Яҡын кешең тураһында яҙыу ҡыйын икән... Әле бына Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Көҙгө алмалар” исемле китабының Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүен ишеткәс, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым.
Тәнзиләнең биографияһына ҡараһаң, күпселектә минеке менән тап килә, тик уныҡы ике йылға алдараҡ. Ул Бөрйән районы Тимер ауылында донъяға килгән, әммә бала сағы Иҫке Монасипта үтә, шунда урта мәктәпте тамамлай. Уҡыған саҡта уҡ тәүге шиғырҙарын яҙа. Шул ваҡытта Иҫке Монасипта Марат Муллағолов етәкселегендә әҙәби-ижад түңәрәге эшләй, түңәрәккә йөрөүселәр араһында Тәнзилә лә була. Марат ағайҙың тәрбиәләнеүселәре Тимер, Байназар һәм башҡа район мәктәптәрендә осрашыуҙар үткәреп, сығыш яһай торғайнылар. Тәүләп Тәнзиләне күреүем шул сараларҙа булды. Мәктәп уҡыусылары ғына булһалар ҙа, халыҡ алдында ҡыйыу сығыш яһарҙар ине.
Һуңынан Иҫке Монасипҡа юғары кластарға үҙем уҡырға килгәс, Тәнзиләнең атаһы Сәлихйән ағайҙың мәктәп директоры икәнен белдем. Ул саҡта Тәнзилә БДУ-ла беренсе курста уҡып йөрөй ине. Ҡышҡы сессиялары тамамланғас, уларҙың өйөнә күрше интернатта йәшәгән мине һәм Иркә исемле ҡыҙҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Директор йортона ояла-ҡурҡа ғына барып индек. Ошо ваҡиғанан һуң беҙҙең ғүмерлек дуҫлыҡ башланды ла инде...
– Һуҡмаҡ, һуҡмаҡ, илтәһең һин
– Туғайҙарға, урмандарға,
– Һуҡмаҡ, һуҡмаҡ, унда – алда
Шатлыҡ, бәхет, уңышһыҙлыҡ, Был шиғырҙы ул уҡыусы сағында яҙҙы. Һәм нимәһе ҡыҙыҡлы: 1989 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә биш йәш шағирҙың шиғырҙарын туплаған “Һүҙ һорайым” китабын Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Тау һуҡмағы” йыйынтығы аса һәм ошо “Һуҡмаҡ” шиғыры башлай. Был саҡта ул университетты тамамлап, Өфөлә эшкә ҡалған була һәм “Пионер” үҫмерҙәр журналында бүлек мөхәррире булып эшләй.
Тәнзилә – егәрле ижадсы. Тәүге йыйынтығын ҡулына алып, өс йыл үткәс, нәшриәттә уның “Ҡыҙ хәтере” исемле китабы донъя күрҙе. Был китапҡа шул исемдәге поэмаһы ла ингән.
Тнзиләнең шиғриәте хисләндерә, һиҫкәндерә, уйландыра. Уның “Хата” тигән поэмаһы Афғанстанда үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалист, бурыс һәм әсә хаҡында. Тетрәнмәйсә уҡып булмай поэманы.
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижады тос, халыҡсан. Сөнки ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, халыҡ араһына сығырға, үҙенең шиғырҙары менән сығыш яһарға тырыша, кешеләрҙең төрлө һорауҙарына яуап биреүҙән ҡурҡмай. Мәҫәлән, ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире булып эшләгәндә Ибрай, Сирғол ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусылар коллективы алдында сығыш яһаны. Журналдың бәҫен күтәреү буйынса фекерҙәребеҙҙе тыңланы, уҡытыусыларыбыҙҙың эштәрен журнал битттәрендә баҫтырыуға булышлыҡ итте. Ә инде “Ватандаш” журналында эшләгәндә ауыл халҡы алдында сығыш яһап, шиғырҙарын уҡыны, журнал тураһында һөйләп, уға яҙылырға өндәне. Тәнзилә ҡайҙа ғына эшләһә лә, осрашыуҙарҙа халыҡ менән аралаша, һорауҙарға ихлас яуап бирә, шиғырҙарын уҡый. Шуға халыҡ уны таный, белә һәм хөрмәт итә.
Әле быйыл ғына “Көҙгө алмалар” исемле китабы сыҡҡас, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана китаптың исем туйын үткәрҙе. Миңә лә был байрамда ҡатнашырға насип булды. Һәм тағы нимәһе ҡыуандырҙы: ул саҡта Урман хужалығы министрлығында белгес булып эшләгән Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы сараға Өфө урман хужалығы колледжында уҡыған ҡыҙҙар, егеттәребеҙҙе саҡырғайны, хатта колледждағы ҡурайсылар ансамбле кисәгә йәм өҫтәне. Был сараға килгән йәштәр күңелендә күпме рухи байлыҡ тупланды! Сөнки бында йыйылған әҙиптәр, ғалимдар, йырсылар, уҡытыусылар уларға ла үҙ һүҙен, теләктәрен еткерҙе.
Тәнзилә бик өлгөр ҙә! Аптыратып та ҡуя ул! Бына быйыл “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” конкурсы бара. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы яҙыусылар менән осрашыуға саҡырҙылар. Сараға килгән өс әҙип араһында Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла бар ине! Уның көн ҡаҙағына һуҡҡан фәлсәфәүи, йөрәктәргә үтеп инмәле лирик шиғырҙарын педагогтар йотлоғоп тыңланы. Осрашыу тамамланғас та, шағирә менән аралашыу дауам итте...
Шағирәнең алда телгә алынған ике китабынан тыш,тағы “Мин кем?” (1997), “Ҡояшлы йыр” (2003), “Йәй ҡыҙы” (2008), “Ҡанатлы йөрәк” (2014), “Көҙгө алмалар” (2020) исемле йыйынтыҡтары бар.
«Көҙгө алмалар» китабы халыҡта, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләй, халыҡтар берҙәмлеген, татыулығын, дуҫлығын данлай, ата-әсәгә, балаларға ихтирамлы булырға өйрәтә. Тәбиғәтте һаҡларға өндәй. Был китап бөгөнгө көндә халыҡтың рухын күтәреү өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Т. Дәүләтбирҙина 1992 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Бабич премияһы лауреаты (1997), БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Шағирә булып танылған Тәнзилә драма әҫәрҙәре лә ижад итә. “Юғалтыу” әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылһа, “Минең ғаиләм” пьесаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйналды. “Был спектаклдә Гөлли Мөбәрәкованың уйнауы менән бәхетлемен”, – ти әҙибә.”Минең ғаиләм” шағирәнең Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгән аҙаҡҡы китабына ла ингән. Тәнзилә һуңғы йылдарҙа проза әҫәрҙәре лә яҙа. “Зөһрәкәй” исемле хикәйәһе Мәхмүт Ҡашғари исемендәге мәртәбәле конкурста республика буйынса икенсе урын яуланы.
Һәр бер ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән үткер ҡәләмле ижадсы ул. Беҙ уның заманында Палдиски ҡалаһындағы Салауаттың бюсына ҡурҡыныс янағанда, бер төркөм кешеләр менән Балтик буйына атлыҡҡанын, Салауаттың бюсын алып ҡалыуҙа ҡатнашҡанын да беләбеҙ һәм баһалайбыҙ! Ҡыйыу йөрәкле ҡыпсаҡ ҡыҙы, шағирә, прозаик, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина республиканың иң юғары премияһына, һис шикһеҙ, лайыҡ!
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.