Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Ноябрь 2020, 21:05

2020 йылда Ейәнсура районының иң төҙөк ауылы

Юлдаш ауылына ингән ерҙә “Этҡол ауылы”, “Юлдаш ауылы” тигән яҙыуҙар ҡуйылған. Һеҙ был ауылды ҡайһы исемдә булыуын теләр инегеҙ?Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов һәр эшен зауыҡ менән биҙәп, йомғаҡлап бара. Ышанмайһығыҙмы? Йә, булмаһа, киттек сәйәхәткә!

2020 йылда – Ейәнсура районының иң төҙөк ауылы
Юлдаш ауылына ингән ерҙә “Этҡол ауылы”, “Юлдаш ауылы” тигән яҙыуҙар ҡуйылған. Һеҙ был ауылды ҡайһы исемдә булыуын теләр инегеҙ?
Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов һәр эшен зауыҡ менән биҙәп, йомғаҡлап бара. Ышанмайһығыҙмы? Йә, булмаһа, киттек сәйәхәткә! Акция сиктәрендә ултыртылған ағастар кәртәләп алынып, “Этҡол ауылы матур ауылдарҙың береһе”, “Был ағастар “Айыҡ ауыл” конкурсы иҫтәлеге итеп ултыртылды” тигән яҙыуҙар эленгән. Ауылға ингәндә тәүге ихатаның кәртәләүенә беркетелгән “Этҡол ауылы “Айныҡ ауыл” исеме өсөн көрәшә” тигән плакат, барыһын да иҫкәртеп тора. Был плакаттан йыраҡ түгел “Йәшел булһын ауылдар, айыҡ булһын аҡылдар!” тигәнен уҡыйбыҙ. Дәртле этҡолдар, хатта тауға ла “Матур ауыл” тип яҙып ҡуйған. Ауылға ингән ерҙәге сүп-сар урынын ябып, таҙартып, тигеҙләп ҡуйғандар. Халыҡ ауылды төҙөкләндереүгә шул тиклем ихлас тотонған, хатта беҙ килгәндә лә кемдәрҙер буяу эше менән мәшғүл ине. Бик ҙур эштәр башҡарылған, күп йорттар заманса көпләнеп, ҡыйыҡтары алмаштырылған, тирә-яҡтары яңынан зауыҡ менән кәртәләп алынған. Әле эшләп бөтмәгәндәре, эшләп йөрөгәндәре лә күренә. Иң мөһиме, башланған эш – бөткән эш!
  • Ошондай конкурстар күберәк булһын ине! Тағы ла бер аҙнаға һуңғараҡ булһа, халыҡ әллә нимәләр эшләп бөтөр ине. Ауыл халҡы Этҡол тигән исемде мөрхәтһенмәй, әйҙәгеҙ, рәсми исемен Юлдашҡа әйләндерәйек, тип миңә наказ да биргәйнеләр, – ти биләмә башлығы.
  • Урамдар буйлап ҡарап йөрөйбөҙ. Бағанаға “Был урамға “Айыҡ ауыл” конкурсында алған премия аҡсаһына ҡырсынташ түшәлде” тигән яҙыу эленгән. Һәр бер йорттоң ремонтлау тарихы, заманса эшләнеше тураһында теҙеп һөйләй Нурғәле Хажиғәле улы. Күңелен ҡырған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Халыҡ менән эшләүе уйын түгел шул... ППМИ буйынса ауыл мәҙәниәт йортона ремонт эшләнгән. Һәйкәл яңыртылған. Еңеү менән ҡайтыусылар, батырҙарса һәләк булыусылар исемдәре тулыландырылып, төшөп ҡалғандары өҫтәлеп, обелискылағы исемлектәр яңынан яҙылған. Ҡайҙа ҡарама плакаттар... Сүп-сар бактары ҡуйылған ҡыйыҡҡа ла “Таҙалыҡ һинән башлана! Ауылыбыҙ таҙа, матур һәм тәртиптә булһын!” ҡыҙылға аҡ менән яҙылған. Сүп-сар тигәндәй, ауыл ерендә ихатанан сыҡҡан ҡыйҙы, ошо баҡтарға ғына һалып бөтөп булмай, әлбиттә.
    (Мәҡәләне тулыһынса гәзитебеҙҙең 88-се һанында уҡығыҙ)
    Читайте нас: