Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Октябрь 2020, 12:00

Ер тураһындағы яңы законға бәйле алты һорауға яуап

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ер тураһындағы ҡануниәткә етди үҙгәрештәр индерергә йыйына. Был проект дәүләт милке булыуы сикләнмәгән ер биләмәләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен ҡабаттан бүлеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ер тураһындағы ҡануниәткә етди үҙгәрештәр индерергә йыйына. Был проект дәүләт милке булыуы сикләнмәгән ер биләмәләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен ҡабаттан бүлеүгә йүнәлтелгән.
Закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшерелгәндә депутаттар араһында ҙур бәхәс һәм йәмәғәтселектә лә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы, хатта парламент рәйесе Константин Толкачевҡа матбуғатта был турала аңлатма менән сығыш яһарға ла тура килде. Ысынлап та, яңы ҡануни акт ни өсөн кәрәк, төҙәтмәләр ниҙән ғибәрәт?
Ниндәй ер тураһында һүҙ бара?
Һәр ер биләмәһенең үҙ милексеһе бар. Мәҫәлән, урман Рәсәй Федерацияһы милке тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә ҡала эргәһендә ер участкаһы һатып алһағыҙ, ул һеҙҙең генә шәхси милек булып тора һәм уға тейергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Республикаға, тәғәйен ҡала йәки районға ҡарағандар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта “милек хоҡуғы сикләнмәгән”дәре лә була. Тимәк, ошо биләмә дәүләттеке, әммә тәғәйен бер кемгә лә ҡағылышлы түгел. Ундай ерҙәрҙең майҙаны ғәйәт ҙур – республиканың өстән бер өлөшө самаһын алып тора, икенсе төрлө әйткәндә, урманһыҙ ерҙәрҙең 90 проценты. Әлеге яңы закон проектында тап ошондайҙар тураһында һүҙ бара ла инде, йәғни ул ғәмәлдә хужаһыҙ булған, милек хоҡуғы яҙылмаған, баштан уҡ дәүләткә ҡараған ерҙәргә йүнәлтелә.
Бөгөнгө ҡағиҙәләрҙә нимәһе заманса түгел?
Әлеге мәлдә милек хоҡуғы сикләнмәгән ер майҙанына хакимиәттәр идара итә. Был хәлдең ыңғай яҡтары ла, киреһе лә бар. Төп плюс – урындағы власть халыҡтың мохтажлығын яҡшы белә һәм тиҙҙән торлаҡ төҙөләсәк йәки күп йылдар инде мал көткән урынды, әйтәйек, нефть үткәреү өсөн бирмәйәсәк. Ә төп минус – бюрократия һәм байҙар кеүек ҡыланыу контролдә тотолмай, йәғни ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә бер тигеҙ түгел, ул урындағы хакимиәткә яҡын кешеләр өсөн генә уңайлы. Бындай ергә хоҡуҡты билдәләү ҙә төрлө урында төрлөсә. Бер хакимиәт өсөн 15 документ йыйырға кәрәк, икенсеһендә – 20, бәғзеһендә ҡарар ҡабул ителгәнен ике ай көтәләр, ҡайһыларында иһә – өс ай. Меңдәрсә кеше үҙе теләгән ер биләмәһен йылдар буйы ала алмай, һәм уларға ни өсөн бирелмәүен дә аңлатмайҙар. Ә бит шул уҡ мәлдә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ менән иң һәйбәт ерҙәрҙе эләктергәндәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, урындағы власть бында бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәй.
Яңы закон нисек эшләйәсәк?
Ул әлеге схеманы юҡҡа сығарасаҡ, насарын алып ташлаясаҡ, ә яҡшыһы тороп ҡаласаҡ. Беренсенән, бар республикала берҙәм тәртип булдырыла. Тупланырға тейешле документтар һәммә халыҡ өсөн дөйөм һәм уларҙың исемлеге ҡыҫҡа буласаҡ. Уларҙан тыш бер ниндәй өҫтәмә ҡағыҙ талап итергә хаҡлы түгелдәр. Икенсенән, ҡарар ҡабул итеү ваҡыты ун көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Өсөнсөнән, артабан бында кеше факторы булмаясаҡ – “Әлим һәйбәт кеше, уға бирәйек, ә Сәлим – насар әҙәм, алмай торһон” кеүек “ҡарар”ға юл ҡуйылмай. Хәҙерге заманда ниндәйҙер пособие юллағандағы кеүек: документтарҙы дөрөҫ тултырып бирһәң, алаһың. Дүртенсенән, был ҡарарҙар бөтәһе өсөн дә асыҡ була һәм хакимиәт башлығы менән килешелә. Әйтелгәнсә, улар урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен белә, был осраҡта кисә генә мал көткән урында кинәт кенә ниндәйҙер фирма ҡалҡып сығырға тейеш түгел.
Ергә милек булдырыу өсөн Өфөгә барырғамы?
Юҡ, кәрәкмәй. Буласаҡ милексе өсөн был осраҡта өс вариант ҡаралған. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы аша. Улар республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ошо мәсьәлә менән күптән шөғөлләнә һәм был эште лә үҙ иңенә алырға әҙер. Адрестарын, телефондарын интернетта еңел табып була. Күп функциялы үҙәктәр аша. Дәүләт хеҙмәтенең республика порталы нигеҙендә. Ундағы ер тураһындағы бүлек тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, документтар тотоп ауыл йәки район хакимиәтенә барырға, урындағы түрәгә инеү өсөн сират көтөп ултырырға кәрәкмәй – бар документтарҙы электрон формала ебәрергә лә ун көн эсендә яуап алырға мөмкин.
Буш ерҙәр тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?
Уларҙы бер уңайлы таблицаға йыя башланылар ҙа инде. Теләгән бер кеше үҙенә кәрәк райондағы буш ер майҙандарын ҡарап сыға ала. Оҙаҡламай был исемлек Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтына, “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар” порталына ҡуйыласаҡ. Тәбиғи, исемлек даими яңыртып тороласаҡ.
Был кемдәр өсөн отошло?
Тойғоларҙы ситкә ҡуйып, закон проектының үҙен уҡып сыҡһаң, уның намыҫлы эш иткән һәр кем өсөн отошло икәнен аңлауы ҡыйын түгел. Кешеләр кәрәкмәгән һәм контролһеҙ бюрократиянан, баш-баштаҡлыҡтан, “ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ”тан ҡотоласаҡ. Улар өсөн ғәҙел, аңлайышлы, асыҡ һәм берҙәм ун көнлөк процедуралы ҡағиҙәләр булдырыла. Республика буш ятҡан ерҙәрҙе тиҙерәк әйләнешкә индерә аласаҡ, ә был иһә үҙ сиратында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, һалымдарҙы, яңы эш урындарын арттырыуға этәргес бирәсәк. Ҡала һәм райондар ер майҙанын һатыуҙан йәки ҡуртымға биреүҙән килгән аҡсаны урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуға йүнәлтә, республика ҡаҙнаһынан был осраҡта бер тин дә китмәй.
Фото: Яндекс Картинки
Читайте нас: