Республика көнө уңайынан ойошторолған көҙгө йәрминкәлә гәзиткә яҙылыу буйынса “Көҙгө уңыштан – өлөш” акцияһы уҙғарыласағы, уның барышында “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыусылар араһында шунда уҡ бүләк уйнатыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Шулай итеп, республикабыҙ үҙаллылыҡ яулаған көндө милли баҫмабыҙға яҙылыусылар өсөн күстәнәскә ҡорот, муйыллы ҡорот, ҡыҙыл эремсек әҙерләп тараттыҡ, уларҙы “Ейәнсура таңдары” – рухи аҙыҡ йәнгә, милли ризыҡтарыбыҙ дауа булһын тәнгә” тигән яҙыу рухландырып торҙо. Аллаға шөкөр, эш гөрләп барҙы, киләһе йылда ла “районка” менән бергә ҡалырға теләүселәр байтаҡ булды.
Вәғәҙә – иман, әйтелгән ваҡытта 57 купон хужалары араһында бөтәһе 13 приз уйнатылды. Бағыусыларыбыҙ: “Муйнаҡ” ауыл хужалығы артеле, “Импульс” (етәксеһе – Х. Ҡарағужин), “Маяҡ” йәмғиәте (Ш. Ямғуров) тәҡдим иткән ашлыҡ, шулай уҡ айырым кешеләр биргән шыршы үҫентеһе, балан үҙ хужаларын бик тиҙ тапты. Шулай итеп, гәзит уҡыусыларыбыҙ – Башҡорт Үргененән Әминә Килдебаева, Сирғолдан Нәсимә Тайсина, Муйнаҡтан Рәүилә Ғайсина, Ҡарғалынан Ғайса Ғөбәйҙуллин, Иҫәнғолдан Гөлйемеш Кирәева, Рим Рахмасов, Гөлсиә Хисмәтуллина, Нәзирә Кәримова, Вәкил Дилмөхәмәтов, Рәйлә Мырҙабулатова, Зилә Ҡунаҡҡужина, Бикбауҙан Миләүшә Сабирова, Яңы Павловканан Мөршиҙә Байгилдина тәғәйен бүләктәрен алып, ҡыуанып ҡайтып китте.
Даими уҡыусыбыҙҙың: “Милли ризыҡ – тәнгә шифа, гәзитебеҙ – йәнгә шифа!” – тигән һүҙҙәрен ҡеүәтләп, артабан да бергә ҡалайыҡ, тип теләйбеҙ.