"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Октябрь 2020, 17:00

КҮҢЕЛ МАТУРЛЫҒЫ

Дәүләтшин Марс Ғибәҙәт улы Яңыбай ауыл Советына ҡараған бейек тауҙар араһында, Һике йылғаһы буйында ултырған Башҡорт Бармағы ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Унан тағы бер һеңлеһе һәм ике ҡустыһы була.Ҡәһәрле һуғыш йылдарын балалыҡ менән бер ҙә белмәйем, ти ул, ә бына һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙы бик яҡшы хәтерләй. 1945-48 йылдар тере ҡалған фронтовиктар, күптәре инвалид булып, тыуып-үҫкән төйәктәренә ҡайта башлайҙар. “Беҙҙең ауылға ла бик күп яугирҙәр ҡайттылар, уларҙы күрергә тип бар халыҡ йыйылыр ине. Күптәренең яралары уңалып бөтмәгән, ҡайһыларының бер ҡулы юҡ, ҡайһылары ҡултыҡ таяғында – аяҡтары зәғиф, шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар шат йөҙлө, ғорур, килгән кешеләрҙе ҡыуанып шатланып ҡаршы алырҙар ине. Ә түштәрендә орден-миҙалдар, һалдат наградалары ялтырар ине..” Ошондай күренештәрҙе бик яҡшы хәтерләй Марс Ғибәҙәт улы.

Дәүләтшин Марс Ғибәҙәт улы Яңыбай ауыл Советына ҡараған бейек тауҙар араһында, Һике йылғаһы буйында ултырған Башҡорт Бармағы ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Унан тағы бер һеңлеһе һәм ике ҡустыһы була.
Ҡәһәрле һуғыш йылдарын балалыҡ менән бер ҙә белмәйем, ти ул, ә бына һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙы бик яҡшы хәтерләй. 1945-48 йылдар тере ҡалған фронтовиктар, күптәре инвалид булып, тыуып-үҫкән төйәктәренә ҡайта башлайҙар. “Беҙҙең ауылға ла бик күп яугирҙәр ҡайттылар, уларҙы күрергә тип бар халыҡ йыйылыр ине. Күптәренең яралары уңалып бөтмәгән, ҡайһыларының бер ҡулы юҡ, ҡайһылары ҡултыҡ таяғында – аяҡтары зәғиф, шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар шат йөҙлө, ғорур, килгән кешеләрҙе ҡыуанып шатланып ҡаршы алырҙар ине. Ә түштәрендә орден-миҙалдар, һалдат наградалары ялтырар ине..” Ошондай күренештәрҙе бик яҡшы хәтерләй Марс Ғибәҙәт улы.
1956 йылда Яңыбай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1957-59-сы йылдарҙа Байыш урта мәктәбендә белем ала. Ошо мәктәптә уҡыған йылдарында ул бик күп түңәрәктәргә йөрөй. Шахмат серҙәренә төшөнә, бик матур итеп мандолинала уйнарға өйрәнә, саңғы ярыштарында теләп ҡатнаша. 1959 йылы мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау килеп тыуа. Ошо ниәт менән Марс ағай класташы Дамир Күскилдин менән Стәрлетамаҡҡа юллана. Үҙҙәренең ишеткән, белгән уҡыу йорттарын байҡап сыҡҡас, ҡаланың матур урамы буйлап атлайҙар. Көтмәгәндә “Культурно-просветительное училище” тигән яҙыулы ҙур матур бина йәлеп итә егеттәрҙең иғтибарын. Был ниндәй уҡыу йорто икән тип аптырап торғанда, олпат кәүҙәле, матур кейенгән бер ағай ярҙамға килә.
  • Һеҙ башҡорт егеттәре булаһығыҙмы?” – тип һорау бирә.
  • Эйе.
  • Ҡайһы райондан?
  • – Ейәнсуранан.
    • Әә, улай булғас төп башҡорттар икәнһегеҙ, беҙгә уҡырға килегеҙ, дүрт йыл эсендә сәнғәт серҙәренә өйрәтеп, белем биреп, уҡытып сығарырбыҙ.
    • Ошо һүҙҙәр Марс Ғибәҙәт улын илһамландыра, дәртләндерә, өмөтләндерә. 1959 йылда ул ошо уҡыу йортоноң 1-се курс студенты булып китә.
      “Төп йүнәлешле белем алыуым режиссура, актерлыҡ оҫталығы дәрестәре ине. Мин билдәле йырсы Ғүмәр ағай Әбделмәнов класында уҡыным. Нота менән баянда уйнау, нота серҙәренә композитор Тәлғәт ағай Шәрипов өйрәтте. Тағы ла П. Иноземцев класында тынлы оркестр буйынса белем алдым. Бөтә уҡыу йылы дәүерендә училищеның тынлы оркестрында уйнаным һәм уның буйынса айырым танытма бирҙеләр. Был училищела бейеү, хор-дирижерлыҡ, вокал кластары бар ине. Хатта балет студияһы ла эшләй ине. Китапхана хеҙмәткәрҙәрен дә ошо училищела әҙерләйҙәр ине. Фотодело, матур итеп лозунгылар яҙыу, клубты биҙәү дәрестәре үткәрелде. Беҙҙе уҡырға саҡырған кеше, Ғүмәр ағай – минең уҡытыусым булып сыҡты”, – тип уҡыу йылдарын иҫкә алды Марс ағай.
      1962 йылдың йәй айҙарында уҡыуын тамамлап, Иҫәнғол мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта. Бында балаларҙың тынлы оркестры менән етәкселек итә. Иҫәнғолда оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға. Райондарҙы берләштереү башлана. Бер нисә район Ейәнсура районына күсерелә. Ығы-зығы башлана.
      1962-65 йылдарҙа Ҡужанаҡ ауылында 135 урынлыҡ мәҙәниәт усағы төҙөлә, сәхнәһе киң, иркен, бөтә яҡтан да уйланып эшләнгән, айырым кинобудка, айырым ҡаҙанлыҡ, китапхана өсөн ҙур бүлмәләр, иркен фойе, артистар өсөн бүлмәләр һәм башҡалар бөтөү алдында ине.
      Үҙ яғыңда культура-ағартыу эшендә йәнләндер тип ҡулына приказ тоттороп ҡайтарып ебәрәләр. “Ләкин бында эшләргә, клуб әҙер түгел ине әле. Ике йылға яҡын Яңыбай ауыл клубында эшләп алдым. Ошо осорҙа мәктәптә йыр дәрестәрен, балаларға нота серҙәрен өйрәттем. Ябай ғына йырҙарҙы нота буйынса йырлай торған инек. Фотокружок ойошторҙом, клубта концерттар, спектаклдәр әҙерләнек, агит-масса эштәре алып барҙыҡ”, – Марс ағай нисек эш башлауын бәйән итә.
      1965 йылдың йәй айҙарында Ҡужанаҡ клубына эшкә ҡайта. Был клубта алты йыл хеҙмәт итә. Ошо эшләү дәүерендә клубты ауылдың мәҙәниәт йорто дәрәжәһенә тиклем күтәрә. Кәрәкле мебель, музыка ҡоралдары, сифатлы, матур артлы ултырғыстар тамашасы залы өсөн һатып алына. Сәхнәне биҙәүгә айырым иғтибар бирелә, йәм-йәшел төҫтәге бәрхәт шаршау, күгелйем төҫтәге “боковиктар”, “задниктар” тектереп элеп ҡуя. Сәхнәне яҡтыртыу ҡорамалдары алдыра. Ауыл китапханаһы ла уның ҡарамағында була. Клубты эстән дә, тыштан да биҙәү өсөн үҙ иркендә эшләүсе бик яҡшы рәссамдар алып ҡайта. Василий Степанович менән алты йыл эшләү осоронда улар ниндәй генә лозунгтар, пейзаждар, задниктар яҙмайҙар.
      Халыҡтың боронғо йолаларын тергеҙеү, байрамдар, комсомол туйҙары үткәрелә башлай. Һабантуйҙар бик матур ойошҡанлыҡта, аныҡ программа, матур концерттар әҙерләп үткәрелә.
      Үҙенең тырышлығы, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, иҙәне лә һалынып бөтмәгән клубта эш башлап, 3-4 йыл эсендә клубты ысын мәғәнәһендә ауыл мәҙәниәт йорто кимәленә күтәрә.
      1970 йыл. Көҙөн колхозға зоотехник булып класташы Рафиҡ Латыпов эшкә килә. Уның тәҡдиме буйынса Өфө аграр институтының ветеринария факультетына барырға уйлай, ләкин колхоз идараһы, ауыл Советы быға ҡаршы була, бер ниндәй ҙә документ бирмәҫкә тип ҡуялар.
