Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Сентябрь 2020, 13:00

Милли кейем – ул үткәнгә ялғанған ысынбарлыҡ.

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Шул уңайҙан “Башинформ” агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, тарих, археология һәм этнография буйынса ғилми совет рәйесе, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов менән әңгәмәләште.

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Шул уңайҙан “Башинформ” агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, тарих, археология һәм этнография буйынса ғилми совет рәйесе, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов менән әңгәмәләште.
– Айтуған Ирек улы, 2020 йылдан башлап республикала йылына ике тапҡыр – апрелдә һәм сентябрҙә Милли кейем көнө билдәләнә. Был көндө рәсми рәүештә беркетеп ҡуйыу ныҡ мөһим инеме?
– Был Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан Хөкүмәтенең бик мөһим ҡарары булды, тип иҫәпләйем. Республикабыҙҙа дуҫлыҡ, тотороҡлолоҡ булһын тиһәк, бер яҡтан, кешеләрҙең матди хәлен яҡшыртыу мөмкинлектәрен өйрәнергә, икенсенән, уларҙың рухи талаптарын да тәьмин итергә кәрәк. Күп милләтле республикабыҙҙың һәр халҡының традицияларын белеү рухи өлөштөң бер сағылышы булып тора. Дәүләт структураларының бурысы – бөтә этностарға ла үҫеш мөмкинлеген хәстәрләү. Бының өсөн тарихи үткәндәрҙе комплекслы анализлау кәрәк, был бөгөнгө ысынбарлыҡты күрһәтергә, киләсәккә перспективаларҙы билдәләргә ярҙам итә. Милли кейем көнө лә – шундай алымдарҙың береһе.
Милли кейем – ул үткәнгә ялғанған ысынбарлыҡ. Беҙҙең яҡ халыҡтарының өҫкө кейемдәре бай палитралы, был республикабыҙ имиджына яңы импульс өҫтәүгә һәләтле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ Башҡортостан халыҡтары йолаларын аҙ рекламалайбыҙ.
– Тамырҙарығыҙға, һеҙҙең ғаиләгеҙгә килгәндә, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең милли кейем кейеп төшкән һүрәттәре һаҡланғанмы?
– Минең ата-бабаларыма килгәндә, атайым яғынан тамырҙарым – Ейәнсура, әсәйем яғынан – Иглин районынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ғаиләлә ундай фотолар һаҡланмаған. Иң элекке һүрәттәр үткән быуаттың 30-сы йылдарында төшөрөлгән, тик унда өҫ кейеме ҡәҙимге.
Беҙҙең ғаиләлә милли кейем кейеү ғәҙәтенә хөрмәт менән ҡаранылар, ул бит тышҡы ҡиәфәткә айырым биҙәк өҫтәй.
– Хәҙер Башҡортостанда ла, күрше Татарстанда ла милли кейемгә нигеҙләнгән эшлекле костюмдар кейеү модаға инә. Быны нисек баһалайһығыҙ, һәм Фәндәр академияһы ошо үрнәккә эйәрерме?
– Был бик ҡыҙыҡлы идея. Әле кейеп йөрөгән кейемдәр ҙә тормошобоҙға ҡасандыр шулай килеп ингән бит. Әлегә рәсми сараларға милли кейемгә оҡшатып тегелгән костюмда килгән кешеләр бер аҙ көтөлмәгәнерәк күренеш итеп ҡабул ителә. Тағы берҙе әйтер инем, бында дәүләттең, матбуғат сараларының ярҙамы мөһим. Фәндәр академияһы ла Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәрен билдәле итергә ынтылыр, тип уйлайым.
– Светлана Шитованың “Башкирская народная одежда” тигән хеҙмәте киң билдәле. Ғалимдар араһынан ошо темаға мөрәжәғәт иткән кешеләр бармы?
– Башҡорттарҙың милли кейеме һуңғы ике-өс быуатта бер нисә тапҡыр фәнни тикшеренеүҙәр темаһы булып торҙо. 18-се быуаттан башлап башҡорт кейемен тасуирлауға ғалим-энциклопедистар ғына түгел, яҙыусылар ҙа, табиптар ҙа, сәйәхәтселәр ҙә, башҡа төр һөнәр эйәләре лә иғтибарын йүнәлтә.
Башҡорт милли кейемен өйрәнеүгә Сергей Иванович Руденко тос өлөш индергән. 1906–1907 йылдарҙа ул Пермь, Өфө, Ырымбур губерналарына этнография экспедицияларында ҡатнашҡан. Унан йыйып алған коллекция Санкт-Петербургтағы Рус музейына тапшырылған. 1915 йылда С. Руденко “Башкиры. Историко-этнографические очерки” тигән китап сығара. Ул – башҡорт кейемен классификациялаған тәүге автор. Ғалимдың тикшеренеүҙәре артабан Светлана Шитова, өлөшләтә Наил Бикбулатов, Раил Кузеев эшмәкәрлегендә дауам ителә. С. Шитованың хеҙмәтен айырыуса баһалап үтергә кәрәк.
– Әлеге ваҡытта Фәндәр академияһы милли кейемгә бағышланған хеҙмәттәр әҙерләйме?
– Юҡ, әле беҙ башлыса өҫтә атап үтелгән ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянабыҙ. Әлбиттә, теманы яңынан күтәрергә һәм республиканың төрлө халыҡтарының милли кейемдәрен тәрәндән өйрәнеү менән шөғөлләнергә кәрәк.
– Һеҙ күп йылдар Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыттығыҙ. Студенттар милли кейем темаһына йыш мөрәжәғәт итәме? Уларҙы этнография ғөмүмән ниндәй кимәлдә ҡыҙыҡһындыра?
– Үкенескә ҡаршы, студенттар мөхитендә был теманан ситләшеү күҙәтелә. Этнография темаһы дәүләт ҡурсауы аҫтында үҫтерелергә тейеш, сөнки уны өйрәнеү байтаҡ сығым талап итә.
Тәү сиратта экспедициялар ойошторорға кәрәк. Республика етәкселеге әлеге теманы өйрәнеүҙең мөһим икәнлеген билдәләне, шуға күрә эште тормошҡа ашырып ҡарарбыҙ, тип уйлайым. Күп ғаиләләрҙә был йолалар юғалған инде, шулай ҙа, республиканың төпкөлөндәрәк йөрөһәк, милли кейемдең ниндәйҙер өлгөләрен табырға йәки, бик булмаһа, уның нисек тегелеүен, ҡайһылайтып кейеп йөрөгәндәрен белгән кешеләрҙән мәғлүмәт табырға мөмкиндер, тием. Этнография – ул әле ҡайһы бер остоҡтарын ғына булһа ла теркәп ҡуйып өлгөрөрлөк мәғлүмәт.
– Милли кейемгә арналған флешмобта ҡатнашырға уйығыҙ бармы?
– Бик теләр инем дә, әммә миндә милли кейем юҡ. Кейем магазинында ундайҙы һатып алып булмай бит.
– Ательела тектерергә мөмкин. Милли кейем атрибуттарын аэропорт бутиктарында, ҙур сауҙа үҙәктәрендә осратырға була. Тик ябай кешегә улар бик ҡыйбат.
– Милли кейемгә оҡшатып эшләнгән заманса кейемдең хаҡы ныҡ ҡиммәт булырға тейеш түгел шул. Дәүләт ярҙамы алған осраҡта, был өлкә эшҡыуарҙар өсөн тотош индустрияға тиң. Бизнес-проекттарҙы өлөшләтә гранттар ярҙамында бойомға ашырып булыр ине. Беҙ рухи яҡ менән нығыраҡ мауығабыҙ, әммә бит театр ҙа кейем элгестән башлана. Һатыуҙа төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре булһа, улар ҙур ихтыяж менән файҙаланыр ине.
– Милли кейем кейеү милли аңды ла уятыр, тиһегеҙме?
– Эйе, быға булышлыҡ итеүе мөмкин. Ҡалыптарҙы емерә торған кешеләр бар, әгәр берәү башлаһа, ҡалғандар ҙа яйлап ҡушылыр ине.
– Бәлки, һеҙгә башларға кәрәктер?
– Был яҡшы ниәт, әлбиттә, әммә кейем һайлайһы ла бар бит әле. Мин әҙерҙе һатып алырға яратам, сөнки ательелар буйлап йөрөргә ваҡытым юҡ. Милли кейемгә оҡшатып тегелгән кейемдәрҙе ҡулайлы хаҡҡа тәҡдим иткән магазиндар булһа, ҡалай яҡшы булыр ине. Әммә бының өсөн һалым түләүҙе ябайлаштырған дәүләт ярҙамы кәрәк. Шул саҡта эшҡыуарҙар был кәсепкә шатланып тотонор ине.
– Кейем дизайнерҙарына бит милли-стилләштерелгән кейемде көн дә кейеп йөрөүгә уңайлы, шул уҡ ваҡытта мода талаптарына ла яуап бирерлек итеп эшләргә кәрәк.
– Эйе, унан, дизайнерҙарҙың хеҙмәтен дә тейешенсә баһалау зарур. Беҙҙең алдынғы гуманитар юғары уҡыу йорттарында милли кейемде, көнкүреште өйрәнгән белгестәр әҙерләй башларға кәрәк, республикала этнографтар бик аҙ. Ә потенциал бик ҙур – ғалимдар, тарихсылар бар, кейем технологияһы өлкәһендә эшләгән юғары уҡыу йорттары ла етерлек. Уларҙы ойошторғанда, һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ булыр ине.
Ләйлә Аралбаева әңгәмәләште.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: