Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2020, 13:05

"Нуриев" балеты Өфөлә ҡуйыласаҡ

Премьера 83-сө миҙгелдең аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта күренекле француз хореографы Ролан Петиҙың фонды менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Балетты Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған баш балетмейстеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Иван Васильев сәхнәләштерә.

Әлегә ул «Нуриев» тип атала, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов.
Премьера 83-сө миҙгелдең аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта күренекле француз хореографы Ролан Петиҙың фонды менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Балетты Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған баш балетмейстеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Иван Васильев сәхнәләштерә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: октябрь айында Париж милли операһында Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет тамашаһы ҡуйыла. Театр йондоҙҙары һәм төп бейеүселәре уның бөйөк «Йоҡоға талған һылыуҡай», «Ромео һәм Джульетта», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле», «Золушка», «Манфред» һәм «Дон Кихот» балеттарынан соло һәм па-де-де башҡарып, уға үҙҙәренең хөрмәтен белдерә.
Читайте нас в