Малай уйламаҫтан әйткән һүҙҙәренә үкенеүен белдергәс, аҡһаҡал уға: «Һин таҡта, ҡаҙауҙар һәм сүкеш ал да кешегә ауыр һүҙ әйткән һайын шул таҡтаға берәр ҡаҙау ҡата бар», – тигән. Малай ҡарт ҡушҡанса эшләгән дә. Көндәр үтә торған, таҡтала ҡаҙауҙар һаны бермә-бер арта барған. Инде бер ҡаҙау ҙа ҡатыр урын ҡалмағас, йәнә аҡһаҡалға килгән. «Ә хәҙер һин кешегә яҡшы һүҙ әйткән һайын бер ҡаҙауҙы һурып ал», – тигән тегенеһе. Малай тағы ла ул ҡушҡанса эшләгән һәм берҙән-бер көндө, таҡтала бер ҡаҙау ҙа ҡалмағас, һөйөнә-һөйөнә йәнә аҡһаҡалға килгән. «Бына күрҙеңме, – тигән уға аҡһаҡал, – һин ҡатҡан ҡаҙауҙарыңды һурып алып та бөттөң, әммә уларҙың эҙе таҡтала тороп ҡалды. Һүҙҙәр менән дә шулай: уйламай, ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән яман һәр һүҙ кешенең күңелендә яра ҡалдыра».