Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Сентябрь 2020, 20:00

Тауыҡ бото - ҡамыр эсендә

КӘРӘК БУЛА:-тауыҡ бото(голени)-картуф-бәшмәк-һуған-ҡатлы ҡамыр-тоҙ, борос

КӘРӘК БУЛА:

-тауыҡ бото(голени)
-картуф
-бәшмәк
-һуған
-ҡатлы ҡамыр
-тоҙ, борос

Әҙер һатыу ҡамырын йомшартабыҙ.
Картуфты бешереп иҙәбеҙ. Бәшмәкте турап, һуған менән ҡыҙҙырғандан һуң, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Тауыҡ боттарын майлы табаға һалып, һәр яҡтан да ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Бешкәнсе түгел, әлбиттә!

Эслек әҙер булғас, ҡамырҙы йәйеп шаҡмаҡлап киҫергә.(15х15). Ҡамыр өҫтөнә уртаға берәр ҡалаҡ өйөп картуф, бәшмәк һалабыҙ һәм тауыҡ ботон ултыртып ҡуябыҙ. Ҡамырҙы бот тирәләп йыйып, бөрөп еп менән һүтелеп китмәҫлек итеп бәйләп ҡуябыҙ. Ҡамырҙы таҫма итеп киҫеп алып бәйләһәң дә була.
Боттоң сығып ҡалған өлөшөн ҡурғаш(фольга) менән урарға кәрәк. Бешергә биш минут ҡалғас ҡурғашты сисәбеҙ..
Ризыҡ 180 - 200 градуслы мейестә бер сәғәт самаһы бешә. Йөҙө килеүенә ҡарап, мейесте бер аҙ һүрәнләтергә лә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмө.
Читайте нас: