Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Сентябрь 2020, 20:00

#аш_һыу

Ауылда рәхәтләнеп ҡош-ҡорт ите ашау миҙгеле етте тиергә була. Әйҙәгеҙ, бөгөн киске ашҡа тауыҡ ите менән кәбеҫтә быҡтырып, хеҙмәт емешебеҙҙең тәмен татыйыҡ!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 600 грамм кәбеҫтә, тауыҡтың түш ите, бер кишер, бер баш һуған, тоҙ, борос, ике аш ҡалағы томат пастаһы кәрәк булыр.
Тәүҙә кәбеҫтәне турап, һауытҡа һалабыҙ. Тоҙлап, ҡул менән һуты сыҡҡансы иҙәбеҙ. Шунан өҫтөнә әҙерәк һыу һалып, биш-ете минут быҡтырабыҙ. Һуғанды турап, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп кәбеҫтәгә өҫтәйбеҙ. Артабан тауыҡ түштәрен ҡырҡып, кәбеҫтә ҡатнашмаһына ҡушабыҙ ҙа, бутап, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Һуңынан борос һәм томат пастаһы һалабыҙ. Ризығыбыҙ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: