Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Сентябрь 2020, 12:00

Тәүге хоспис ҡасан асылыр?

“Хәстәрлек төбәге” проект офисы етәксеһе Борис Хесин Башҡортостанға сәфәре барышында “Өфө хосписы” коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһының башҡарма директоры Радмила Сурначева менән республикала беренсе хосписты асыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

“Хәстәрлек төбәге” проект офисы етәксеһе Борис Хесин Башҡортостанға сәфәре барышында “Өфө хосписы” коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһының башҡарма директоры Радмила Сурначева менән республикала беренсе хосписты асыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Объектты киләһе йыл сентябрҙә асыу күҙаллана.
Хоспис бер балалар һәм ике өлкәндәр бүлегенән торасаҡ, шулай уҡ өйҙә паллиатив ярҙам күрһәткән күсмә бригадаларҙың эше ойоштороласаҡ.
"Объектты асыу тантанаһында символик ал таҫманы киҫеү – алда торған ҙур эштең бер өлөшө генә, – тине Борис Хесин. – Хоспис тәүге көндән үк эшләй башлаһын өсөн алдан миллионлаған мәсьәләне хәл итергә кәрәк. “Хәстәрлек төбәге” эксперттары Өфө хосписы өсөн ентекле юл картаһын төҙөйәсәк. Беҙҙең бурыс – хосписҡа асылып, һөҙөмтәле эшләй башлау мөмкинлеген биргән саралар планын төҙөү".
Радмила Сурначева, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 23 меңдән ашыу өлкән йәштәге кешенең һәм 700-ҙән күберәк баланың паллиатив ярҙамға мохтаж булыуы тураһында һөйләне.
"Әле төбәктә тәүге хосписты төҙөйбөҙ. “Хәстәрлек төбәге” проекты беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыр, паллиатив ярҙамды оҫта итеп ойошторорға ярҙам итер тип өмөтләнәм", – тине ул.
Фото: onf.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас: