Аҡдәүләт исемле кеше мал көтөү өсөн Ырымбур әлкәһе Аҡдәүләт ауылынан күсеп килеп ошонда нигеҙ ҡороп ебәрә. Рәсми документтарҙа 1765 йылда теркәлгән. Аҡдәүләт Нияҙғоловҡа 1816 йылда 55 йәш, ҡатыны Солтанбикәгә — 52 йәш, икенсе ҡатыны Өмөтбикәгә — 40 йәш. Улдары Янбулатҡа — 24 йәш, уның ҡатыны Гөлбикәгә - 23 йәш. Уның улы Әлмөхәмәткә 5 йәш тип яҙылған.
Зауряд сотник Яйәбәк Айсыуаҡов 1853 йылда 80 йәшендә үлгән. Ул заман Ураз (79 йәш), Назар (46 йәш) Әлмәковтар йәшәгән. 1859 йылда Әлмөхәмәт Янбулатовтың дүрт улы булған. Ҡолай Янбулатов зауряд хорунжий, хөкүмәт наградаларына лайыҡ, тиелгән.
Ишбулды тигән кеше Салауат ихтилалында ҡатнашҡан. Шуның өсөн ул Себергә һөргөнгә ебәрелә. Унан иҫән-аман ҡайтып, Ейәнсурала төпләнә, өйләнә. Ҡушай ҡарт Ҡараһаҡал яуында батшаға ҡаршы һуғышҡан. Был өҙөктәр Фәсхетдин ағайҙың яҙмаларынан алынды.
1939 йылда — 158, 1999 йылда 117 кеше йәшәгән. Хәҙер ауылда 112 кеше ғүмер итә.
Сығанаҡ: Марат Түләбаев. “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура”