Аллаһы бойорһа, ошо аҙна шәмбеһендә, йәғни 17 октябҙә Байыш ауылында ҙур, тарихи яҡтан иҫтәлекле байрам саралары көтөлә. Был турала төркөмдәшебеҙ ФЛҮРӘ КАШБУЛЛИНА хәбәр итә һәм шундай саҡырыу ташлай:
"...Ҙур саралар үткәрергә ниәтләнелгән: "Байыш" мәсетен тантаналы асыу, Изгеләр зыяратында һәм Хөснөтдин баҡсаһында таҡтаташ асыу. Телевидение һәм гәзит хеҙмәткәрҙәре, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, район һәм республика етәкселеге ҡунаҡҡа саҡырылған. Хөрмәтле ауылдаштар, әйҙәгеҙ, ошо мәртәбәле байрамыбыҙҙы үҙебеҙҙең милли кейемдәребеҙҙә ҡаршылайыҡ, байрамыбыҙ тағы ла сағыуыраҡ, иҫтәлеклерәк булыр ине!"