Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Октябрь 2020, 00:00

Күперҙә (хикәйә)

Ҡала йоҡоға талған мәл. Шулай ҙа ара-тирә кемдеңдер улай-былай уҙғаны күренеп ҡала, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелә, машиналар үтеп китә. Руслан бөгөн эштән һуң ғына сыҡты, иртәгә буласаҡ премьераға әҙерлек оҙаҡҡа һуҙылды шул.

Күперҙә
(Хикәйә)
Ҡала йоҡоға талған мәл. Шулай ҙа ара-тирә кемдеңдер улай-былай уҙғаны күренеп ҡала, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелә, машиналар үтеп китә. Руслан бөгөн эштән һуң ғына сыҡты, иртәгә буласаҡ премьераға әҙерлек оҙаҡҡа һуҙылды шул.
Төнгө ҡалаға һоҡланып, уйҙарына бирелеп килгән егет шып туҡтаны. Алда, күпер осонда ниндәйҙер шәүлә күҙенә салынып ҡалды уның. “Әллә күҙемә күренә инде” тип күҙен ыуғылап алды. Юҡ та. Ана бит, шәүлә тора. Әммә кем икәнен айырыуы ҡыйын. Ҡыҙмы әллә егетме? Нишләп күперҙең иң ситенә баҫҡан? Шул ваҡыт шәүлә бер ҡулын ебәрҙе. Баҫҡан урынында ҡатып ҡалған Руслан ҡапыл айнығандай булды. Шәүлә эргәһенә нисек барып баҫҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
- Туҡта! – тип уның ҡулын тотоп өлгөрҙө.
Күперҙә ҡыҙ кеше ине. Ҡаушап ҡалды: “Йә Хоҙай… Кем ул? Нишләп мине туҡтатты? Йәнә бер аҙым… һәм мин барлыҡ ҡайғыларымдан ҡотолор инем… Ә бәлки… бәлки, Азаттыр?..” тигән уйҙар менән ҡыҙ Русланға боролоп ҡараны. Азат түгеллеген аңлағас, һуңғы өмөтө селпәрәмә килде ҡыҙҙың. Нәфрәт менән егеткә:
- Ебәр! – тине лә алға үрелде. Руслан ҡыҙҙың ҡулын ысҡындырманы.
- Юҡ! Ебәрмәйем! Теләйһеңме, теләмәйһеңме, әммә бындай хата яһарға юл ҡуймайым һиңә. Һинең ғүмерең – хәҙер минең ҡулымда… – тине егет.
Төнгө тынлыҡта Русландың аҙаҡҡы һүҙҙәре тағы ла ҡабатланғандай булды: “Һинең ғүмерең – минең ҡулымда…” Бер минутҡа тынлыҡ урынлашты. Уйламай, хатта ниндәйҙер ирония менән әйтелгән һүҙҙәр егетте уйланырға мәжбүр итте. “Ә бит, ысынлап та, был ҡыҙҙың ғүмере – минең ҡулымда. Әгәр ҙә уның ҡулын нығыраҡ тотмаһам… йә яңылыш берәй һүҙ әйтһәм… Юҡ. Был турала уйлау ҙа ҡурҡыныс… Ул йәшәргә тейеш һәм йәшәйәсәк…” Егет башынан йәшен тиҙлеге менән уйҙар үтте, һәм Руслан ҡыҙҙың икенсе ҡулынан да тотоп алды. Бындай һүҙҙәрҙе көтмәгән ҡыҙ юғалып ҡалды, бер нәмә тип тә яуап бирмәне. Ә үҙе “Кем был егет? Нишләп ул миңә ярҙам итә? Берәү булһа, үтер ҙә китер ине… Ә ул килеп өлгөрмәһә… тотоп ҡалмаһа…” тип уйланы. Ҡулдарынан ҡаты итеп тотоуға ҡыҙҙың уйҙары өҙөлдө. Егеткә әйләнеп ҡараны. Руслан ҡыҙҙы биленән күтәреп алды һәм үҙенең ҡаршыһына баҫтырҙы.
- Һин ни эшләйһең?! – тине бер ни аңлап өлгөрмәгән ҡыҙ.
- Ошо һорауҙы мин бирергә тейеш инем, һылыу. Һин үҙеңдең ниндәй ҙур хата яһарға йыйынғаныңды аңлайһыңмы? – егет ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡараны, тик ҡулдарын ебәрергә ашыҡманы.
- Һиңә барыбер түгелме? – тине ҡыҙ. Ә күҙҙәренән йәш аға ине.
- Барыбер булһа, туҡтап та тормаҫ инем.
- Һине туҡтарға береһе лә мәжбүр итмәне!
- Шулаймы ни?
- Ебәр!
- Юҡ. Һин хата яһайһың… Нишләп?
- Арыным…
- Мин дә…
- Ебәр…
- Бәлки… бергә….
- Нимә??? – ҡыҙ, әллә дөрөҫ ишетмәнемме тип, егеттең күҙҙәренә тура ҡараны.
- Мин дә арыным, һин дә арығанһың… Ә бәлки, бергә… – Руслан ҡарашын күперҙән аҫҡа, йылға ағымына төбәне. Ҡыҙ ни тип яуап бирергә белмәне.
- Етәр… Ҡалдыр мине…
- Нишләп, бәлки, минең дә был донъя менән хушлашҡым киләлер? Тик бер үҙемә күңелһеҙ ине… Ә хәҙер һин бар… тик миңә иртәгә премьерала ҡатнашырға кәрәк бит әле…
- Юҡ… – ошо һүҙҙәрҙе генә әйтә алды ҡыҙ.
- Нимә?
- Бөгөн дә, иртәгә лә түгел..
- Нишләп?
- Һин йәшәргә тейеш…
- Ә һин?
Егеттең һорауынан тертләп, ҡыҙ башын күтәрҙе…
- Тимәк, йәшәйбеҙ?
- Эйе. Ә хәҙер үтенәм, ҡалдыр яңғыҙымды, – тине ҡыҙ күҙ йәштәре аша. Руслан ни эшләргә белмәне, ҡыҙҙың ҡулын ебәрҙе лә:
- Ә һин?
- Юҡ, – тип бүлдерҙе ҡыҙ.
- Премьераға киләһеңме? – тип йылмайҙы Руслан.
- Килермен…
Күперҙә ҡыҙ яңғыҙы ҡалды. “Артабан ни эшләргә?.. Ҡайҙа барырға?..
Ҡыҙ ҡараңғылыҡ аша алда күренгән бәләкәй генә яҡтылыҡҡа табан атланы.
Альбина ҠОТЛОГИЛДИНА
Читайте нас: