"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Сентябрь 2020, 17:00

Сил илдә ял иттеңме? Карантинда ултыр!

Сит илдән самолет менән ҡайтҡан Рәсәй граждандары коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен ҡулына алғансы өйҙә изоляцияла ултырырға тейеш.Илдең баш санитар табибы Анна Попованың ҡарарында ошо хаҡта әйтелә.

Сит илдән самолет менән ҡайтҡан Рәсәй граждандары коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен ҡулына алғансы өйҙә изоляцияла ултырырға тейеш.
Илдең баш санитар табибы Анна Попованың ҡарарында ошо хаҡта әйтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта сит илдән ҡайтыу менән өс көн эсендә коронавирусҡа тест тапшырып, уның һөҙөмтәләрен дәүләт хеҙмәттәре сайтына һалырға кәрәк.
1 августан рәсәйҙән Анкараға һәм Истанбулға, шулай уҡ Бөйөк Британияға рейстар тергеҙелде.
Бынан тыш, Танзанияға осорға рөхсәт ителде.
Тағы ун көндән рәсәйҙәрҙең Төркиәнең Анталья, Бодрум һәм Даламан ҡалаларына, ә 15 августан Швейцарияға осоу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Көҙ көнө Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Мальдив Республикаһы менән авиабәйләнеш асылды. 9 сентябргә — Каирға, 10-ында — Малеға, 11-ендә Ғәрәп Әмирлектәренә осоштар башланды. 27 сентябрҙән Көньяҡ Корея менән авиабәйләнеш асылды.
Читайте нас: