Бөгөн йәштәр үҙ-ара күрешеп аралашырға атлығып тормаһа ла, бер-береһенең нисек йәшәүен, ҡайҙа эшләүен, нисә балаһы барлығын, бәхетлеме-бәхетһеҙме икәнлеген тикшереү өсөн социаль селтәрҙәге сәхифәһенә бер кереп ҡарап сығыу менән үк белә алалар. Шундай заманда йәшәйбеҙ, имгәкләп, әле һөйләшә белмәгән бала телефон, гаджеттар менән ҡуллана, улар менән еңел идара итә белә. Ата-әсәһе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Танышҡан көндәренән алып, һәр осрашыуҙарын, һәр аҙымдарын кем өсөндөр фотоотчет өсөн ҡуйып баралар, әйтерһең дә, һәр береһенең арттарынан махсус бер фотограф эйәртеп йөрөтәләр. Йөҙәрләгән туй фотоларын һалғандан һуң, әсә булырға әҙерләнгән гүзәл заттар нисә аҙналыҡ булыуы хаҡында тотош донъяға белдереп, хатта аналыҡта ятҡан нарасыйҙы күрһәтеүҙән дә тартынмайҙар. Донъяға килеү менән үк видеоһы ла сәхифәләрендә йыш ҡына урын ала. Һуңынан бәләкәсем юҡҡа тынысһыҙлана, насар йоҡлай, тертләй, мыжый, илай, ауырыуға ла тиҙ генә бирешеп бара тип аптырайҙар. “Борон, балаға ҡырҡ көн тулғансы уның яңғыҙын да бик ҡалдырырға тырышмағандар, күмәк кеше араһына ла сығармағандар. Яман күҙҙәрҙән шулай һаҡлағандар, аяғандар. Һеҙ ҙә ошоларҙы үтәнегеҙме?” – тип һорау бирһәң, күптәр ирен ситтәре менән генә йылмайып ҡуялар.
Нимә ул күҙ тейеү? Ысынлап та, бармы ул? Ҡөръәндә унан һаҡланыу сараһы булараҡ айырым доға булғас, тимәк, бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.г.в.) дә: "Минең өммәтемдәге күп кешеләр күҙ тейеүҙән үләсәктәр", - тигән бит. Ә бына уның тейеүенең юлдары төрлө: һоҡланғандан, артыҡ яратып ҡарағандан, асыу-нәфрәттән барлыҡҡа килеүе мөмкин. Борондан, бер ҡарашы менән үҫеп ултырған ағасты ҡоротҡан, кешене ауырыуға һабыштырып, хатта
үлтерерлек яман ҡараштар булған, әле лә бар улар. Унан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы, доға уҡыу. Бының өсөн иң беренсе сиратта тәһәрәт алып тәндәребеҙҙе сафландырғандан һуң, “Әл-Фатиха”, “Аятел-көрси”, күҙ тейеүгә ҡаршы доғаларҙы иң кәмендә өсәр тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Баланы әллә ҡайҙағы сит мулланың өшкөрөүенә ҡарағанда, ата-әсәһе изге теләктә ҡушылғандарҙы үтәһә күпкә яҡшыраҡ, файҙаһы ла тиҙерәк тейә. Тик бының өсөн уның яҡындары кәмендә ҡырҡ көн элек харамдан баш тартҡан булырға, төрлө этлек-яуызлыҡтар эшләмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә юҡ икән, ҡабул булмауы ла бар. Шулай уҡ, йәш балаларҙы күп халыҡ янына барғансы уҡ әйтелгәндәрҙе башҡарыу ҙа зарур. Беҙҙең күҙгә күренмәҫ, әммә кире йоғонтоһо ҙур булған ҡара көстәрҙән һаҡланыуҙың төп сараһы ул.
Әлеге көндә күҙ тейеү кешегә иң беренсе сиратта интернет селтәрҙәре аша йоғонто яһай ала. Яңыраҡ, сараһыҙлыҡтан миңә мөрәжәғәт иткән бер таныш йәш ғаиләне миҫалға килтергем килә.
Бер-береһен яратышып, ярты һүҙҙән аңлашып ҡына өйләнешкән ир менән ҡатын араһында аңлашмаусанлыҡтар, юҡтан ғына ыҙғыштар бер-бер артлы сығып тороп, ғаилә мороно һыуға төртөлгән караб хәлендә ҡалған. Етмәһә, тиҙҙән балалары ла йыш ауырый, юҡтан ғына тынысһыҙланып илай, төнләрен йоҡлатмай башлаған. Әлбиттә, йәш парҙар араһындағы низағтарҙың сәбәптәре төрлөсә булыуы мөмкин. Шулай ҙа, иң ҙур хата – ҡатын кешенең үҙе теркәлгән төрлө социаль селтәрҙәрҙә көнөнә әллә нисәмә фотоларын бер-бер артлы һалып барыуында тип фаразларға була. Унда, көнөнә йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡараған күҙҙәр хөкөмөнә нимә генә тәҡдим ителмәй. Хәләленә әҙерләгән иртәнге ризыҡ та, бер-береһенә биргән бүләктәр ҙә, яңы күлдәк эҙләп үҙенең магазиндар буйлап сабыулауы ла, балаһының беренсе тешенә арналып ойошторолған байрам да, тәпәй баҫып китеүе лә, ҡалаҡтан ашай башлауы ла, хатта кисен күмәкләшеп әүен баҙарына әҙерләнеүҙәре лә...
Уларға ҡараған һәр кем: “Аллаға шөкөр, ниндәй матур пар! Хоҙай уларға оҙон, бәхетле ғүмер биреп, тигеҙ ҡартайырға яҙһын!” –
тигән теләк теләмәй бит. Киреһенсә, күптәре икенсе берәүҙәрҙең эстән генә асыу менән түңәрәк бәхеттәренә көнләшә. Тағы ла, атай-әсәй бәхетенән мәхрүм булғандар ҙа арабыҙҙа, үкенескә күрә бар. Уларҙың йөрәктәре әрнейәсәк. Йәки был донъяла икенсе яртыһын ғүмере буйы таба алмайынса яңғыҙ ҡаңғырғандар ҙа эстән генә һыҙланасаҡ. Ошоларҙың барыһы ла һүрәттәге шат, көләс йөҙҙәргә кире энергия булып килеп, көтмәгәндә бөтәһен дә селпәрәмә килтереп, уйламағанда ғына юҡҡа сығарыуын көт тә тор.
Шуға ла, һеҙҙең менән булып үткән теге йәки был матур ваҡиғалар тураһында бар ғәләмгә шарран-яра асып һалыр алдынан уйланһағыҙ ине: маҡтанып, кемдеңдер ваҡытлыса ғына булһа ла йәнен үртәп алырғамы, әллә биргәненә Хоҙайға шөкөр итеп, тормошоңдо артабан да тыныс булыуын теләп ҡалырғамы? Ни тиһәң дә, бәхет тынлыҡты, тыныслыҡты ярата бит.
Күҙ тейеүгә ҡаршы уҡыла торған доға:
“Үә ин йәкәдүл-ләзинә-кәфәрү ләйүзликүнәкә би әбсариһим ләммә сәмиғүҙ-зикра үә йәкүлүнә иннәһү ләмәжнүн. Үә ма һүә иллә зикрүл-лил-ғаләмин. Әғүҙү бикәлимәтил-ләһит-тәммәти мин кулли шәйтанин үә һәммәтин үә мин күлли ғәйнин ләммәһ”.
Мәғәнәһе: “Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм яман күҙ тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам!”.
Артур хәҙрәт ҒАБДУЛЛИН, Илеш районы.