Байыш ауылы Ҡасҡынсы йылғаһының ике яҡ ярында һәм Ҡаҫмарт йылғаһының уң яҡ ярынан бер саҡырымда урынлашҡан. Уға Ураҙбай һәм Назарбай тигән улдары менән Байыш тигән кеше нигеҙ һалған. Улар был яҡтарға Яйыҡ буйынан күсеп килгән. 1770 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 12 йорт иҫәпләнгән һәм 70 кеше теркәлгән. 1834 йылда үткәрелгән 8-се ревизия һөҙөмтәләре буйынса Байышта 171 ир һәм 143 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ауыл Үҫәргән олоҫоноң 9-сы кантонына, ә 1865 йылдан Орск әйәҙенә ингән.
1917 йылда, Октябрь революцияһынан һуң, ауылда мәктәп асы¬ла. 30-сы йылдарҙа ете йыллыҡ мәктәптең типовой бинаһы төҙөлә. Артабан урта мәктәп асыла. Был ауылда тирә-яҡ ауылдарҙан да бик күп кеше белем ала.
Бөгөнгө көндә Байыш бай тарихлы, ҙур, матур ауыл. Унда 530 кеше йәшәй.