      Шундай ҡаршылыҡтар булһа ла, ул паспортын, дипломын ала ла өс айлыҡ подкурсҡа уҡырға китә. Юғары уҡыу йортона инеү имтихандарын уңышлы тапшырып, 1970 йылда студент булып китә. Намыҫланып, тырышып уҡый Марс ағай. Шулай булмай ни, сөнки был ваҡытта ул ғаиләле, ике бала атаһы! Ул уҡырға киткәндә тыуған ҡыҙы Альбинаға ни бары бер ай ғына була. Әлбиттә, ата-әсәләре, туғандары риза була, ә ҡатыны Бүләкбикә апай тормош иптәшенең студент булып китеүенә тик ғорурлана ғына. Шулай итеп, биш йыл “очно” уҡып, ветеринария факультетын тамамлай. Әйткәндәй, өсөнсө курста уҡығанда колхоз етәкселеге уға стипендия тәғәйенләй.
      1975 йылдың йәйендә Тоцк лагерында хәрби кафедра буйынса практик занятиелар үтә, лейтенант званиеһы, ҡулына диплом алып тыуған еренә, “Победа” колхозына ҡайта һәм баш ветеринар булып эш башлай. Ошо вазифала 28 йыл буйына, колхоз тарҡалып бөткәнсе, эшләй. Әлбиттә, эш буйынса ауырлыҡтар, төрлө кәртәләр күп була. Колхозда ла, ауыл халҡында ла мал-тыуар күп булғас, һәр төрлө мал ауырыуҙары сығып ҡына тора. Был хәлдә лә ул ҡаушап ҡалмай, бөтә көсөн, белемен эшкә егеп, намыҫы ҡушҡанса эшләй. Колхоз бөткәс, тағы ла ике йыл Яңыбай ветучасткаһында эшләп ала.
      Марс Ғибәҙәт улына ошо көндәрҙә 80 йәш тулды. Ошо ғүмере дауамында ул үҙен инсафлы, тәртипле, юғары културалы кеше итеп күрһәтте. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, алған белеменә таянып, күңел йылыһын биреп, намыҫы ҡушҡанса эшләне. Ауылдаштарының, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең абруйлы кешеһенә әйләнде. Әйткәндәй, Марс ағай Бүләкбикә апай менән биш балаға ғүмер бирҙеләр, уларҙы үҫтереп, уҡыттылар, кеше иттеләр. Марсель, Альфред, Флорид тигән улдары, Альбина, Зөлфирә тигән ҡыҙҙарының һәр береһенең үҙ ғаиләһе, матур донъя көтәләр. Марс ағайҙың ете ейәнсәре, өс ейәне бар. Йәй айҙары күберәк ауылда булырға тырышалар, саф башҡортса һөйләшәләр, ҡартайҙарына ярҙам итәләр. Бүләкбикә апай менән йәшәүҙәренә лә 55 йыл тулды.
      2015 йылда Марс ағайҙар Башҡорт Бармағы ауылында, ауыл халҡы менән берлектә, үҙҙәренең Шәжәрә байрамын үткәрҙеләр. Был ҙур ҡорға бөтә балаларын, туғандарын саҡырҙы улар. Нәҫел-нәсәптәрен барланы, бер ҙә күрешмәгән туғандар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләштеләр, таныштылар. Шәжәрә байрамының программаһына ярашлы, бөтәһе лә еренә еткереп эшләнгән ине. Бигерәк тә милли кейемдә кейенеп Дәүләтшиндар ҡуйған 15 минутлыҡ концерт халыҡҡа бик тә оҡшаны. Ейәнсәрҙәренең саф башҡортса нәфис һүҙ һөйләүҙәре, Марс ағайҙың мандолинаһына ҡушылып Айгизә ҡыҙының таҡмаҡтар әйтеп, Сабина һылыуын бейетеүенә йәштәр сыҙаманы, бейергә төшөп китте. Байрам ауазын ҡыҙҙары Альбина, улдары Флорид бик матур аңлайышлы итеп алып барҙы. Жюри ағзаларының баһаһы буйынса уларҙың шәжәрәһе икенсе дәрәжәле диплом менән бүләкләнде. Әйткәндәй, уның тырыш, фиҙәҡәр эшен бик күп почет грамоталары, дипломдар, маҡтау хаттары дәлилләй.
      Ауыл халҡы ғына түгел, район халҡы ла белә Марс ағайҙы.
      Әнисә Тоҡомбәтова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Ҡужанаҡ ауылы.
      Читайте нас: