Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Сентябрь 2020, 11:00

Тотороҡло үҫеш нигеҙе

8 сентябрь – Финансистар көнөМуниципаль район хакимиәте башлығы Д. Юлановтың ҡотлауы

Хµрмєтле финанс өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Финансистар көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
8 сентябрҙә финанс органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә. Һеҙҙең эшегеҙ ныҡышмалылыҡ, намыҫлылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ талап итә. Райондың иҡтисади хәл-торошо һәм мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү күп йәһәттән һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә бәйле. Бюджет – район иҡтисадын үҫтереүҙә һәм халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙа әһәмиәтле ҡорал. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, финанс системаһы тотороҡло үҫешә һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Был һеҙҙең яуаплылыҡ һәм тырыш хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе. Киләсәктә лә финанс тармағы районыбыҙҙың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Финанс өлкәһенең бөтә хеҙмәткәрҙәренә үҙ эштәренә тоғро ҡалыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, именлек, емешле эшмәкәрлек һәм тотороҡлолоҡ телєйем!
Д. Юланов, МР хакимиєте башлығы.
Читайте нас: