Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2020, 18:00

ДДТ башҡортса йырлаған!

11 октябрҙә Өфөлә бер юлы ике байрам билдәләнде – Республика көнө һәм йәй ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында ойошторолмай ҡалған Ҡала көнө. Шуға күрә баш ҡала майҙансыҡтарында күп төрлө матур һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде.

11 октябрҙә Өфөлә бер юлы ике байрам билдәләнде – Республика көнө һәм йәй ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында ойошторолмай ҡалған Ҡала көнө. Шуға күрә баш ҡала майҙансыҡтарында күп төрлө матур һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде.
Байрамдың иң ҙуры “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында барҙы. Бында милли сәхнә һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт ойошторолдо.
Сара флешмоб менән башланып китте – республиканың Дәүләт академия хор капеллаһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары менән берлектә концертта йыйылғандар Башҡортостан Дәүләт гимнын башҡарҙы. Артабан амфитеатр “Урал батыр уты” Асыҡ төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафонын ҡабул итте. Быға тиклем марафон республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ҙур уңыш менән барҙы.
Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан йондоҙҙары – “Зәйнетдин” шоу-проекты һәм Элвин Грей псевдонимы аҫтында йырлаған Радик Юлъяҡшин сығыш яһаны. Халыҡ уларҙың сығышын бик йылы ҡабул итте, улар менән бергәләп күңел асты.
– Мин һәр ваҡыт йәштәрҙе туған телен онотмаҫҡа саҡырам. Быны йырҙарым аша ла еткерәм. Минеңсә, беҙҙең республикала бик таланты артистар тыуа. Улар Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәйҙе халыҡ-ара кимәлдә күрһәтергә тейеш! – тине Радик Юлъяҡшин.
Ҡала йәштәре саҡырылған хип-хоп башҡарыусы Thomas Mraz сығышын да яратып ҡабул итте. Унан һуң амфитеатрҙы рок-музыка яңғыратты – сәхнәгә “Lumen” төркөмө артистары сыҡты.
– Ошоноң кеүек концерттан беҙҙең төркөмдөң тарихы башланып киткәйне. Был Башҡотостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 425 йыл тулған ваҡыт ине. Беҙ ул саҡта булған Ю. Гагарин исемендәге кинотеатр тупһаһында уйнағайныҡ. Әле һаман Өфө концерттарын ныҡ яратабыҙ, – тине төркөмдөң солисы Тэм Булатов.
Ниндәй генә билдәле артистар саҡырылмаһын, тик күптәрҙең иң көткәне ДДТ төркөмө һәм яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук булды, әлбиттә. Ул кисәнең хедлайнеры ине.
Юрий Шевчук билдәле йырҙарын башҡарҙы, йырҙар араһында халыҡ менән аралашып та өлгөрҙө.
– Мин, ғәҙәттә, ностальгияға бирелеп бармайым. Тик бына Өфөгә ҡайтһам, Ленин, Социалистик урамдары, башҡа урамдар буйлап йөрөһәм, был хистән тулҡынланам. 40 йыл элек бер кемгә лә билдәле булмаған дүрт егет инек. Төркөмгә ниндәй исем бирергә икән тип уйландыҡ. Ул саҡта беҙҙең хыялдан башҡа бер нимәбеҙ ҙә юҡ ине, – тине ул.
“ДДТ” төркөмөндә йырлаған Алена Романова тап ошо кисә өсөн “Их, тала, тала” йырын өйрәнгән һәм уны башҡортса башҡарҙы. Был сығышты күптәр яратып ҡабул итте һәм бергә ҡушылып йырланы.
Кисә матур байрам салюты менән тамамланды.
Фото: Валерий Шахов.
"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас в