200 гр. һыйыр майы, әҙ генә һөт, шәкәр, саҡ ҡына тоҙ, магазин ҡаймағы, манный ярмаһы һәм ҠАРАҒАТ!
200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, тоҙ, он ҡушып тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.
Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Магазин ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы(2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡарағат өҫтөнә ҡойорға ла табаны 40 минут ҡыҙыу мейестә бешергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!