БМО-ның Генераль Асссаммлеяһы тарафынан билдәләнгән был көндөң маҡсаты – хәйриә ойошмаларының һәм айырым кешеләрҙең фәҡирлекте һәм киҫкен гуманитар кризистарҙы бөтөрөү буйынса эшмәкәрлегенә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, йәмәғәт ойошмаларының, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең ирекмәнлек һәм шәфҡәтлелек эшенә йәлеп итеү.
Әйткәндәй, был дата ярты быуат буйына башта Һиндостанда, аҙаҡ башҡа илдәрҙә шәфҡәтлелек менән шөғөлләнгән, донъяла Тереза әсәй тип билдәле булған Нобель премияһы лауреаты Тереза Калькуттскаяның (1910-1997) вафат булған көнөндә билдәләнә.