Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Сентябрь 2020, 12:00

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөХөрмәтле нефть-газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле нефть-газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Был яҙмыштарын еңел булмаған һөнәр менән бәйләгән нефть һәм газ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре байрамы. Беҙҙең райондың, республиканың ғына түгел, тотош илдең имен йәшәйеше ҡорамалдарҙы эксплуатациялау­сы, газ транспортлаусы, проектлаусы һәм төҙөүсе, идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүсе һәр кемгә бәйле.
Һеҙҙең ярҙам менән өйҙәребеҙгә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ инә, инфраструктура үҫешә, ауылдарыбыҙға газ үтә. Артабан да газ үткәреү беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, районыбыҙҙың ауылдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итергә ярҙамлашаһығыҙ, кешеләрҙең йорттарына уңайлыҡ, ҡот килтерәһегеҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, сыҙамлыҡ, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел бөтөнлөгө, байрам кәйефе теләйем.
Дәмин Юланов , район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: