Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 18:00

2020 йылдың башынан республикала мең ярымдан ашыу ВИЧ-инфекциялы асыҡланған

2020 йылдың башынан республикала 1534 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр Республика СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенән. Уларҙың 908-е (59%) – ир-егеттәр, 626-һы (40%) – ҡатын-ҡыҙҙар. Тәүге тапҡыр асыҡланғандар араһында 99 кеше холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултыра.Ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 595 ВИЧ-инфекциялы яҡты донъя

2020 йылдың башынан республикала 1534 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр Республика СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенән. Уларҙың 908-е (59%) – ир-егеттәр, 626-һы (40%) – ҡатын-ҡыҙҙар. Тәүге тапҡыр асыҡланғандар араһында 99 кеше холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултыра.
Ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 595 ВИЧ-инфекциялы яҡты донъя менән хушлашҡан.
Республикала ВИЧ-инфекция йоҡторған 284 йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, сирле әсәләрҙән 277 бала тыуған.
2020 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда бөтәһе 624 771 кеше ВИЧ-инфекцияға тикшереү үткән.
Хәҙер Башҡортостан буйынса ВИЧ менән ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 37,87 тәшкил итә. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сирләү 26% кәмегән.
Читайте нас в