Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Октябрь 2020, 19:00

“Октябрь – ҡара бейә"

Әбейҙәр сыуағының ҡояшлы көндәре менән көҙҙөң икенсе айы - октябрь ҙә килеп етте. Төндәрен һыуытһа ла, көндөҙ йылы тора. Тәбиғәт татлы йоҡоһона сумырға әҙерләнә.

“Октябрь – ҡара бейә”
Әбейҙәр сыуағының ҡояшлы көндәре менән көҙҙөң икенсе айы - октябрь ҙә килеп етте. Төндәрен һыуытһа ла, көндөҙ йылы тора. Тәбиғәт татлы йоҡоһона сумырға әҙерләнә.
Октябрь – көҙ уртаһы. Башҡорт календары буйынса октябрь ҡарасай тип йөрөтөлә. Һауа торошоноң нисек булыуына, көйһөҙлөгөнә ҡарап был айҙы халыҡ: “Октябрь — ни арба, ни сана”, “Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә”тип әйткән.
2003 йылғы көҙ ғәҙәти булмағанса йылы килде. Әммә быға һөйөнөргә түгел: ҡоро көҙ йәйҙең ҡоро килеүе, уңыштың насар булыуы билдәһе. “Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була” тигән халыҡ һынамышы ла бар. Фенологтарҙың яҙмаларынан ҡарағанда, 1974, 1999 йылдарҙа ла октябрь ҡоро булған, ә бына 1991, 1997 йылдарҙа көслө ҡойма ямғырҙар күҙәтелгән. 1971, 1978 йылдарҙа ярты метр самаһы ҡар ятҡан булһа, 1920, 1976 йылдарҙа ай уртаһында ҡышҡы һыуыҡтар төшкән. 1974 йылдың октябре башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған иң йылы ай булараҡ тарихта ҡалған. Һауа температурһы +8, +9 градус булған.
Көҙ биҙəктəре
Көҙ биҙəгəн еркəйемде
Мең биҙəккə,
Əллə япраҡ оса, əллə
Елбəҙəктəр?!
Эй килешə һары күлдəк
Ҡайындарға:
Ə милəштəр ялҡын яулыҡ
Ябынғандар.
Баландарым таҡҡан ҡыҙыл
Муйынсаҡтар.
Ал яулығын болғап ҡала
Йəш уҫаҡтар.
Йондоҙ төҫлө балҡый ана
Көҙ гөлдəре...
Бигерəк аҫыл тыуған ерем
Миҙгелдəре!
Ф.Рəхимғолова
Читайте нас: