Бөгөн Рәсәйҙә киң рәүештә экологик тест үткәрелде. Ул илдең тиҫтәләгән төбәген, 60 эре офлайн-майҙансыҡты солғап алды һәм "Яндекс.Эфир" платформаһында меңәрләгән тапҡыр ҡарауҙы тәьмин итте. "ЭкоТолк"ҡа билдәле спикерҙар - биолог Николай Дроздовтан алып тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкинға тиклем фатиха бирҙе.
Ил төбәктәре халҡы экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәләрендә үҙҙәренең белемен һынаны. "ЭкоТолк" Бөтә Рәсәй белем биреү акцияһы Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм "Экология" милли проекты операторы булған "Росатом" корпорацияһы булышлығында уҙғарылды. Төп майҙансыҡ итеп ил тарихындағы тәүге ботаник баҡса - "Аптекарь баҡсаһы" һайланды. Унда 120 ҡатнашыусы һәм имтихан алыусылар үҙҙәре йыйылды.
Тест һорауҙарын министр Дмитрий Кобылкин, "Таҙа ил" ассоциацияһының башҡарма директоры Руслан Ғөбәйҙуллин, телевидение алып барыусыһы, МДУ профессоры Николай Дроздов, Дәүләт Думаһы депутаты, тәбиғәтте һаҡлаусы йәмәғәтсе Вячеслав Фетисов, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхит комиссияһы етәксеһе Елена Шаройкина уҡыны.
Спикерҙар һорауҙарына "Аптекарь баҡсаһы" ҡунаҡтары ғына түгел, онлайн рәүештә төбәктәрҙәге майҙансыҡтарҙа ла яуап бирҙеләр. Тура тапшырыу "Яндекс.Эфир"ҙа һәм "1ЭКОТВ.РФ" телеканалында барҙы.
Бер сәғәт эсендә ҡатнашыусылар һаны 5,5 мең кешенән артып китте. Еңеүселәр исемдәре 16 октябрҙә нацпроектэкология.рф сайтында донъя күрәсәк. "ЭкоТолк" Бөтә Рәсәй акцияһы йыл да ойоштороласаҡ тип көтөлә.
Тест һорауҙарына һаман да ecologyofrussia.ru/ecotalk2020/#ЭкоТолк#нацпроектэкология һылтанмаһы аша үтеп яуап бирергә мөмкин.
Был сара ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Экология" милли проекты маҡсаттарына ла тура килә.