Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Октябрь 2020, 14:00

Башҡортостандың бәләкәй геройҙары китапҡа инде

"Батырлыҡтар" проекты сығарған "Батыр балалар хаҡында серле әкиәттәр" китабына беҙҙең республикала йәшәгән Ярослав менән Алина ла ингән. Стәрлетамаҡта йәшәгән Ярослав Адоньев үтеп барышлай икенсе ҡаттан ҡолап төшөп килгән бәләкәс ҡыҙҙы күреп, тотоп ала. Үҙе ҡолай, аяҡтарын һыҙыра, әммә сабыйҙың ҡулынан ысҡындырмай. Ә Малояҙҙан 12 йәшлек Алина Шәйәхмәтова бөтә йыйған аҡсаһына мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алып, үҙҙәренең ауылындағы мәктәп-интернатта тәрбиәләнеүселәргә Яңы йылға бүләге эшләй. "Минең уларға әҙерәк булһа ла ярҙам итеп, ҡыуандырғым килде", - ти ҡыҙ.Был оло йөрәкле балалар тиңдәштәренә генә түгел, күп өлкәндәргә лә өлгө!

Читайте нас: