Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Сентябрь 2020, 17:10

Матурлыҡ– ул бөйөк көс, тыуҙыралыр изге хис...

#Беҙгә_яҙалар Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...9 сентябрҙә Бөтә донъя матурлыҡ көнө билдәләнә. Беҙ тормош матурлығын беренсе аҙымдарыбыҙҙы атларға өйрәнгәндә үк тоя башлағанбыҙ.

#Беҙгә_яҙалар
Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...
9 сентябрҙә Бөтә донъя матурлыҡ көнө билдәләнә.
Беҙ тормош матурлығын беренсе аҙымдарыбыҙҙы атларға өйрәнгәндә үк тоя башлағанбыҙ. «Тирә-яғыңа күҙ һал – күрәһеңме, ул ниндәй гүзәл!» – тип әйтеү бик тә әһәмиәтле. Ғәжәп бер нәмә лә юҡ кеүек: таныш урман, йылға аға; зәңгәр күк, ҡояш байыу йәки ҡояш ҡалҡыу күренештәре, яҡын кешеләреңдең йөҙҙәре… Эйе, ауылымда барыһы ла матур!Күңеле гүзәл булған кеше быларҙың барыһынан да йәм таба, матурлыҡ күрә. Бындай күренештәрҙе һанап бөтөрөргә мөмкинме һуң? Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа бергә-бергә матурлыкты тоя беләйек, уны күрергә өйрәнәйек, күңелдәребеҙ мөйөштәрендә гүзәллекте күбәйтәйек, тирә-йүндәге матурлыҡҡа ғашиҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә изге теләктәр теләйек һәм балаларыбыҙҙы ла матурлыҡты тойорға өйрәтәйек!
Гөлсөм Бикйәнова.
Байдәүләт ауылы.
Читайте нас: