Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Сентябрь 2020, 12:00

Дөйөм байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

20 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө29 йыл хеҙмәт юлын урмансылыҡ менән бәйләп, әлеге көндә Федераль дәүләт урман һәм янғын хәүефһеҙлеген контролләүҙең Йылайыр район-ара территориаль бүлегенең Ейәнсура урмансылығы буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты булып эшләгән Азамат Солтанов был һөнәрҙе һайлауын ябай ғына аңлата. Атаһы яҡлап ҡартаһы Хәлил урмансы булған. Эшкә – урманға барғанда ейәндәре – Азамат менән Фаилды гел генә үҙе менән алыр булған. Тик, үкенескә күрә, Азамат ағайға 11 йәш булғанда, ҡартаһы һәләк булып ҡала. Шулай ҙа ул ейәнендә урмансы һөнәренә һөйөү уятып өлгөрә.Тулы мәҡәләне сайтта уҡырһығыҙ.

20 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
29 йыл хеҙмәт юлын урмансылыҡ менән бәйләп, әлеге көндә Федераль дәүләт урман һәм янғын хәүефһеҙлеген контролләүҙең Йылайыр район-ара территориаль бүлегенең Ейәнсура урмансылығы буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты булып эшләгән Азамат Солтанов был һөнәрҙе һайлауын ябай ғына аңлата. Атаһы яҡлап ҡартаһы Хәлил урмансы булған. Эшкә – урманға барғанда ейәндәре – Азамат менән Фаилды гел генә үҙе менән алыр булған. Тик, үкенескә күрә, Азамат ағайға 11 йәш булғанда, ҡартаһы һәләк булып ҡала. Шулай ҙа ул ейәнендә урмансы һөнәренә һөйөү уятып өлгөрә. Һәм Азамат Ғәлим улы, бер ниндәй икеләнеүһеҙ, Өфөләге Ауыл хужалығы институтының урмансылыҡ факультетына уҡырға бара. Диплом алғас, тәүҙә урмансылыҡта мастер, урмансы ярҙамсыһы, 2016 йылға тиклем дәүләт урман контроленең бүлек начальнигы булып эшләй. Әлеге посында эшләүенә лә дүрт йыл булып киткән.
Нимәнән ғибәрәт һуң уның эше? “Минең бурыс: рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыуҙы, урман янғындары сығыуын иҫкәртеү, юл ҡуймау. Был турала йыш ҡына район гәзиттәре биттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәттәр биреп барабыҙ. Уҡыйҙар, беләләр, әммә күрәләтә барып ағас ҡырҡалар. Закон боҙоусыларға протокол төҙөп, штраф яҙырға тура килә. Кем яратһын инде протокол төҙөгән кешене? “– тип үҙ вазифауи бурыстары тураһында һөйләй Азамат Ғәлим улы.
Квартал һайын тиерлек Эске эштәр министрлығы, прокуратура, БР-һы “Урмансылыҡ менән идара итеү” учреждениеһының Ейәнсура урмансылығы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Урман”, “Урман ташыу” (лесовоз), яңы йыл байрамдары осоронда “Шыршы” профилактик операцияларына, рейдтарға сығалар. Әлбиттә, уның эш көнө ваҡыт арауығы менән иҫәпләнмәй, йәйге ҡыҙыу төҙөлөш осорҙарында, бигерәк тә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғындар ваҡытында төрлө ваҡыттарҙа ҡайтырға тура килә. Тағы ла ошондай ҙур эштәр башҡарған бүлектең үҙ транспорты юҡ. “Урмансылыҡ менән идара итеү” учреждениеһы кәрәк саҡта транспорт менән тәьмин итеп тора. Азамат ағай үҙе лә эшкә йөрөргә тип еңел автомобиль һатып алған, сөнки урмандарҙы кабинеттан ултырып ҡына контролләп булмай. Әл дә тормош иптәше Рәмилә Айытбай ҡыҙы уның эшен аңлап ҡабул итә, хәленә инә.
Әле 7 сентябрҙән 27-һенә тиклем “Урман” операцияһы бара. Тағы ла быйылдан законһыҙ ҡырҡылған ағастарҙы эшкәртмәһендәр тип пилорамаларҙы ла контролгә алғандар.
Бына шундай урман, тыуған ер тип көйгән егеттәр, ирҙәр иңенә йәшел ҡалҡаныбыҙ ышанып тапшырылған да инде. Әммә оноторға ярамай: урман – ул беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ. Уны бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға бурыслыбыҙ.
Байрамдары айҡанлы Азамат Ғәлим улына һәм бөтә урмансыларға ауыр эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Читайте нас: