Кисә төнгө сәғәт 11-ҙә Өфө-Инйәр-Белорет юлында ҡапма-ҡаршы килгән Volkswagen Polo һәм Man фураһы бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль водителе, уның 27 йәшлек ҡатыны һәм балалар: биш йәшлек малай, өс йәшлек ҡыҙыҡай һәләк булған. Бөтәһе лә ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.
Билдәле булыуынса, Нина балалары менән Өфөгә Мәскәүҙән вахтанан ҡайтып килгән ире Владты ҡаршы алырға барған. Белоретҡа ҡайтҡанда көслө ямғыр башланған, юлда бер нимә лә күренмәгән. Текә боролошта машина идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа, фура алдына килеп сыҡҡан. Йөк машинаһы водителе бер нимә лә эшләп өлгөрмәгән.
— Мәрхүмдәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был ҙур ҡайғы. Яҡындарына түҙемлек. Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы хаталарҙы ғәфү итмәй. Хатта аҙ ғына тиҙлекте арттырыу ҙа ҡот осҡос фажиғәгә әүерелеүе мөмкин. Хәҙер, миҙгел алмашынған мәлдә, был юл айырыуса хәүефле, - тине Белорет районы башлығы.
Сығанаҡ: Башинформ