Илде һаҡлау– һәр ир-егеттең изге бурысы икәнде беҙҙең халҡыбыҙ уландарының ҡанына һеңдергән. Башҡортостандан хеҙмәт итергә иң күп һанлы призывниктар китә. Хәрби бурысты намыҫ менән үтәгәндәрен, лайыҡлы хеҙмәт иткәндәрен барыһы ла белә. Иң ауыр ерҙәргә иң ышаныслы кешеләрҙе ебәрәләр. Шуның өсөндөр "ҡайнар нөктәләр"ҙә беҙҙең башҡорт егеттәре бик күп булдылар. Уларҙың күргәндәрен, кисергәндәрен беҙ күҙаллай ғына алабыҙ. Ата-әсәләр ил һаҡларға иң ҡәҙерле кешеләрен, улдарын, ебәргәндә, уларҙың һау-сәләмәт ҡайтыуына өмөт итеп ҡала. Өмөттәре аҡланмағандары ла бар... Юғалтыуҙар тураһында һөйләүе ауыр. Йәштәр тураһында – икеләтә ҡыйын: Чечен Республикаһында һәләк булған Үрген егете Фидан Аҡсурин менән Байыш егете Илмир Мөхәмәтйәнов. Уларға ни бары 19-20 йәш булған. Тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан ир-егеттәр: әле кәләш тә алынмаған, балалар ҙа тыумаған, өй ҙә һалынмаған, ағас та ултыртылмаған. Ошо эштәрҙе атҡара торған ғүмер ебен дошман пуляһы өҙгән. Йән әсетерлек фажиғә.
Донъяға килгән һәр кешенең үҙ тәғәйенләнеше бар, тиҙәр. Бәлки, Фидан менән Илмирҙың тәғәйенләнеше – ил өсөн ғүмерҙәрен биреү булғандыр. Әммә улар онотолмай, ата-әсәһенең, туғандарының, хәрби хеҙмәттәштәренең, дуҫтарының, яҡташтарының хәтерендә.
Райондың хәрби хәрәкәт ветерандарын берләштергән "Бөркөт"ойошмаһының рәйесе Илшат Батталов: “Беҙҙең ойошма йылдан ашыу эшләп килә, төрлө саралар үткәрәбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ, шулай, ҡайһы бер егеттәрбеҙҙең инициативаһы буйынса, Чечен Республикаһында һәләк булып ҡалған хеҙмәттәштәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында, уларға мәрмәр таҡтаташтар ҡуйыу эше башланды”.
Мәрмәр таҡтаташтар асыу бик йылы атмосферала үтте. Тантанаға район ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, “Бөркөт” егеттәре, Фидан менән Илмирҙың туғандары һәм ауылдаштары йыйылды. Яңы Петровск ауылы биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин һәм Байыш ауылы биләмәһе башлығы Айҙар Ҡуланшин Фидан менән Илмирҙың ата-әсәләренә шундай егеттәр тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтте, хәрби хәрәкәт ветерандары бар яҡлап та ярҙам итеп торорға вәғәҙә бирҙе.
Һәйкәлдәр, таҡтаташтар, уларҙың торошо – тереләрҙең һәләк булғандарға мөнәсәбәте, хөрмәте һәм хәтере. Ә хәтермәңгелек! Хәрби бурыстарын үтәп, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.