Билдәләнгән килемгә берҙәм һалым ғәмәлдән сыҡҡас, уны нимәгә алыштырырға?
Айырым эшмәкәрлек төрҙәре өсөн билдәләнгән килемгә берҙәм һалым (артабан ЕНВД) һалыу системаһының ғәмәлдән сығыуы сәбәпле,һалым органдарына ЕНВД түләүсе сифатында иҫәптән төшөрөү тураһындағариза биреү талап ителмәй. 2021 йылдың 1 ғинуарында ЕНВД түләүселәр автоматик рәүештә иҫәптән төшөрөләсәк.
Шуның менән бергә ЕНВД ҡулланған эшҡыуарҙарға һалымһалыуҙың альтернатив режимын үҙ аллы һайларға кәрәк, юғиһә уларавтоматик рәүештә дөйөм режимға күсереләсәк.
Ҡулай булған теге йәки был һалым һалыу режимын Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең сайтында “Һалым калькуляторҙары” блогындағы “Һалым һалыуҙыңҡулайлы режимын һайлау” интернет-сервисы ярҙам итәсәк.
Иң башта сервиста һалым түләүсенең категорияһын (шәхси эшҡыуар,шәхси эшҡыуар булмаған физик йәки юридик шәхес) һайларға, эшҡыуарҙыңакцизланған тауар етештереү йәки етештермәүен, йыллыҡ килеменеңҙурлығын, шулай уҡ ялланып эшләүселәренең һанын күрһәтергә кәрәк.
Бынан һуң сервис ҡулланыусыға иң тап килгән һалым һалыу режимынтәҡдим итәсәк.
Бынан тыш, был сервис ҡулланыусыға тәҡдим ителгән һалым һалыурежимы һәм уға күсеү тәртибе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт алырғамөмкинлек бирә.
Башҡортостан Республикаһының һалым органдары һалым һалыуҙыңябайлаштырылған системаһына күсер өсөн, ғаризаны 2020йылдың 31 декабренә тиклем бирергә кәрәк, тип иҫкәртә. Был осраҡтаэшҡыуар һалым һалыу объектын үҙ аллы һайлай:
“килемдәр” (һалым ставкаһы 6 % тәшкил итәсәк),
“килемдәр минус сығымдар” (һалым ставкаһы 15 % тәшкил итәсәк).
Шулай уҡ һалым һалыуҙыңябайлаштырылған системаһын ҡулланған һалым түләүселәр өсөн билдәле сикләүҙәрбар: 2021 йылдың 1 ғинуарынан эшләүселәрҙең дөйөм һаны – 130-ҙан, әйыллыҡ килем 200 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Тағы бер альтернатив вариант – һалым һалыуҙың патент системаһы.
Патентҡа күсер өсөн, ғаризаны патенттың ғәмәлгә инеүенән кәмендә 10 көналда бирергә кәрәклеген иҫтә тоторға ҡәрәк. Айырым шарттар: йыллыҡкилем – 60 миллион һумдан, эшләүселәр һаны 15 кешенән ашмаҫҡа тейеш.
Шуның менән бергә, физик шәхестәр, ялланып эшләүселәре булмағанһәм йыллыҡ килеме 2,4 миллиондан ашмаған шәхси эшҡыуарҙар, үҙҙәренеңһөнәри эшмәкәрлеген легалләштерергә теләп, “Һөнәри килемгә һалым”махсус һалым режимына күсә ала.
Үҙмәшғүл статусын алыр өсөн, ҡулланыусыға смартфонына “Минең һалым” мобиль ҡушымтаһын ҡуйып, бер нисә клик эсендә теркәлеүпроцедураһын үтергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең сайтында, шулай уҡ Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең Берҙәм контакт үҙәгендә 8-800-222-22-22 күп каналлы телефонына мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин.