Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Октябрь 2020, 11:00

Бойоғорға ваҡыты юҡ, йәки Яҙын – көрәк менән, ҡышын – ҡалаҡ менән

Быйылғы йыл оло йәштәгеләр өсөн һынау йылы булды. Шул иҫәптән рәхәтләнеп ял йорттарында ял итеп, бер балаһынан икенсе балаһына ҡунаҡҡа йөрөргә яратыусы Клара Имелбаева өсөн дә. Бигерәк тә, район мәҙәниәт йортонда уҙған бер саранан да, концерттан да ситтә ҡалмай, әхирәттәре менән ҡунаҡҡа йөрөшә торғайны. Бына шулай кинәнеп йәшәп ятҡанда, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан “тажлы” вирус ауырыуы көпә-көндөҙ йәшен атҡан кеүек тәҫир итте Клара Шәкирйән ҡыҙына ла. Бер аҙ баҙап аптырап ҡала.

Шулай ҙа йән биргәнгә Хоҙай йүнен дә бирә. Үткән йыл сентябрь айында 60 йәшлек юбилейы уңайынан балалары теплица бүләк иткән булған. Баҡса үҫтерергә яратҡан Клара Имелбаева йыл башынан үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү менән “мәж” килә. Быйыл иртә яҙҙан теплицаһында ҡыяры өлгөрә, помидорҙары ҡыҙарып бешә, боростары, тәмләткес үләндәре мул уңыш бирә. Урам ҡапҡаһынан ингәс тә башланып китә уның ҡулы менән тыуҙырылған мөғжизә! Ниндәй генә сәскәләр үҫмәй унда! Сәскәләрҙең төрлөлөгөнән, төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша! Баҡсаның уңышы ла мул. Һәр төрлө емеш-еләк тә береһенән-береһе ярышып өлгөргән быйыл. Үҫтереү – ярты эш, ә уны әрәм-шәрәм итмәй эш итергә лә кәрәк бит әле, тиер берәү. Эйе, бындай осраҡта ҡыҙы Гөлкәй менән ейәне Артур ярҙамға килә. Әсәһе эштә саҡта, бигерәк тә Артур өләсәһе янынан китмәй, сөнки өләсәйе оло, һаулығы ла маҡтанырлыҡ түгел, шул ваҡытта уның ярҙамы һиҙелә лә инде. Сөнки оҙон ҡыш буйына бергәләп ҡайнатҡан тәмле-тәмле ҡайнатмалар, һуттар, салаттар, аш әҙерләү өсөн турамалар, барыһы ла ярап ҡала. Йөрөгән аяҡҡа – йүрмә эләгә, тип белмәй әйтәйҙәр шул. Иш янына ҡуш булып, пенсия аҡсаһы ла янда ҡала, иң мөһиме – үҙең әҙерләгән тәмле лә, бер ниндәй химияһыҙ, ти баҡсасы. Әйткәндәй, эш менән генә йәшәп тә булмай бит әле, кешегә рухи байлыҡ та кәрәк. Бындай осраҡта аш-һыу әҙерләгән бүлмәлә торған радиоһы ярҙамға килә. Күптән танып бөткән әртистәрҙең йырҙарын кинәнеп тыңлай. Әхирәттәре менән дә интернет аша көн һайын аралашып, хәл белешеп тора.
Гөлшат Мәжитова. Автор фотолары.
Читайте нас: