"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Октябрь 2020, 23:55

Өмөт (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов

Институтта уҡытҡан таныш уҡытыусы менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел кеше менән шулай, йыш осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртән, осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышҡандан һуң, өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе тамамлайбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона барып ике-өс сәғәткә шахмат клубының аулаҡ мөйөшөн биләйбеҙ. Ҡамасаулаусы, урынлы-урынһыҙға бимазалаусы юҡ.

Институтта уҡытҡан таныш уҡытыусы менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел кеше менән шулай, йыш осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртән, осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышҡандан һуң, өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе тамамлайбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона барып ике-өс сәғәткә шахмат клубының аулаҡ мөйөшөн биләйбеҙ. Ҡамасаулаусы, урынлы-урынһыҙға бимазалаусы юҡ. Партнерым аҙ һүҙле, тыныс фиғелле, төп эше хаҡында һөйләй һалып бармай, үҙенә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа өҫтәмә мәғлүмәтте лә ситләтеп үтергә тырыша. Ҡымтыҡ йоҡа ирендәр, шешенке ҡабаҡтар аҫтына боҫҡан төҫһөҙ күҙҙәр, эскә тартылып соҡорайған ас яңаҡтар – эс серен йәшерә белгән йомоҡтоҡо. Бар ғәме – алдындағы аҡлы-ҡаралы шаҡмаҡтарҙа, комбинацияға ярашлы урынлаштырылған фигураларҙа. Беҙ ғәҙәттә блиц уйнайбыҙ. Партияларҙы бик йыш мин отам, сөнки парнерым һәр йөрөшөн икеләнеп оҙаҡ уйлай ҙа цейтнотҡа эләгеп шахмат сәғәтендәге "флаг"ы ҡолай. Ошондай осраҡта ул ҡәҙерле нимәһен юғалтҡан кешеләй көйәләнеп китә: "Был партия тулыһы менән минеке ине! Бәхәсһеҙ минеке! Оҫта гроссмейстерҙарса ҡоролған, уйланылған ситуацияға, таҡталағы минең тулы өҫтөнлөккә ҡара, королеңде төрлө яҡтан ҡамап алғанмын бит инде, өс, юҡ, ике йөрөш кенә етмәне, ҡәһәрең! Ниңә ваҡытты иҫәпләргә, әйҙә, ары секундтарҙы-минуттарҙы һанамай, сәғәтһеҙ генә уйнайбыҙ?!" "Юҡ инде, хәҙер һиңә ирек ҡуйһаң бер йөрөштө көнө буйы уйлаясаҡһың. Шуны көтөп ултырырғамы миңә? Бармай!" "Сәсрәп кенә кит, һинеңсә булһын, тик иҫеңдә тот: был юлы кәрәгеңә бирәм, һыу эскеһеҙ итәм!" Шулай ти ҙә минең ығышыуҙы ла көтмәй икебеҙ өсөн дә шаҡмаҡтарға пешкаларҙы, фигураларҙы ҡабаланып теҙергә керешә. Иғтибарһыҙлығым арҡаһында ҡайһы берҙә ничьяға уйнап, йә еңелеп ҡуйһам теге атҡа менгәндәй ҡыуанып китә: "Кем менән сәкәләшкәнегеҙҙе беләһегеҙме, ҡаршыма ултырырҙан алда уйнарға өйрәнергә ине башта!" – тип кәпәренә.
Танышымды йомоҡ тиһәм дә шахмат хаҡында һүҙ сыҡһа ул киреһенсә, үтә һүҙсәнгә әүерелә, бәхәсләшеп, ғәҙеллек даулап сеп-сей булып талашып китеүҙән дә тартынмай.
Бөгөн ул иртә менән тағы шылтыратты:
Хәйерле иртә, хөрмәтле яҙыусы әфәнде, онотманыңмы бөгөн шәмбе көн икәнен, мат алырға ҙур сумка эҙерләгәнһегеҙҙер?
– Юҡ шул, миндә бәләкәй барсетка ғына бар. Ҡалғандарын һеҙҙең оло күн портфелегеҙгә нышып тултырырбыҙ, – тинем. – Бер сәғәттән барып етермен!
– Слушай, давай беҙгә кил! Ҡатын командировкала. Шәп кофенан да ауыҙ иттерермен!
– Ҡунаҡҡа саҡыраһығыҙ, әләйгәс?
– Дөрөҫөрәге аулаҡҡа.
– Тик бер генә шарт – хужа ҡунаҡтың ишәге, тип минән еңелеү талап итмәгеҙ берүк, холҡомдо беләһегеҙ!
– Килештек!
Бына мин уның өс бүлмәле фатирында. Ҡыҫҡа буйына һөйрәлтеп йомшаҡ халат кейеп, аяҡтарына шипатайҙар ҡатҡан фатир хужаһы пеләш башын ҡырын һала биреп, үткелеккә үк килеп, ҡосаҡлап, ирәбе йылмайып ҡаршы алды ла шунда уҡ эргәләге бүлмәнең ишеген асты:
– Тотош фатирҙы күрһәтеү һеҙгә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгелдер, ярты ғүмерем үткән эш өңөмә рәхим итегеҙ!
Ҡаршы яҡтағы тәҙрәһенә затлы шторалар эленгән урта ҙурлыҡтағы бүлмәнең ике яғын шкафтарға теҙелгән китаптар биләгән. Уң яҡта йомшаҡ күн диван, ҡәнәфиҙәр, журнал өҫтәле, тәҙрә яҡ мөйөштә компьютер өҫтәле.
– Өңөңдө әйтәм, арҙаҡлы фән кандидаты, бик тә күркәм. Ә китаптарыңдың күплегенә килгәндә, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға етерлек.
– Монография күптән әҙер, тик гәзит-журналдарҙағы публикациялар ғына тотҡарлай эште. Өлгөрөрмөн тимә: лекциялар, зачеттар, имтихандар...
– Ауыры ауған, фәнни хеҙмәт әҙер, тиһегеҙ бит, ҡалғаны әкренләп. Ә ваҡыт етмәүгә килгәндә, кәңәшем шул: һеҙгә шөһрәт тә, дан да, билдәлелек тә килтермәгән шахматты әҙерәк уйнағыҙ.
– Бына унан һис айырыла алмайым. Йәшәүемдең бер өлөшө бит ул шахмат, мейене ял иттереүсе, тормош проблемаларын аҙға ғына булһа ла оноттороп тороусы бер сара. – Ҡойолдораһынан хәбәр һөйләүгә аптыраңҡырап төбәлеүемде шундуҡ аңлап та алды. - Фатирыма саҡырып та ауыҙыма йөҙөк йәшерәйемме? Кемдер әңгәмә ҡорорға, уны күтәрмәләргә тейештер бит?
– Һис һүҙһеҙ!
– Значит, ҡәҙерле ҡунаҡ, ҡулайлап диванға урынлашығыҙ, хәҙер вәғәҙәләгән кофены бында ғына килтерәм. Бәлки, ҡандала тәме килгәндән ауыҙ итербеҙ, саманан ашырмай ғына?
– Уҙған быуат аҙағында уҡ ташлаған нәмәне тәҡдим итмәҫкә лә мөмкин!
– Биғәйбә. Мәйелегеҙ.
Хужа сығып китеүе булды асыҡ ишектән килеп ингән ҙур, инһеҙ аҡ бохар бесәй абруйлы атлап яҡынланы ла ҡабаланмай ғына эргәләге ҡәнәфи өҫтөнә һикереп ултырып, нишләп ваҡытһыҙ йөрөйһөң әле бында, тигәндәй йәшел күҙҙәрен ялтлатып төбәлде. Яратмай, екһенеп ҡарай, һымаҡ.
– Таныш булығыҙ: беҙҙең ғаилә ағзаһы Өмөт, – тине килешле һауыттар, ашамлыҡтар ҡуйылған батмус тотоп килеп ингән хужа. – Бик зыялы, аҡһөйәктәр нәҫеленән. Ул үҙенең урынын, дәрәжәһен, абруйын белә. Беҙгә ҡамасауламаҫ.
– Өмөт?! Аҡ өмөт була инде!
– Бәлки.
– Исемен әйтәм, бер аҙ сәйерерәк ишетелә, эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ғәҙәттә икенсерәк атайҙар шикелле?
Фатир хужаһы боҫрап торған хуш еҫле кофены алдыма ултыртҡас һорай ҡуйҙы:
– Иң тәүҙә шахмат уйнайбыҙмы, әллә ошо бесәйгә ҡағылышлы баштан үткән бер ваҡиға хаҡында һөйләйемме?
– Мат алырға бер ваҡытта ла һуң түгел, өлгөрөрһөгөҙ, әйҙәгеҙ, мөмкин булһа икенсеһенән башлайыҡ!
Кофенан ауыҙ иттем дә иғтибар менән тыңлағанлығымды белгертеп ҡулдарымды ҡаушырҙым.
– Эт ояһында көслө, тиҙәрме әле, күр ҙә тор, бөгөн шахмат таҡтаһы артында туҙҙырам, пыран-заран килтерәм!
– Кемдең көслө икәнлеген уйын күрһәтер. Теге тарихыңды һөйләгеҙ инде? Ҡорбанының еҫен тойомлап өлгөргән ҡырағай кейектәй һөйләнеләсәк хикәйә тотошлайы менән булмышымды солғап алғайны инде.
Хужа ла дивандың икенсе башындағы буш ҡәнәфигә ялпашып, минең яҡҡа аушайыңҡырап ултырып хәбәргә күсте:
– Был бесәйҙең яҙмышы туранан-тура кешенекенә, дөрөҫөрәге бала яҙмышына бәйле, яҙыусы булараҡ бәлки берәй әҫәрегеҙгә керетеп ебәрерһегеҙ. Килеп сыҡмаһа ғибрәтле тарих итеп тыңлағыҙ ғына. Бынан өс йыл элек ҡаты сирләп киттем. Көтмәгәндә, тип әйтә алмайым, сөнки электән үк бөйөрҙәрҙә таш барлығын белә инем. Төн уртаһында өйәнәк тотто бит, ҡоромағыр, тын алырмын тимә, бөгәрләп йыҡты. Ҡатын шундуҡ шылтыратҡайны, "Тиҙ ярҙам"дың носилкаһына һалып ҡала дауаханаһына алып та киттеләр. Ары – анализдар, иртәгеһенә үк дөйөм наркоз аҫтындағы операция. Операция яһаусы табип һуңынан күрһәтте, ике бөйөрҙән бер устай таш алғандар бит, үҙемде эскерле әҙәмгә иҫәпләмәйем, әммә әйтәм, "носить камень за пазухой", тигәндәре ошо булалыр, күрәһең. Өсөнсө көнгә наркоз шауҡымынан айнып, яра урынын ҡармап тотоп хирургия бүлегенең оҙон коридорына сыҡҡайным, артымда бала тауышын ишетеп һиҫкәнеп киттем. Ҡайырылһам, 7-8 йәштәр самаһындағы, сибек кәүҙәле, ыҫмалалай ҡара, етек сәсле, көңгөрт йөҙлө ир бала эргәмә терәлеп үк тиерлек килеп баҫҡан, имеш. Өҫтөндәге дауахана халаты, күп йыуыуҙан һарғылт төҫкә ингән, сәйнәлгәндәй бөтәрләнеп бөткән аҡ күлдәк, оло тапочкалар уны йәмһеҙ ҡарасҡыға ла оҡшатып ҡуя бер аҙ.
– Ағай, һаумы? – Саф башҡортса мөрәжәғәт итте бала.
– Хәйерле иртә! – Шулай тинем дә китергә йыйынғайным, был минең халат еңемдән еңелсә эләктерҙе, китмәй тор, йәнәһе.
– Һиңә берәй нимә кәрәкме әллә?
– Кәрәкмәй бер нимә лә... Бөтә нимәм дә бар минең...
– Һуң?
– Һеҙҙең менән йоҡлайым инде бөгөн, йәме?! Рөхсәт ит? – Бер ни ҙә аңламауымды күргәс өҫтәп ҡуйҙы. – Тыныс ҡына ятырмын, һеҙгә ҡамасауламай ғына... – Мәленән алда ҡырҡа баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй тилмереп ҡарай был.
– Улым, һин ҡайҙан?
– Приюттан килтерҙеләр. Һуҡыр эсәгемде ҡырҡтылар бында.
– Исемең нисек?
– Өмөт.
Ғәҙәти булмаған тәҡдимгә ни тип яуап бирергә белмәгәнлектән уратып-ситләтеп ҡотолмаҡ булдым:
– Әле иртә бит әле, көн яңы башланып ҡына тора. Йоҡлау мәсьәләһен дә кискеһен хәл итербеҙ.
– Алдамаҫһыңмы?
– Әпәкәй менән ант итәм!
– Палатам анау ерҙә, – коридорҙың осона төрттө, – инһәң ишек төбөндәге карауат минеке. Килереңде көтөрмөн! – Бала яҡын итеп, үҙ итеп шулай тине лә коридорҙың икенсе осона ҡарай йүнәлде, ә мин үтенесте аҙағынаса төшөмәйенсә аңҡы-тиңке килеп тороп ҡалдым.
Перевязка мәлендә шәфҡәт туташынан һорай ҡуйҙым:
– Кем һуң әле ул Өмөт?
Шәфҡәт туташының йөҙөнән һағышлы, моңһоу йылмайыу йүгереп үтте:
– Ауыл балаһы. Приютта йәшәй хәҙер. Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле, рәнйеүсән, тәбиғәттән бирелгән зыялылығы ла бар. Яңғыҙым ҡурҡам, тип гел генә йоҡларға кеше эҙләй. Беренсе көн операциянан һуң булһа ла иламһырағас бер ағай менән йәнәш һалдыҡ, ул сыҡҡайны, аяғы һынған бабайға күсте, бөгөн ул да ҡайта. Өмөттөң бар белгәне көндөҙ сыраҡ яндырып йөрөгән Диоген ише кеше эҙләү. Тағы бындағы медперсонал уға күсәнәстәр ташыйбыҙ, ә ул ашарға ашыҡмай, килтергәнебеҙҙе одеалы аҫтына һала, атайым-әсәйем килһә, бергәләп тәмләрбеҙ, ти. Бына ошондай ҡыҙғаныс күренеш әле беҙҙә. Ә хоҡуҡтарынан яҙҙырылған ата-әсәһе күренмәҫтәрҙер инде башҡаса. Күренмәҫтәр... Йөрәктәре әрнемәйме икән иманһыҙҙарҙың, баланы яҙмыш ҡосағына ташла ла сыҙап ят имеш! Бына бит эскелек ниндәй кимәлгә төшөрә әҙәм балаһын! Ә бит һөйләүҙәре буйынса әсәһе – уҡытыусы, атаһы Себер тарафтарына вахтаға йөрөп эшләгән. Хәҙер икеһе лә өйҙә, эшһеҙ ти, бар белгәндәре – өй беренсә араҡы теләнселәү. Улай тиһәң, хәҙер ауылдарҙа эш бармы икән ул? Шуға ла өмөттән яҙған халыҡ эскелеккә бирелгән... – Эшен тамамлап сығыр саҡта өҫтәп ҡуйҙы. – Зинһар унан баш тартмағыҙ. Әгәр ризалашмаһағыҙ беҙгә икенсе берәүҙе эҙләргә тура киләсәк, таба алмаһаҡ бала коридорҙа ултырып таң аттырасаҡ.
Кискеһен шул, ситке палатаға ингәйнем, ишек яғына өңөлөп ҡарап ултырған Өмөттө күрҙем.
– Улым, әйҙә минең менән!
Теге шуны ғына көткәндәй ырғып тороп, килә һалып етеп, һыйынып, етәкләп алды, ҡыуаныстан килгән күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. Ирекһеҙҙән етек башты һыйпап ҡуйҙым, арыҡ арҡанан ҡаҡтым.
Йоҡларға яттыҡ. Миңә ҡосаҡларға өлгөргән бала ҡолағыма бышылданы:
– Ә мин ипле генә ятырмын, тыйнаҡ ҡына. Аҡтырнаҡ һымаҡ.
– Аҡтырнаҡ?
– Ауылда беҙҙең һис бер кемгә өрә белмәгән этебеҙ бар. Эт булғас ул этләшергә тейеш бит инде. Өрөргә. Шунан тешләшергә. Ә ул аҡыллы, йыуаш. Атайым эсеп ҡайтып әсәйемә тауыш күтәрһә, шым ғына сығып китәм дә әүеҫлектәге Аҡтырнаҡтың янына барып һыйынам. Ә ул мине ҡосаҡлап ята, биттәремде ялап-ялап алғылай. Һәйбәт эт ул, кеше һымаҡ, һөйләшә генә белмәй.
Апаруҡ ятып ташланыҡ. Бала һаман уяу.
– Өмөт, һин нишләп йоҡламайһың?
– Ҡурҡам.
– Нимәнән?
– Һиҙҙермәй генә янымдан тороп китерһең дә мин тағы яңғыҙ ҡалырмын.
– Ә мин нишләп тороп китәйем?
– Ят менән йоҡламайҙар.
– Ә һин нишләп миңә ят була ти? Һине оҙон көн буйы беләм дә баһа. Йоҡла. Бер ҡайҙа ла китмәм, ситкә шылып та ятмам.
– Тағы ла ант итәһеңме?
– Ант итмәй генә бергә йоҡлайыҡ, йәме?
– Йә. Ә һин әкиәттәр беләһеңме?
– Белә инем, хәҙер ҡыҙым ҙурайып үҫеп еткәс, уларҙы онотоп бөтөп тә барам инде.
– Ә һин онотҡаныңды ҡабаттан хәтереңә төшөр ҙә һөйлә.
– Әкиәттең ниндәйен?
– Ҡурҡыныс түгелен.
– Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың балалары булмаған, ти.
– Уларҙың балаһын да тартып алғандармы әллә?
– Юҡ шул, улар һәйбәт кешеләр булған.
– Минең атайым, әсәйем дә һәйбәттәр. Аҡыллылар. Эшсәндәр. Тырыштар. Һөйкөмлөләр. Эсмәгән саҡтарында. Теге саҡ райондан апайҙар килеп ата-әсәйең һине рәнйетәләрме, тип һоранылар. Юҡ, тинем, улар эскән саҡтарында ғына ямаҡайҙар, айыҡ саҡтарында донъялағы иң яҡшы кешеләр, тинем.
– Дөрөҫ әйткәнһең. Насар атай-әсәй булмай.
– Ағай?
– Әү?
– Нишләп шул араҡыны сығаралар икән? Уны һатмаһалар Разифаның, Фәриттең, Нурзиәнең, Хәлилдең аталары ла гел һәйбәт булырҙар ине, Бикйәндең атаһы аҫылынмаҫ, Нәзирәнең әсәһе янып үлмәҫ ине...
– Һатмаһындар ине шул, – тигән булдым баланың әйткәндәрен йөпләп.
– Һатмаһындар! Беҙҙең ауылда ғына түгел, бөтә ерҙә лә. Араҡыны сығармаһалар, атайым, әсәйем бөтөнләй эскеләре килмәй айығырҙар ҙа мине иҫтәренә төшөрөп эҙләп килеп етерҙәр ине. Киләләр ул. Бына күрерһегеҙ. Шунан урталарына ятып икеһен дә алмашлап еҫкәп йоҡлап китермен. Ул сағында бер кемгә лә инәлмәҫмен. Бер кемгә лә... – Тауыш әкренәйгәндән-әкренәйә барып бөтөнләй тынып ҡалды һәм бала тигеҙ итеп тын алып, ирендәрен сәпелдәтеп йоҡоға талды.
Тағы ла ике көн бергә йоҡланыҡ. Өсөнсө көн Өмөт яныма килде:
– Мине бөгөн сығаралар... – Ирендәрен бүлтәйткән, бына-бына илап ебәрер хәлдә. – Һин әлегә приютта йәшәп тор. Бына дауахананан сығырмын да яныңа барырмын. Барырбыҙ.
– Унда һалҡын, ҡурҡыныс.
– Улым, ә һин бер ҡасан да, бер нимәнән дә ҡурҡма, йәме. Әгәр ҙә барын да яҡшыға юрап йәшәһәң бөтәһе лә һәйбәт булыр. Исемең үҙе үк шуны әйтеп тора. Һин кешеләрҙән йылы эҙләмә, үҙең башҡаларҙы йылыт, һыйындыр. Шул саҡта һине ҡурҡыныс һағаламаҫ, һәр саҡ урап үтер!
– Миңә киләм, тинең?
– Киләм!
– Ҡасан?
Бармаҡтарымды тырпайттым:
– Ошолай көндәрҙән һуң!
Өмөт бер бармағымды бөгөп ҡуйҙы:
– Бөгөнгө көн үтте!
Хушлашыр мәлдә ишек төбөнә барҙы ла ҡайырылып килеп ҡосаҡлап алды. Баланың сәстәренән иҫерткес хуш еҫ килә ине.
Дауахананан сыҡҡас ҡатыныма ошо хәлде һөйләнем. Ул минең уй-теләгемде уҡығандай, ҡыҙыбыҙ үҫеп үҙаллы йәшәй, әйҙә ошо баланы уллыҡҡа алып тәрбиәләйек, тип тәҡдим итте. Ҡыуанып киттем. Тейешле урындарҙан рөхсәт алып, кәрәкле документтарҙы тултырырҙан алда башта баланы күрәйем, тип приютҡа йүнәлдем.
Тәрбиәсе ҡаршы алды:
– Һаумыһығыҙ. Һеҙ кемгә килдегеҙ?
– Өмөткә. Ә бына фамилияһын хәтерләмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
– Өмөт бөтәбеҙгә лә кәрәк инде ул. Ә уны алып киттеләр. Башҡаланан килеп. Былай ир ҙә, ҡатын да яҡшы кешегә оҡшағандар.
Күңелемдәге ниндәйҙер нескә ҡыл өҙөлгәндәй итте. Хистәремде белгертмәҫкә тырышып ауыр көрһөндөм:
– Уның яҡшы ғаиләгә эләгеүенә өмөт итәйек.
– Шулай ғына булһын инде. Ә һеҙ моғайын да дауахананан килгән әкиәтсе ағайҙыр.
Яңылышманыммы?
– Яңылышманығыҙ.
– Улайһа, Өмөт һеҙгә бүләк ҡалдырып китте бит әле. – Коридорҙа бер аҙ юғалып торғас бәләкәй генә бесәй балаһын тотоп килеп инде. – Өмөт уның менән йоҡлап йөрөнө инде ошоғаса. Үҙе әйтмешләй, йылытып. Теләһәгеҙ алығыҙ. Кәрәкмәй икән...
Йоҙроҡтай ғына йән эйәһе ҡалдырма мине бында, тигәндәй ялбарыулы ҡарап ултыра. Һәр тереклек был донъяла йылыға, яҡтыға, игелеккә өмөт итә шул. Ниндәй хәлдә лә.
– Алам, – тинем ышаныслы итеп, – Өмөттө үҙем менән алам!
Читайте нас: