Ҡәҙерле дуҫтар! Тыуған районыбыҙҙың 90 йыллығы менән иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Бөтә донъя өсөн туҡһан йыл бер мәл генә генә һымаҡ булһа ла, район өсөн ул – үҙе бер тарих. Ул аяҡҡа баҫыу, эҙләнеүҙәр, үҫеш осоро. Үткәндәргә күҙ һалып, атай-олатайҙарыбыҙ был йылдарҙа нисек йәшәгәнен, үтеп киткән быуатты беҙ һеҙҙең менән нисек оҙатыуыбыҙҙы, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ киләсәкте нисек ҡорасағын аңлау өсөн был әҙ ваҡыт түгел. Район юбилейы – ниндәйҙер йомғаҡ яһау, тарихтың яңы битен асыу, быға тиклем башланғандарҙы дауам итеү өсөн сәбәп. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының ҡот сосҡос һынауҙарын үткән һәм үҙҙәрендә төҙөргә, ижад итергә, тормошто яҡшыртырға көс тапҡан ата-бабаларыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙә ғорурланырлыҡ ваҡиғалар, данларлыҡ, иҫләрлек һәм ихтирам итерлек кешеләр бар.
Ҡатмарлы һәм лайыҡлы юл үткән район үҙенең тарихын дауам итеп, уны яңы ваҡиғалар, даталар һәм эштәр менән тулыландыра. Ейәнсура районы беҙҙең өсөн – яҙмыштары, характерҙары, йәше, дине, инаныуҙары буйынса төрлө кешеләр йәшәгән дөйөм йорт ул.
Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең төп бурысыбыҙҙы эш темптарын кәметмәүҙә, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫештә яңы, перспектив йүнәлештәр табыуҙа, шул уҡ ваҡытта район традицияларын, тарихын, уның үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙа күрәбеҙ. Беҙҙең төп байлығыбыҙ, көсөбөҙ һәм даныбыҙ – әүҙем, талантлы, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан һәм үҙенең тыуған ерен ысын күңелдән яратҡан кешеләр ул.
Киләсәктә районыбыҙҙың яҡшы, изге юбилейҙары күп булыуын теләге килә. Ә был беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙенең тыуған ере өсөн шәхси яуаплылыҡ тойған шартта ғына мөмкин. Шул саҡта дөйөм тырышлығыбыҙ менән Ейәнсура районы йәшәйәсәк һәм үҫешәсәк. Инициативалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ беҙгә киләсәктә лә юғары һөҙмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәгенә ышанам. Көстәрҙе берләштереп, беҙ күп мөһим бурыстарҙың үтәлеүенә һәм ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға ирешә аласаҡбыҙ.
Ҡәҙерле ейәнсуралар, һеҙгә яҡты киләсәк, ныҡлы һаулыҡ, дуҫ һәм берҙәм ғаилә, районыбыҙ һәм Башҡортостан Республикаһы именлеге хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.