынлы булған, дүртенсе оператор – Сәкинә Ишеғолова. Улар берәр тәүлекләп дежур итәләр. Операторҙар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: аш-һыу бүлмәһе (һыуытҡыс, микроволновка һ.б.) бар, хеҙмәткәрҙәр өсөн бәҙрәф эстә, күҙәтеү камералары ла ҡуйылған. Операторҙар үҙҙәре бөтә эште алып баралар, станция тирә-яғын таҙалыҡта тотоу, ҡышын ҡар көрәү, яғыулыҡтарҙы ҡабул итеп алыу ҙа улар елкәһендә. Киләсәктә станция тышына витрина ла ҡуйылып, клиенттар өсөн автомобиль кәрәк-яраҡтары тәҡдим ителәсәк. Әлегә АИ-92 һәм дизель яғыулығы менән заправкалайҙар, бәлки киләсәктә башҡа маркалары ла булдырылыр, тигән өмөт бар. Яғыулыҡ үҙебеҙҙеке, Салауат ҡалаһынан килтерәләр, хаҡтар башҡа заправкалау станцияларыныҡы менән сағыштырғанда арзан.
    Бик һәйбәт бүләк тә әҙерләгән заправка хужаһы, тәүге ике клиенттың автомобиленә бушлай 20 литр бензин ҡойолдо. Был бәхет Абзан ауылынан Гүзәл Ҡыуатова һәм Юлдаш ауылынан Фазулла Ҡолдәүләтовҡа тәтене. Улар үҙ сираттарында, рәхмәттәрен белдерҙе, станцияның гөрләп эшләүен теләне.
    Беҙ булған арала ғына үтеп барған әллә күпме автомобилгә яғыулыҡ ҡойолдо. Инде йөрөгән юлдар асыҡ булып, уларҙы хәүеф-хәтәрһеҙ үтергә булһын!
    Мәғлүмәт өсөн
    АИ 92 – 41 һум
    ДТ – 41 һум
    Читайте нас: