Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Сентябрь 2020, 19:00

Картуфтан кәтлит

Был ризыҡты әҙерләмәгән хужабикә юҡтыр, моғайын. Бигерәк тә ошо, картуф ҡаҙып алынған көҙгө осорҙа уны йыш бешерелә. Шулай ҙа иҫкә төшөрөп үтеүҙең артығы булмаҫ тип, бөгөн картуфтан кәтлит, йәки "драники" ҡыҙҙырып ашайыҡтар әле. Бының өсөн беҙ:

  • 6 бөртөк картуф
  • 1 йомортҡа
  • 2 аш ҡалаҡ ҡаймаҡ
  • 2-3 аш ҡалаҡ он
  • 1 теш һарымһаҡ
  • үҫемлек майы
  • тоҙ
  • борос (мөмкин) алабыҙ.
  • Каруфтарҙы әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Һыуын айырып алырға. Картуфҡа ҡаймаҡ һәм йомортҡа ҡушып болғата биреп, он, тоҙ, борос ҡушып тағы ла болғатырға.
    Аҙаҡ иҙелгән һарымһаҡты ҡушып, ҡамыр болғатырға. Ҡамыр ҡоймаҡ ҡатнашмаһы рәүешендә булырға тейеш. Табала үҫемлек майы ҡыҙғас, ҡамырҙы ҡоймаҡ рәүешендә табаға һалып ике яҡтан ҡыҙҙырырға (алтынһыу төҫөнә ингәнсе). Өҫтәлгә йылы көйөнсә бирергә, ситенә ҡаймаҡ һалырға була.
    Читайте нас: