Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Сентябрь 2020, 11:00

20 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

МР хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың ҡотлауы.Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Урман тармағы беҙҙең баһалап бөткөһөҙ ҙур иҡтисади, экологик һәм рухи ресурс булған урмандарҙы һаҡлау буйынса күп быуындарҙың тәжрибәһенә, ата-бабаларыбыҙ нигеҙ һалған традицияларға таяна. Урманға һаҡсыл мөнәсәбәт – иң элек үҙеңдең Тыуған илеңдең, ошонда йәшәгән кешеләрҙең ҡәҙерен белеү ул.Урмандарҙы һаҡлау һәм ишәйтеү – йәмғиәттең һәр ағзаһының бурысы. Әммә был эшкә үҙенең ғүмерен арнаған кешеләр бар. Райондың урман хужалығында юғары квалификациялы профессионалдар, еңел булмаған эштәрен намыҫлы һәм яуаплы башҡарған ысын энтузиастар хеҙмәт итә.Барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына изге эштәре өсөн ихтирам һәм рәхмәт белдерәм. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, бөтә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүен, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек һәм именлек теләйем!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

МР хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың ҡотлауы.
Хµрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һµнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Урман тармағы беҙҙең баһалап бөткөһөҙ ҙур иҡтисади, экологик һәм рухи ресурс булған урмандарҙы һаҡлау буйынса күп быуындарҙың тәжрибәһенә, ата-бабаларыбыҙ нигеҙ һалған традицияларға таяна. Урманға һаҡсыл мөнәсәбәт – иң элек үҙеңдең Тыуған илеңдең, ошонда йәшәгән кешеләрҙең ҡәҙерен белеү ул.
Урмандарҙы һаҡлау һәм ишәйтеү – йәмғиәттең һәр ағзаһының бурысы. Әммә был эшкә үҙенең ғүмерен арнаған кешеләр бар. Райондың урман хужалығында юғары квалификациялы профессионалдар, еңел булмаған эштәрен намыҫлы һәм яуаплы башҡарған ысын энтузиастар хеҙмәт итә.
Барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына изге эштәре өсөн ихтирам һәм рәхмәт белдерәм. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, бөтә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүен, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек һәм именлек теләйем!
Читайте нас: